Рудик Ғәзиз улы Исҡужин — арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең береһе. Оҙаҡ йылдар Дәүләт именлеге комитеты хеҙмәткәре булып эшләгән абруйлы яҡташыбыҙ 2004 йылдан бирле — Федераль Йыйылыштың Федерация Советында Башҡортостан Республикаһы вәкиле, Оборона һәм именлек комитеты рәйесе урынбаҫары. Апрелдә беренсе тапҡыр билдәләнәсәк Рәсәй парламентаризмы көнө алдынан уның менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
— Һеҙ илебеҙҙең иң яҡшы вәкилдәре иҫәбендә Федераль Йыйылыштың Федерация Советында байтаҡтан бирле эшләйһегеҙ. Хеҙмәт итеү осоро ни менән иҫегеҙҙә ҡалған?
— Ысынлап та, бына туғыҙ йыл инде илебеҙҙең юғарғы вәкиллекле органында Башҡортостан Республикаһынан вәкил булып торам. Юғары дәүләт власы органдары селтәрендә эшләү — тормошто яңыса күреү ул.
2013 йылғы яҙғы сессия эшен асыуҙа сығыш яһап, Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко: "Көндәлек закондар сығарыу эшенең барышы ил Президенты тарафынан тәҡдим ителгән, һәм уның указдарында, шулай уҡ декабрҙә Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә сағылыш тапҡан Рәсәйҙе үҫтереүҙең күләмле программаһын бойомға ашырыу менән туранан-тура бәйле буласаҡ", — тип билдәләне.
Закондар сығарыу көн һайын уйлап һәм даими эҙләнеүҙе күҙ уңында тота. Ул эш төркөмдәрендә, күп кенә сараларҙа ҡатнашыуҙы, төрлө майҙансыҡтарҙа закон проекттары концепцияларын тикшереүҙе, ҡыҙыҡһынған барлыҡ министрлыҡтар һәм ведомстволар менән яраштырыуҙы, теге йәки был ҡарарҙарҙы ҡабул итеүҙең ихтимал булған эҙемтәләрен өйрәнеүҙе талап итә.
Мин Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙан вәкилемен, шуға ла хеҙмәтемдең иң мөһим өлөшө туранан-тура республикалағы эшмәкәрлеккә бәйле. Форсаттан файҙаланып, шуны әйтмәксемен: беҙҙең закондар сығарыу органы — төптән уйлап эш итә торған, профессиональ орган. Закондар сығарыу ҙа беҙҙең республиканың тәжрибәһе бик ҙур. Ҡоролтайҙың бер генә ултырышын да ҡалдырмайым, әлбиттә. Комитет рәйестәре, айырым парламентарийҙар менән осрашам, республика халҡын шәхсән ҡабул итәм. Төбәк проблемаларына төптән төшөнөп эшләүҙе өҫтөн күрәм, хеҙмәттәштәрем менән бергә уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләйем, шул иҫәптән закондар сығарыу инициативалары менән Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәт итәм, ҡабул ителгән закондарҙы башҡарыуҙы күҙәтеүгә шулай уҡ күп ваҡыт китә.
— Һеҙ — Оборона һәм Именлек комитеты рәйесенең урынбаҫары. Былтыр Комитеттың 20 ултырышы үткәрелде. Унда Дәүләт Думаһы ҡабул иткән 63 федераль закон ҡаралды. Комитет, шуларҙан 25 федераль законды яуаплы башҡарыусы булараҡ, 38-ен ҡушма башҡарыусы сифатында тикшерҙе. Федерация Советы тарафынан һеҙҙең Оборона һәм именлек комитеты тәҡдиме буйынса ҡабул ителгән ҡайһы бер федераль закондарҙы атап китһәгеҙ икән.
