Ауыл иҡтисадына бер ҡараш15.12.2011
Ауыл иҡтисадына бер ҡарашБашҡортостан дәүләт аграр университетының Көньяҡ Урал филиалы — республиканың көньяҡ-көнсығыш райондары өсөн ауыл хужалығы белгестәре әҙерләүсе берҙән-бер юғары уҡыу йорто. Уның етәкселегенең киләсәккә уй-хыялдары нисек, ниндәй мәсьәләләр борсой? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән филиал директорының фән буйынса урынбаҫары, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Әҙеһәм Әғзәм улы БАРЛЫБАЕВҠА мөрәжәғәт иттек.
— Филиал етенсе йыл эшләп килә. Ошо ваҡыт эсендә коллектив ниндәй уңыштарға өлгәште?
— Төбәктең иҡтисадында ауыл хужалығы ҙур урын биләй. Халыҡтың яртыһы тиерлек ауыл ерендә йәшәй, эшкә һәләтлеләрҙең өстән бер өлөшө ауыл хужалығында мәшғүл. Ауыл иҡтисадының киләсәге йәштәрҙең ауылда ҡалыу-ҡалмауына, уларҙың ниндәй һөнәр һайлауына бәйле. Филиалдың асылыуы йәштәрҙең ауыл хужалығы өлкәһендә юғары белем алыуға мөмкинлеген киңәйтте. Хәҙер көндөҙгө бүлектә — 362, ситтән тороп уҡыу бүлегендә 260 студент белем ала. Быйылғы уҡыу йылынан башлап бакалаврҙар әҙерләү программаһына тулыһынса күстек. Уҡытыу биш — агрономия, зоотехния, агроинженерия, иҡтисад һәм менеджмент — йүнәлешендә алып барыла. Уҡыу ваҡыты — дүрт йыл. Тәүге ике йылда студенттар — Сибайҙа, ә ҡалған ике йылын Өфөлә уҡый. Агрономия, иҡтисад һәм менеджмент буйынса уҡытыуҙы тулыһынса Сибайҙа ойоштормаҡсыбыҙ, яҡын киләсәктә был мәсьәләнең ыңғай хәл ителеренә ышаныс ҙур.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә алға китеш күҙәтелә. Был филиал уҡытыусыларын юғары квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеүҙә асыҡ күренә. Филиал асылған осорҙа студенттарға белемде бер нисә фән кандидаты бирһә, әле 34 уҡытыусының өсәүһе — фән докторы, 16-һы – фән кандидаты. Күптән түгел директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Фитрат Йомағужин биология фәндәре докторы дәрәжәһенә диссертацияһын уңышлы яҡланы. Әле ике уҡытыусы — докторлыҡ, ете уҡытыусы кандидатлыҡ диссертацияһы буйынса эшләй.
Филиалдың матди-техник нигеҙе йылдан-йыл нығый. Студенттар бөтә талаптарға яуап биргән уҡыу корпусында шөғөлләнә, уңайлы дөйөм ятаҡта йәшәй. Заманса йыһазландырылған 14 уҡыу лабораторияһы, уҡыу залы булған китапхана, спорт комплексы һәм ашхана бар. Шулай уҡ автомобилгә һәм тракторға идара итергә өйрәтеү майҙандары, Ҡолтүбән күле буйында уҡыу-етештереү үҙәге төҙөлә. Һуңғыһында фәнни-етештереү стационары, тәжрибә баҫыуы һәм умартасылыҡ буласаҡ. Сибай ҡалаһы хакимиәте ярҙамы менән бер уҡыу корпусы булдырыласаҡ. Беҙҙең уҡытыусылар һәм студенттар, төрлө өлкәлә юғары күрһәткестәр яулап, филиалдың данын республика һәм Рәсәй кимәлендә таныта. Мәҫәлән, фән өлкәһендә беҙҙең ғалимдар бер мәртәбә халыҡ-ара, Рәсәй фәнни фондтарының — дүрт, Башҡортостан Фәндәр академияһының биш грантына лайыҡ булды, улар буйынса әле ғилми тикшеренеүҙәр алып барыла. Филиал асылғандан бирле ундан ашыу фәнни монография сығарылған, үҙәк фәнни баҫмаларҙа бер нисә тиҫтә мәҡәлә баҫылған. Филиал хеҙмәткәре Гөлшат Һөйөндөкова, Өфө ҡалаһында үткән йәш ғалимдарҙың Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, “Ауыл хужалығы фәндәре” номинацияһында II урынды яуланы. Ике студентыбыҙ — Руслан Әминев (ветеринария) менән Айгөл Мөхәмәтйәрова (бухгалтер иҫәбе, анализ һәм аудит), Бөтә Рәсәй студенттарының ғилми конференцияһында уңышлы сығыш яһап, II дәрәжәле диплом менән бүләкләнде.
