Ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт университетынан бер төркөм студенттар республикабыҙҙың ижтимағи-сәйәси гәзите “Башҡортостан” редакцияһына ҡунаҡҡа килде. Матбуғат йортоноң ишек төбөндә үк гәзиттең баш мөхәррире урынбаҫары Рәшит Кәлимуллин ихлас ҡаршы алды һәм баш мөхәррир Нияз Сәлимовтың бүлмәһенә саҡырҙы. Унда редакция тормошо менән яҡындан таныштыҡ, мәҡәләләрен, әҫәрҙәрен уҡып ҡына белгән һәләтле журналистар менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеү бик файҙалы булды.
Артабан баш мөхәррир урынбаҫары Иршат Теләүембәтов бер ғаилә кеүек татыу йәшәүҙәре хаҡында бәйән итте, өлкән журналист булараҡ, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Ҡәләм оҫталары студенттарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап биреп кенә ҡалманы, уларҙың тәҡдимдәрен дә тыңланы.
Ғөмүмән, гәзиттә бөгөн көн ҡаҙағына һуҡҡан, халыҡты ҡыҙыҡһындырған мәҡәләләргә өҫтөнлөк бирелеүе, уның биттәрендә йәштәрҙең яҙмаларын күрергә теләүҙәре тураһында һүҙ барҙы. Ә инде редакцияның бүлектәре буйлап сәйәхәт ҡылыу айырыуса оҡшаны. Киләсәктә “Башҡортостан” гәзите менән бәйләнеш тоторға һүҙ биреп, мауыҡтырғыс сәйәхәт өсөн рәхмәт әйтеп, йылы хушлашты студенттар.
Әлиә ҒӘЛӘҮЕТДИНОВА,
БДУ студенты.