Фонд һүҙендә тора19.02.2013
Башҡортостан Хөкүмәте менән Рәсәй Пенсия фондының төбәк бүлексәһе араһындағы килешеүгә ярашлы, йыл да Пенсия фонды бюджетынан социаль программаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн ҡаралған сығым иҫәбенән субсидиялар бүленә.

Былтыр был маҡсатҡа 17,2 миллион һум аҡса йүнәлтелде, шуның 4,9 миллион һумы ҡартлыҡ йәки инвалидлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһы алыусы, эшләмәүсе 568 пенсионерҙың торлаҡҡа газ индереүгә киткән аҡсаһын өлөшләтә ҡайтарыуға тотонолдо. Халыҡты социаль хеҙмәтләндереүсе туғыҙ учреждениелағы ремонт эштәренә — 7,1 психо-неврология интернаттары өсөн ҡорамалдар алыуға 2,3 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.
Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, был саралар 1737 кешенең тормош шарттарын яҡшыртырға ярҙам иткән. Бынан тыш, Бөрйән, Дыуан, Йәрмәкәй, Йылайыр, Салауат, Федоровка, Хәйбулла райондарының, Бәләбәй, Бөрө, Учалы ҡалаларының халыҡты социаль хеҙмәтләндереү буйынса комплекслы үҙәктәренә оло йәштәгеләргә социаль һәм медицина хеҙмәте күрһәтеү өсөн микроавтобустар һатып алынды.


Вернуться назад