Студенттарҙың SIFE клубы, бер нисә йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, ҙур уңыштарға өлгәшә. 2010 йылда республика кимәлендә II урын яулап, Мәскәү ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй этабында иң яҡшы алты команда иҫәбенә инһә, быйыл республикала IV урынға лайыҡ булды.
Студенттарға спорт, сәнғәт, ижад менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр бихисап.
— Әҙеһәм Әғзәм улы, көньяҡ-көнсығыш райондарының ауыл хужалығында хәлдәр тотороҡланасаҡ, ауыл иҡтисадының киләсәгенә ышаныс менән ҡарарға мөмкин тип әйтергә нигеҙ бармы? Ошо өлкәне өйрәнеүсе ғалим булараҡ, һеҙҙең фекерҙе ишетергә ине...
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыл хужалығының, ауыл иҡтисадының киләсәгенә оптимистик ҡараш өсөн ныҡлы нигеҙ бар, тип әйтә алмайым. Беҙ ауыл хужалығы кооперативтары системаһындағы ҙур етештереүселәребеҙҙе юғалттыҡ. Конкурентлыҡҡа, инвестициялар һалыуға, яңылыҡтар индереүгә һәләтле предприятиелар юҡ кимәлендә. Йәштәрҙе эш урыны менән тәьмин итеү, уларҙы ҡыҙыҡһындырған хәҙерге заман традицияларын үҙләштереүгә мөмкинлектәр булдырыу мәсьәләләре лә киҫкен төҫ алды. Шуға ла йәштәр ауылды ташлап китә. Беҙҙең заманда һәр ғаиләлә кәмендә өс-дүрт бала булды, мәктәптә кластар ҙа икешәр ине. Уҡыуҙы тамамлағандарҙың күбеһе ауылда төпләнде. Хәҙер ғаиләлә балалар аҙ, бик һирәктәре генә тыуған ерендә йәшәргә ҡала. Әгәр был хәл туҡтамаһа, бер нисә тиҫтә йылдан күп кенә ауыл юҡҡа сығып, биләмәләр ташландыҡ ергә әйләнәсәк.
Ауыл халҡында үҙ тормошона, ғаиләһенең һәм балаларының киләсәгенә ҡарата вайымһыҙлыҡ, ялҡаулыҡ, эскелек арта. Ә иҡтисади әүҙемлек, етеш тормошҡа ынтылыу, хеҙмәт һөйөүсәнлек кеүек кешене алға этәреүсе һыҙаттар юғалыуға табан бара. Хәҙер ауылда көтөүсе табыуы ла ҡыйын, ә үҙ эшенең оҫтаһы булған тракторсылар, белгестәр тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Һөҙөмтәлә беҙҙең ауыл халҡында ойошҡанлыҡ, берҙәмлек, баҙар иҡтисадына яраҡлашыу юҡ кимәлендә. Был хәлдән баҙар тәртиптәрен тиҙ үҙләштереүсе килмешәктәр бик оҫта файҙалана. Яҡын киләсәктә улар, беҙҙең иң үтемле ер-һыуға хужа булып, ауыл иҡтисадының йүгәнен үҙҙәренең ҡулына төшөрөр, тип фараз итергә мөмкин.