— Мәҫәлән, 2012 йылдың 10 октябрендә Федерация Советы хуплаған, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булып, 2005 йылдың 1 ғинуарына тиклем иҫәпкә баҫҡан хәрби хәрәкәт ветерандарына һәм инвалидтарына, һәләк булған (үлгән) ошондай ветеран һәм инвалидтарҙың ғаилә ағзаларына, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә бирелгән ише, яҙма ғаризалары буйынса социаль яллау договоры нигеҙендә йәки милеккә торлаҡ бина алыу урынына торлаҡ йорт һалыуға йәки һатып алыуға бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү алыуға хоҡуҡ биреү тураһындағы законды билдәләр инем. Түләү күләме Рәсәй Федерацияһы субъекты буйынса 18 квадрат метр дөйөм майҙанлы торлаҡ һәм бер квадрат метр торлаҡ майҙандың уртаса баҙар хаҡынан сығып иҫәпләнә. Хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан инвалид (ветеран) үлгән (һәләк булған) осраҡта уның ғаилә ағзалары түләү мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт итә ала. Хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең, эске эштәр органдары, дәүләт янғын һүндереү хеҙмәте, енәйәт-башҡарыу системаһы учреждениелары һәм органдары, дәүләт именлеге органдары хеҙмәткәрҙәренең ғаилә ағзалары ла уға иҫәп тоторға хоҡуҡлы.
Федераль Йыйылыштағы эш Федерация Советы етәкселегендә үткәрелгән мөһим сараларҙа ҡатнашыуҙы күҙ уңында тота.
Әйткәндәй, яңы ғына Владивостоктан ҡайтып төштөм, унда Рәсәй рәйеслегендә үткән Азия-Тымыҡ океан парламент форумының 21-се сессияһында ҡатнаштым. Беҙ унда илгә наркотик индереүгә, Афғанстандан янаған хәүеф тулҡынына ҡаршы тороу буйынса даими структура төҙөү башланғысы менән сығыш яһаныҡ.
Бындай структура төҙөгәндә Азия парламент ассамблеяһы эшмәкәрлегендә туплаған тәжрибә ярҙам итер, тип уйлайым. Унда мин Федерация Советы, Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәре ассоциацияһы һәм БДБ-ның парламент-ара ассамблеяһы етәксеһе булып торам.
(Белешмә: Азия-Тымыҡ океан парламент форумы — халыҡ-ара ойошма ул. Маҡсаты: ошо төбәктә тыныслыҡты һәм тотороҡлолоҡто тәьмин итеү өсөн хеҙмәттәшлекте киңәйтеү, сауҙа һәм инвестицияларға булышлыҡ итеү, төбәктә үҙ-ара бәйләнеште нығытыу. Был форумға Вьетнам, Индонезия, Камбоджа, Канада, Ҡытай, Колумбия, Корея Республикаһы, Лаос, Малайзия, Маршалл утрауҙары, Мексика, Микронезия, Монголия, Яңы Зеландия, Папуа инә).
Парламент-ара төркөмдәрҙә хеҙмәттәшлек, ил етәкселәре, сит ил делегациялары ағзалары менән осрашыуҙар, төбәктәр буйлап йөрөү һөҙөмтәле эш өсөн баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә.
Үҙебеҙҙең ил буйлап та күп йөрөргә тура килә. Рәсәйҙә ғәжәп кешеләр йәшәй. Уларға парламенттың, Федерация Советы ағзаларының эшмәкәрлеге тураһында һөйләйем.
— Һеҙҙе Емельян Пугачевтың хәрби дуҫы — танылған Кинйә Арыҫланов ырыуынан, тиҙәр. Ә ике туған ағайығыҙ Ғәфиәтулла Арыҫланов — башҡорттарҙан тәүге Советтар Союзы Геройҙарының береһе, 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышында ҡатнашҡан. Ул, үҙегеҙ кеүек үк, танкист булған һәм 1945 йылда Будапешт янында һәләк булған. Биографияғыҙҙағы ошо факттар һөнәр һайлағанда йоғонто яһамай ҡалмағандыр?
— Ысынлап та, әсәйемдең ҡыҙ фамилияһы — Арыҫланова. Ул — ошо көслө ырыуҙан, атай-олатайҙарымдың ошо күҙгә күренмәҫ көсөн тыумыштан тойоп йәшәнем.
Беҙҙе ҡаты тоттолар, хеҙмәткә, үҙ бурыстарыңа намыҫлы ҡарарға, ололарҙы хөрмәт итергә өйрәттеләр. Бөтә нәмәгә үтә яуаплы ҡарап үҫтек.
