Барыһы ла ҡыҙыҡлы20.02.2013
Барыһы ла ҡыҙыҡлы– Ғүмер буйы механизатор йөгөн тарттым. Яландан һәм баҫыуҙан арманһыҙ булып ҡайтып, гәзит-журналды ҡулға алһам, бар арыуым да онотола ине. Әлбиттә, иң беренсе хеҙмәт алдынғылары тураһындағы һүрәтләмәләргә күҙ йүгертәм. Бүтән яҡтарҙағы крәҫтиәндең хәл-торошо ҡайһылай, эш шарттары нисегерәк, хатта шәхси хужалығында, ихатаһында бил бөгөргә, донъяһын бөтәйтергә ваҡыты ҡаламы – сағыштырыу өсөн барыһы ла ҡыҙыҡ. Шунан мауыҡтырғыс та, тетрәндергес тә мәҡәләләргә күсәм. Унан айырылып булмай, ғөмүмән. Баҫманы "Ҡыҙыл Башҡортостан" сағынан беләм. Үкенескә, бөгөн "Башҡортостан" гәзитен Ибрайҙа бер мин генә алдырам.
Һуңғы йылдарҙа дин тураһындағы яҙмаларҙы яратып уҡыйым, үҙемә кәрәген ҡырҡып туплайым. Улай итһәң, бик тә уңайлы.
Форсаттан файҙаланып, ауылдаштарым өсөн мөһим мәсьәләне ҡуҙғатмаҡсымын. Беҙҙә ошоға тиклем мәсеттең юҡлығы аптырата. Намаҙға баҫырға теләүселәр бихисап, был мине, диндәшем Тимерйән Сәлиховты ғына түгел, ә бөтә ибрайҙарҙы ла борсоуға һала. Район үҙәге Раевкаға йөрөү шул хәтлем уңайһыҙ. Дин юлынан киткәндәрҙең күңеле изге, шуны онотмайыҡ. Әбейем Сәймә Нәғимйән ҡыҙы менән, ул алдынғы сөгөлдөрсө ине, 55 йыл бергә – биш баланы аяҡҡа баҫтырҙыҡ.


Вернуться назад