Рәсәйҙә үҙәкләштереүҙе көсәйтеү, финанс һәм башҡа ресурстарҙы Федераль үҙәктә туплау республиканың ауыл еренә инвестициялар һалыуын ҡырҡа кәметте, юлдар, күперҙәр, социаль объекттар төҙөүгә мөмкинлектәр үтә сикләнде. Был юҫыҡта ыңғай үҙгәрештәр булмаһа, ауыл ерендә көнкүреш һәм эш шарттарын, йүнселлек менән шөғөлләнеү мөмкинлеген, ауыл халҡының матди хәлен бермә-бер яҡшыртыуға ышаныс кәмейәсәк.
Урындарҙағы етәкселәр халыҡты ойоштороу, уның иҡтисади әүҙемлеген күтәреү буйынса һөҙөмтәле, даими эш алып бармай. Әйтәйек, ауыл хужалығы идаралыҡтары ла, иҡтисад бүлектәре лә ҡағыҙ яҙыу менән генә мәшғүл, аныҡ эш юҡ. Революцияға тиклемге Рәсәйҙә һәр бер өйәҙҙә ойоштороусы агрономдар төп ауыл хужалығы белгестәре булған. Улар үҙ өйәҙҙәрендә алдынғы агротехнологияларҙы, яңы ойоштороу ысулдарын, мәҫәлән, кооператив төҙөүҙе, крәҫтиәндәргә аңлатып, шуларҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеү менән шөғөлләнгән. Ошо ҡанундарға таянып эшләгән ойоштороусылар кәрәк, ә хәҙерге бюрократик аппарат тик үҙ ҡаҙанында ҡайнай, иҡтисадҡа уларҙан бер ниндәй файҙа юҡ. Ғөмүмән, хәҙерге бюрократия социалистик бюрократияны күп тапҡырға уҙып китте. Уларҙан кешеләргә, иҡтисадҡа бары тик зыян. Был тәңгәлдә үҙгәрештәр булмаһа, ауыл халҡының әүҙемлеге, бюрократик кәртәләрҙә тотҡарланып, бөтөнләй һүнәсәк. Был, әлбиттә, бөтә Рәсәй кимәлендәге проблема. Республикала, урындарҙа күп ыңғай үҙгәрештәр индерергә мөмкин, ләкин булған мөмкинлектәр әлегә тиклем файҙаланылмай.
— Һеҙ атап киткән проблемаларҙы хәл итеүгә университеттың Көньяҡ Урал филиалы үҙенең өлөшөн индерә аламы? Был тәңгәлдә ниндәй эш башҡарыла?
— Әгәр беҙ был төбәктә йәшәйбеҙ һәм эшләйбеҙ, ауыл иҡтисады өсөн белгестәр әҙерләйбеҙ икән, быларға битараф ҡала алмайбыҙ. Ауыл ерендә беҙҙең белгестәргә мохтажлыҡ булып та, уларға үҙҙәренең ҡеүәһен һөҙөмтәле файҙаланырға мөмкинлек булмаһа, белгестәр әҙерләүҙән файҙа юҡ. Шулай ҙа беҙҙең филиалдың тәғәйенләнешен белгестәр әҙерләүгә генә ҡайтарып ҡалыу дөрөҫ булмаҫ ине: ул күпкә киңерәк һәм йөкмәткелерәк. Филиал бөтә көньяҡ-көнсығыш райондар өсөн яңыса фекерләү, баҙар шарттарында һөҙөмтәле эшләү, алдынғы ҡарашлы һәм һәләтле кешеләрҙе һәр яҡлап үҫтереү, уларҙың мөмкинлеген уңышлы файҙаланыу, тупланған тәжрибә таратыу йәһәтенән бер үҙәккә әйләнергә тейеш. Билдәле, был маҡсатҡа өлгәшеү тиҙ һәм еңел булмаясаҡ, ләкин һәр яҡлап ныҡышмалы эш алып барабыҙ һәм артабан уны дауам итәсәкбеҙ.
