Бәхет шишмәһенә ҡот ҡунды19.02.2013
Бәхет шишмәһенә ҡот ҡундыҺәр төбәктең үҙенә генә хас тәбиғәт ҡомартҡылары бар. Улар быуаттар дауамында халыҡҡа хеҙмәт итә, матурлыҡ өләшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәбиғәт хазинаһына һоҡланып йәшәһәк тә, уны һаҡлай ҙа, яҡлай ҙа белмәйбеҙ. Шуныһы ҡыуаныслы: быйыл Башҡортостан Президенты тарафынан республикала Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы иғлан ителгәс тә, Баймаҡ менән Сибай араһындағы Бәхет шишмәһенә ҡот ҡунды — тирә-яғы рәткә килтерелде.

Сибай ҡалаһының “Горстрой” төҙөлөш ойошмаһы шишмә янын таҙартты, тимерҙән семәрләп яһалған ҡойма менән уратып алды. Уның эргәһендә күркәм ял урыны ла барлыҡҡа килде. Бәхет шишмәһенә төшә торған баҫҡыстарҙың да семәрләп-нағышлап эшләнеүе күптәрҙең күңеленә хуш килә. Йәштәрҙең туй тантаналарында шишмә янына килеүе, изге теләктәр теләп, тәңкә ташлауы, мәңгелеккә бергә булырға ант итеп, "йөрәк йоҙаҡтары"н баҫҡыстарға элеп китеүе хәҙер тәбиғи күренешкә әйләнгән. Тик халыҡ өсөн тыуҙырылған матурлыҡ халыҡ тарафынан юҡ ителмәһен генә. Ә Бәхет шишмәһенә бәхет юллап килеүселәргә, шифалы һыуҙы тәмләгәндән һуң, бәхеттәренең тағы ла артып китеүен теләргә ҡала.


Вернуться назад