Хеҙмәткә лә иртә өйрәндем. 6-сы класты тамамлағас та, йәй көнө ике ай буйы Күмертау—Төйлөгән тимер юлында төрлө эштә йөрөнөм. Ремонт бригадаһы составында тир түгеүҙән килгән аҡсаға мәктәп формаһы, китап, саңғы, хатта велосипед алдым. 1-се кластан уҡ спорт менән шөғөлләндек, саңғыла йүгерҙек. Мин әле лә үҙемдең тәүге тренерым Борис Георгиевич Тагильцевҡа хөрмәт тойғоһо һаҡлайым. Фронтта ҡатнашҡан был кеше беҙҙең менән аҙнаһына дүрт тапҡыр даими күнегеүҙәр үткәрҙе. Ҡыш саңғы менән 40-ар, 50-шәр километр юл үтә инек.
— Сунь Цзы "Һуғыш оҫталығы" китабында белемде еңеү яулау сараһы тип ҡарай. Дошманын аҡыл-хәйлә менән еңеүсе генә иң оҫта яугир иҫәпләнә, тиелә унда. Ә бына икенсе урында, башҡа армияларҙы тар-мар итеп, барлыҡ алыштарҙы ла еңеп сыҡҡан ғәскәр башлығы иң яҡшы яугир түгел әле, тигән һүҙҙәр менән һеҙ килешәһегеҙме?
— Тормошта девизым: хәрәкәттә — бәрәкәт. Һис кенә лә туҡталып ҡалырға ярамай, һәр саҡ алға барырға, нимәгәлер ынтылырға кәрәк, тип иҫәпләйем. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең шәкерте Абдулла Алиҙың бер хәҙисендә былай тиелә: "Иң ҙур батырлыҡ ул — түҙемлек".
— Бала саҡта ниндәй фәндәрҙе айырыуса ярата торғайнығыҙ? Дүрт телдә яҡшы һөйләшеүегеҙҙе иҫәпкә алғанда, мәктәптә лә сит телде өйрәнгәнһегеҙҙер?
— Мин Күмертау ҡалаһының бөгөн танылған хәрби етәксе, генерал-полковник Николай Тимофеевич Антошкин исемен йөрөткән 4-се мәктәбен тамамланым. Әйткәндәй, Кемерово өлкәһе губернаторы Аман Тулеев та ошонда уҡыған. Һигеҙ йыллыҡ был белем йорто директоры бик талапсан, ләкин ғәҙел ханым Серафима Петровна ине. Әле лә ул күҙ алдымда.
Унда немец телен өйрәндем, Дәүләт именлеге комитетының юғары мәктәбенә ингәндә иһә имтиханды “биш”кә тапшырҙым.
Ә инглиз, ғәрәп, фарсы һәм португал телен юғары мәктәптә уҡыған йылдарҙа өйрәндем. Улар миңә еңел бирелә, ике теллелек (башҡортса һәм урыҫса белеү) сит телдәрҙе өйрәнгәндә ярҙам итә, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр.
— Бик иртә үҙаллы тормош юлына баҫҡанһығыҙ, 15 йәшегеҙҙә Күмертау ҡалаһында тау-механика техникумында уҡый башлағанһығыҙ.
— Әйтеүемсә, хеҙмәт юлына 12 йәштә баҫтым, хатта хеҙмәт кенәгәм дә бар ине. Техникумға инеүемдең сәбәбе шунда: өлкән апай-ағайҙарым бүтән ҡалаларҙа юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгәнлектән, атай-әсәйем, иң кесе бала булараҡ, мине алыҫ китмәҫкә күндерҙе, ләкин аҙаҡ йүнәлтмә буйынса Эстонияға, йыраҡ Силламяэ ҡалаһына ебәрҙеләр.
— Аҡыл эйәләре, сәфәр һәм эҙләнеүҙәр генә кешене сыныҡтыра һәм үҙгәртә, ти. Әгәр яңынан йәшәй башларға тура килһә, нимәне башҡасараҡ эшләр инегеҙ?
— Бәлки, ҡайһы бер осраҡтарҙа ныҡышмалыраҡ һәм ышаныслыраҡ эш итергә кәрәк булғандыр, ләкин беҙҙе йыш ҡына артыҡ баҫалҡылыҡ туҡтата.
— Бөгөн һөнәр һайлау алдында торған йәштәргә ни әйтер инегеҙ?
— Хәрәкәттә — бәрәкәт.
— Тығыҙ эш графигында гәзит уҡыусылар өсөн ваҡыт тапҡанығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, хөрмәтле Рудик Ғәзиз улы.