Беҙ йыл һайын Сибайҙа Бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференциялар үткәрәбеҙ. Уларҙа төбәктең социаль-иҡтисади, экологик һәм башҡа проблемаларын республика, Рәсәй, донъя кимәлендәге проблемалар күҙлегенән ҡарап, уларға баһа бирәбеҙ, хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ. Студенттарҙы ғына түгел, төбәктәге төрлө белгестәрҙе, ҡала һәм район хакимиәттәре, ауыл биләмәләре вәкилдәрен йәлеп итеп, уларға ғалимдар менән бер рәттән асыҡтан-асыҡ фекер алышыу мөмкинлеге тыуҙырабыҙ. Төбәктә тормошҡа ашырылған социаль-иҡтисади, экологик һәм башҡа проекттарҙың фәнни нигеҙен булдырыуҙа туранан-тура ҡатнашабыҙ. Ғалимдарыбыҙ “2011 – 2015 йылдарҙа көньяҡ-көнсығыш төбәкте үҫтереүҙең комплекслы программаһы”на үҙҙәренең өлөшөн индерҙе. Быйыл Ейәнсура районында кредит кооперативтары селтәрен булдырыу һәм үҫтереү буйынса концепция эшләнде. Күгәрсен районында бер нисә проект тормошҡа ашырыла. Әйтергә кәрәк, был райондарҙың ғалимдар менән хеҙмәттәшлек итә башлауы — бик ыңғай һәм ҡыуаныслы күренеш. Башҡа ҡала һәм райондарҙың да фәнгә йөҙ менән боролоуына ышаныс ҙур. Бар ғалимдарҙың да проекттар буйынса үткәргән фәнни тикшеренеүҙәре төбәктәге проблемаларҙы үҙ эсенә ала. Уҡыу йорто, дәүләт учреждениеһы булыуға ҡарамаҫтан, бюджетҡа ғына күҙ терәп тормай, баҙар шарттарына яраҡлашып, түләүле хеҙмәт күрһәтеү буйынса эште йәйелдереп, филиалдың матди-техник нигеҙен нығытырға, уҡытыусыларҙың һәм хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын арттырырға, уларҙың матди хәлен яҡшыртырға, өҫтәмә килем эшләргә тырыша. Мәҫәлән, автомобиль йөрөтөргә, умартасылыҡ нигеҙҙәренә, электромонтерға уҡытыу курстары эшләй, хужалыҡтар менән килешеү нигеҙендә фәнни тикшеренеүҙәр һәм башҡа хеҙмәттәр күрһәтелә. Күп кенә студенттарыбыҙ, ошо курстарҙа уҡып, өҫтәмә һөнәр алыу мөмкинлегенә эйә.
Ауыл иҡтисадына инновациялар индереүҙе тиҙләтеү маҡсатынан сығып, киләсәктә филиал нигеҙендә төбәктең агротехник паркын булдырыу буйынса эш алып барабыҙ. Әлбиттә, был йүнәлеште яйға һалыу өсөн матди-техник базаны үҫтереү, фәнни кадрҙар, юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү мәсьәләһе буйынса бик күп эш башҡарырға кәрәк. Республика һәм урындағы етәкселек, шулай уҡ аграр университет коллективы, төбәктәге ауыл хужалығы предприятиелары һәм ойошмалары менән берлектә алдыбыҙға ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшербеҙ тигән өмөттәбеҙ.
Кәримә УСМАНОВА
Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад