Йүрүҙәндең Салауат рухлы улы20.02.2013
Йүрүҙән, Салауат, Арҡауыл тиһәләр, Рәми ағайҙы күргәндәй булам. Тулҡынланып ҡабарып торған ҡуйы ҡара сәсле, кемдең кемлеген үтәнән-үтә күреүсе осҡор ҡарашлы, мыҡты кәүҙәле, етди ир-егет булып күҙ алдыма баҫа ул.

Көмөш һыулы Йүрүҙәндә ҡойоноп, Салауат ерҙәренең шифалы саф һауаһын һулап, хәтфә үләнендә аунап, өҙҙөрөп һайраған ҡоштар тауышын тыңлап үҫкәнгә, Рәми ағай илһамлы, нескә тойғоло, моңло булғандыр. Тыуған ергә ҡарата сикһеҙ һөйөү хисе шағир күңелендә ошо ерҙә бөрөләнгәндер.
Беҙ Өфөләге 1-се мәктәп-интернатта уҡыған йылдарҙа уҡытыусыларыбыҙ аша Рәми ағайҙың, үҙен күреп белмәһәк тә, уны интернатта матур тәрбиә алған бик аҡыллы кеше, тоғро дуҫ, ҡыйыу шәхес, намыҫлы йәшәргә, ил, тыуған ер, тел ҡәҙерен белергә өндәгән шағир итеп белә инек. Ә үҫә төшкәс, ижады менән яҡынданыраҡ, тәрәнерәк танышҡас, уның яуаплы вазифалар башҡарып та, шул тиклем тәрән тойғоло шиғырҙар ижад итеүе нисек мөмкин булды икән тип хайран ҡалдыҡ. Йоҡоһоҙ төндәре күп булғандыр, үҙен дә, һаулығын да аямаған, эшһөйәр булғандыр беҙҙең Рәми ағай тип ғорурлана инек.
Әле лә хәтеремдә, Йомабикә Аҡъюлова (Ильясова), Гөлсирә Ғайсарова (Ғиззәтуллина) менән мәктәптең әҙәби түңәрәгенә йөрөгәндә, уҡытыусыбыҙ Сажиҙә апай Зайлалова альбомға түңәрәк ағзаларының, үҙемдең дә шиғырҙарҙы теркәргә ҡушты. Ул альбом апайыбыҙҙың уҡыусыларының ижад йыйынтығы ине. Шул көндә Сажиҙә апай миңә Рәми ағайҙың үҙ ҡулдары менән тултырылған альбом биттәрен күрһәтте. Шағирҙың әҫәрҙәрен уҡып сыҡҡас, уның шиғырҙарына тиңләшерлек шиғыр яҙып булырмы икән һуң, тип уйлап ҡуйҙым. Аптырарлыҡ та, Рәми ағай шиғырҙары шундай йәтеш, ыҡсым, матур, моңло, йырлап тора, күңелдәрҙә ҙур кинәнес, илаһи тойғолар уята. Нисек уҡыусы ғына сағында ололарса итеп ысын шиғырҙар яҙа алды икән? Ҡайҙан килә был һәләт?
Беҙҙе, интернат балаларын, уҡытыусыларыбыҙ Рәми ағайҙың өлгөһөндә тәрбиәләне, уның кеүек тура һүҙле, эшлекле, тырыш булып, маҡсат менән йәшәргә, үҙ интернатын яратырға, ундағы тәрбиәләнеүселәргә үҙ туғаныңа кеүек ҡарарға өйрәтте. Һәм беҙ — интернат балалары, уҡытыусыларыбыҙ өйрәткәнсә, оло тормошҡа осорған оябыҙға рәхмәтле булып, йөрөгән юлдарыбыҙҙа, эшләгән урындарыбыҙҙа һынатмаҫҡа тырышып йәшәнек.
1977 йылдың март айы ине. Өфөгә класташым Гүзәлдәргә ҡунаҡҡа килдем. Уның әсәһе Гөлсөм апай оҙаҡ йылдар һуҡыр балалар интернатында урыҫ телен уҡытты, үҙе лә, Рәми ағайҙар менән бер осорҙа интернатта тәрбиәләнгән. Гөлсөм апай күҙ йәштәре аша: “Рәми ағайыбыҙ менән мәңгелеккә хушлаштыҡ. Һаҡлай алманыҡ шул үҙен, шәп кеше ине ағайыбыҙ... Һиңә ауыр саҡта ярҙам, йылы һүҙ, хуплаусы бер ҡараш, таяныс булмаһа, дуҫтарың күрмәмешкә һалышһа — шунан да ауыры юҡ был донъяла”, тине. Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә йылдар үткәс, Рәми ағайҙың тормош юлы менән танышҡас ҡына төшөндөм.
Эйе, йөрәгеңә бысаҡты дошманың ҡаҙаһа, ул тиклем ғазаплы түгелдер. Шуның өсөн дә ул дошман. Ә дуҫтар хыянаты? Ниндәй генә бизмәндәргә һалып үлсәнә икән уның ауырлығы? Яҡшылыҡ, изгелек, дөрөҫлөк ерҙә ятып ҡалмай тиҙәр, ниңә һуң ул бик һуңлап ҡына еңә? Ниңә кеше ҡәҙерен уны юғалтҡас ҡына аңлайбыҙ? Аҡты — ҡаранан, яҡшыны — ямандан, матурҙы йәмһеҙҙән ниңә айырмай Хоҙай, ҡайҙа ҡарай һуң был саҡта?
Һәр замандың үҙ ҡыйынлыҡтары булғандай, әле лә йәшәүе еңелдән түгел. Иртәгәһен ни көткәнен бөгөн әйтеп булмай. Бөтә нәмә аҡса менән үлсәнә. Туғандарҙың да бер-береһен тартмағаны, дуҫтарҙың да ышанысһыҙы бар.
Ер, тел өсөн һаман көрәш бара. Аллаға шөкөр, милләт яҙмышы өсөн янып йәшәгән шәхестәребеҙ бар. Йәштәребеҙ Рәми ағай шиғырҙарын йәшәү девизы итеп ала.
Беҙҙең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се республика башҡорт балалар йортонда ла халҡыбыҙҙың йыр-моңона битараф булмаған, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнарға, бейергә яратҡан балалар үҫә. Улар республикабыҙ кимәлендә генә түгел, Рәсәй буйынса уҙғарылған бәйгеләрҙә алдынғы урындар алып ҡайта. Бына ниндәй ейәндәре менән ғорурлана ала Рәми ағай. Ошондай егеттәр үҫкәндә, халҡыбыҙҙың, илебеҙҙең киләсәге ышаныслы!


Вернуться назад