Магазин кәштәләрендә икмәк-ҡаластың ниндәйе генә юҡ! Халыҡтың шулар араһынан Әбйәлил ҡулланыусылар йәмғиәтенең икмәк комбинаты етештергән продукцияға өҫтөнлөк биреүе һис тә ғәжәп түгел.
— Һәр ризыҡҡа күңелебеҙ йылыһын һалғанға шулай ул, — ти етәксе Нәзирә Исламбаева. — Оҫталыҡ — ул ниндәйҙер технология менән икмәк бешереү серен белеү генә түгел, уға оло хөрмәт менән ҡарау, йәшәү нигеҙе тип баһалау. Коллективыбыҙҙа осраҡлы кешеләр юҡ, беҙҙә үҙ һөнәренә мөкиббән бирелгән, изге уйлы, намыҫлы хеҙмәткәрҙәр эшләй. Уларҙың тәмһеҙ бешереүе мөмкин түгел. Икмәктең уңыуын тәьмин итә торған серҙәр ҙә бар, әлбиттә. Мәҫәлән, ҡомалаҡ әсетеп һалыу...
Коллектив ҙур түгел, әммә тәүлегенә 23 төрлө икмәк ризығы етештерелә. Ҡабарып торған йылы ҡаласты көн һайын мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, дауаханаға, район үҙәгенең һәм тирә-яҡ ауылдарҙың сауҙа нөктәләренә оҙаталар. Икмәк ташыуҙа шофер Рәмил Ғиззәтов айырыуса уңған.
“Тамъян” ҡулланыусылар йәмғиәтенең икмәк комбинаты директоры Нәзирә Исламбаева етәкселек өлкәһендә ҙур тәжрибәгә эйә. Ошо тармаҡта ғына ла 21 йыл хеҙмәт итә ул. Сифатҡа иғтибарлылығы арҡаһында былтыр ҡатын-ҡыҙ директорҙарҙың республика конкурсында “Сифат өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн” номинацияһында еңеү яуланы. Оҫта ойоштороусы, заман һулышын һәм ҡулланыусы ихтыяжын яҡшы белгән Нәзирә Хәмитйән ҡыҙы эшкә ижади ҡарай, икмәк бешереүсе оҫталарҙы яңы уңыштарға дәртләндерә. Мастер Зәлифә Зарипова республиканың Ҡулланыусылар йәмғиәте үткәргән конкурста “Иң яҡшы икмәк бешереүсе” исемен алыуға өлгәшкән.