”Ферма булһа, әле лә һыйыр һауыр инем”20.02.2013
”Ферма булһа, әле лә һыйыр һауыр инем”Шулай ти Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылында йәшәүсе Гөлсирә Сәхи ҡыҙы. Заманында иң алдынғы һауынсыларҙың береһе, “Почет Билдәһе” ордены кавалеры Гөлсирә Нурмөхәмәтова-Йәғәфәрованы, әйтерһең дә, тормоштоң әсе елдәре лә, һәр көн иртән тороуҙар ҙа, ҡышҡы бурандарҙа ҡар йырып, ауыл янындағы фермаға йәйәүләп барыу ҙа бөкмәгән. Киреһенсә, улар уны сыныҡтырған, беше һәм ныҡлы булырға өйрәткән. Шулай булмаһа, етенсе тиҫтәне ваҡлаған был ханым тормошҡа ҡарата оло һөйөү, уны яратыу, иң мөһиме, элекке эшенә тәрән ихтирам тойғоһо һаҡлап ҡала алыр инеме ни?!

Уның хәтирәләрен тыңлаған һәр кем бер аҙға ғына булһа ла, шул осорҙа йәшәргә ризалашыр ине, тип уйлап ҡуйҙым. Ауыр, әммә кеше хеҙмәте баһаланған осорҙа, колхоз-совхоздарҙың ғына түгел, тотош илдең сәскә атҡан ваҡытында йәшәүе, хеҙмәт итеүе менән бәхетле улар.
Гөлсирә апай Силәбе өлкәһенең Пласт ауылында донъяға килә. Тормош елдәре уны Әбйәлил тарафтарына килтерә. Бер туған ағаһы Һөйөндөк Булат ауылынан кәләш алып, шунда төпләнгәс, Гөлсирә лә уның янына күсә. Эштән һуң Урал ауылындағы киске мәктәптә белем алһа, көндөҙ фермала һөт ташыусы машинаны йыуа. Эшкә тилбер, уңған ҡыҙҙы 1964 йылда Әбдрәш ауылына яҙғы сәсеү эшенә ашнаҡсы итеп тәғәйенләйҙәр. Ул ваҡытта республикала билдәле “Урал” совхозына Минислам Мирсаяпов етәкселек итә. Йылы аштары, тәмле ризыҡтары менән һәр саҡ тракторсыларҙы һыйлаған тырыш ҡыҙыҡайҙы совхоз рәйесе лә күҙәтеп йөрөй.
Һуңғы орлоҡ ергә һалынған көндә үк Гөлсирә апайҙы Әбдрәш фермаһына һауынсы итеп эшкә саҡыралар. Бер тапҡыр ҙа һыйыр һауып ҡарамаған ҡыҙ ҡурҡыуынан “юҡ” тип әйтә алмай ризалаша. Көнөнә 15-әр тана һауыуҙан башлана һәр иртә. Олораҡ һауынсылар йәш ҡыҙға бар яҡлап ярҙамлаша, кәңәштәре менән уртаҡлаша. Алдынғылыҡты бирмәгән Гөлсирә Сәхи ҡыҙы был юлы ла юғалып ҡалмай: эшкә тиҙ генә өйрәнеп тә ала. Етмәһә, шофер булып йөрөгән Фуат Йәғәфәров та ҡыҙыҡайға күҙ һала. Өйләнешкәс, улар иренең тыуған ауылы Әлмөхәмәткә күсеп ҡайта.
— Ҡара таңдан фермаға китәбеҙ. Эшкә барыр алдынан өйгә ут яғып, балаларға тамаҡҡа әҙерләйем. Ул саҡта мейес яғабыҙ, ҡайтыуға утын янып бөтөп, өй һыуынып та өлгөрә. Киләһең дә тағы сей утын менән өй йылытырға тотонаһың. Эштә һыйырҙарға ҡул менән ташып бесәнен дә, силосын үҙебеҙ һалабыҙ. Хатта тиҙәген дә таҙартабыҙ. Уйлап ҡараһаң, ниңә хәҙер ҡул һыҙламаһын? Шулай ҙа эш ауырлығын да, донъя мәшәҡәтен дә белмәнек. Гөрләтеп донъяһын да көттөк, алдынғылыҡты бирмәнек, — ти геройым.
1986 йылда Әбйәлил районынан биш алдынғы хеҙмәткәрҙе Өфөгә ауыл хужалығы конференцияһына делегат итеп саҡыралар. Улар араһында һауынсы Гөлсирә Нурмөхәмәтова-Йәғәфәрова ла була. Ошонда ул ил алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн “Почет Билдәһе” ордены менән бүләкләнә. Социалистик ярыштарҙа әллә күпме тапҡыр еңеүсе, ауыл Советына, районға депутат булып һайланыуҙар ҙа ябай башҡорт ҡатынын маһайырға, үҙен башҡалар алдында юғары тоторға булышлыҡ итмәй. Һәр саҡ ябай, башҡаларға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер кеше булып ҡала килә. Тап шул сифаттары өсөн хеҙмәттәштәре лә, ауылдаштары ла хөрмәт итә уны.
Күркәм холоҡло, эшсән һәм тырыш Гөлсирә Сәхи ҡыҙы хаҡлы ялға “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән сыға. Шулай ҙа ул яратҡан эшен ташламай – һәүкәштәрен ташлап оҙаҡ китә алмай интегә. “Әле лә һыйыр һауыр инем, тик фермаһы ғына юҡ”, — тип йылмайып та, моңайып та әйткән һүҙҙәрендә бер аҙ һағыш та, үкенеү ҙә тойолғандай, сөнки улар эшләгән ферма урынында бөгөн таш өйөмө генә ята. Ҡырҙан килгән кешеләр, бер-ике көн эсендә тотош ферманы емереп, йөк машиналарына кәрәкле материалдарын тейәп киткәндә, бар ғүмерен шул фермаға биргән алдынғы һауынсының ни кисергәнен аңлауы ҡыйын түгел, әлбиттә. Шулай ҙа бөгөн ул бәхетлеләр исемлегендә. Тормош иптәше менән биш бала үҫтерәләр. Бөгөн Гөлсирә апай 12 ейән-ейәнсәргә бәхетле өләсәй. Тик Фуаты ғына баҡыйлыҡҡа иртәрәк китте шул. Әле ул оло улы Радик менән донъя көтә. Кәртә тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Оло йәштәмен тип тормай, Гөлсирә апай көн аша тиерлек күрше Магнитогорск ҡалаһына ҡаймаҡ-ҡоротон, эремсеген һатыуға алып бара. Өй эсенә хуш еҫ таратып, ҡомалаҡ икмәген дә үҙе һала. Йәштәргә өлгө булырлыҡ, уларҙы көнләштереп донъя көткән Гөлсирә Нурмөхәмәтова-Йәғәфәрова кеүектәр донъябыҙҙы матурлап, уны биҙәп кенә ҡалмай, ә нисек йәшәргә кәрәклеген дә төшөндөрә.


Вернуться назад