Ҡағыҙ йыйып, урманды ҡотҡарайыҡ!19.02.2013
Район хакимиәтенең йәштәр комитеты, Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Ауырғазы районы буйынса дәүләт экология инспекторы Азат Нәғимов "Ҡағыҙ киҫәктәре йыйып тапшыр һәм ағасты ҡотҡар!" тигән акция ойошторған. Һөҙөмтәлә районда ике мең тоннанан ашыу сеймал тапшырылған.

Талбазы ауылында халыҡтан һәм ойошмаларҙан ҡағыҙҙы махсус автомобиль йыйған. Ҡағыҙ, быяла, пластик шешәләрҙе эшкәртеү менән районда "Пищевик" ҡулланыусылар йәмғиәте шөғөлләнә. Ойошма был эштән килем ала, шуға ла акцияла ҡатнашыусыларға алдан уҡ бүләк сифатында тәм-том әҙерләп ҡуйған. Эштә айырыуса мәктәп уҡыусылары өлгөрлөк күрһәткән.
Йыл һайын рәсәйҙәр сүплеккә 100 миллион тоннанан ашыу ҡағыҙ сығарып ташлай икән. Был, әлбиттә, сүп-сарҙың артыуына булышлыҡ итә. Ҡағыҙҙы эшкәртеү иһә унан яңы әйбер етештерергә мөмкинлек бирә.
Бер тонна ҡағыҙ киҫәге дүрт кубометрға яҡын ағасты һаҡлай икәнен иҫәпкә алһаҡ, акцияла ҡатнашыусылар егерме ағастың ғүмерен һаҡлап ҡалған.
Сараны ойоштороусылар әйтеүенсә, был — ҙур эштең башы ғына. Акцияла райондың бөтөн мәктәптәре һәм ойошмалары ҡатнашасаҡ.


Вернуться назад