Тәбиғәт яҙмышы — үҙебеҙҙең ҡулда19.02.2013
Тәбиғәт яҙмышы — үҙебеҙҙең ҡулдаҺуңғы йылдарҙа республикала экологик хәлдең көнүҙәк проблемалар иҫәбендә булыуы сер түгел: йылға-күлдәребеҙ күҙгә күренеп һайыға, хатта Ағиҙелдең уртаһында утрауҙар хасил булды; әленән-әле урман яна; ҡырағай туристар һыу буйҙарын сүплеккә әйләндерә; завод торбаларынан сыҡҡан төтөндәге ағыулы матдәләр ҙә һәләкәткә үҙ өлөшөн индерә. Быйыл Рәсәйҙә, Башҡортостанда иғлан ителгән Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы ошо мәсьәләләрҙе хәл итеүгә бер этәргес булыр, йәмғиәтте тупларға, экологик хәлгә йәмәғәтселектең иғтибарын йүнәлтергә ярҙам итер, тип ышанабыҙ. Һәр беребеҙ мөхитте һаҡлауға үҙ өлөшөн индерһә, эште үҙенең ихатаһынан, ауылынан, эргәләге йылғанан, күлдән башлаһа, хәл бермә-бер яҡшырыр ине. Ошо йылда үҙебеҙҙең тәбиғәт балалары булыуыбыҙҙы иҫкә төшөрөп, уға ярҙам ҡулы һуҙыуҙы изге бурыс тип ҡабул ҡылыу мотлаҡ!
"Башҡортостан" гәзите редакцияһында тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры менән "тура бәйләнеш" үтәсәге тураһында билдәле булғас та республиканың төрлө төбәгенән һорауҙар яуа башланы. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ултырышында ҡатнашыуы сәбәпле, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев "тура бәйләнеш"тә үҙе була алманы, гәзит уҡыусылар менән уның урынбаҫары Марат Вәкилев аралашты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мөрәжәғәттәрҙең бөтәһен дә гәзиттә баҫыу мөмкин түгел, шуға иң лайыҡлыларын ғына һеҙҙең хөкөмгә сығарабыҙ.

Тәүгеләрҙән булып билдәле журналист, публицист Марсель Ҡотлоғәлләмов шылтыратты.
— Һаумыһығыҙ, Марат Ғәлимйән улы! "Башҡортостан" гәзитендә ошондай әһәмиәтле сара үтеүе ҡыуаныслы. Һеҙгә ике һорауым бар. Матбуғат, радио, Тәбиғәт яҙмышы — үҙебеҙҙең ҡулдателевидение тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләһен даими күтәрә. Көнүҙәк темаларҙың береһенә әүерелгән, халыҡты борсоған мәсьәләләргә иғтибар ҙур. Тик йәмәғәтселектең экологик хәлгә битараф ҡалыуы борсой. Урындағы белгестәр, хакимиәт башлыҡтары, ауыл Советтары етәкселәре ошо сығыштарҙы иғтибарға алмай, уларҙы һанға һуҡмай һымаҡ. Мәҫәлән, мин тыуып үҫкән Әбйәлил районында 16 күл бар. Ошо һыу ятҡылыҡтарының бөгөнгө хәле өсөн борсолам: уларҙың күбеһе һаҙлыҡҡа әйләнә бара, һыуҙа йәшәгән тереклек һәләк була. Күлдәрҙең яры ла ныҡ бысраҡ. Ҡырағай туристар ут яға, кәйеф-сафа ҡорғандан һуң өйөм-өйөм сүп-сар ҡалдыра. Ул күркәм тәбиғәткә зыян килтермәй ҡалмай, әлбиттә. Ә урындағы власть вәкилдәре бер ниндәй ҙә сара күрмәй, битараф ҡала. Һорай китһәң, яуап бер: бюджетта аҡса юҡ! Ошо мәсьәләне нисек тә хәл итергә ине. Һыу ятҡылығы ниндәй ауыл Советына ҡарай, шундағы хакимиәт уның тирә-яғын таҙартыуҙы үҙ өҫтөнә алһын. Сүп ташлаған кешеләргә ҡарата етди сара күрелһен. Яуапһыҙлыҡ кеҫәгә һуҡҡан осраҡта сүп-сар ҡалдырыусылар ҙа ҡырҡа кәмер, тип уйлайым.
— Шылтыратыуығыҙ өсөн рәхмәт, Марсель Әҡсән улы. "Ашҡаҙар" радиоһы студияһында ғинуар башында үткән һөйләшеүҙә һеҙҙең менән ошо һәм башҡа мәсьәләләрҙе күтәргәйнек. Ысынлап та, көнүҙәк проблемаларҙың береһен телгә алдығыҙ. Яҙ һәм көҙ үткәрелгән өмәләр генә хәлде көйләй алмай — был бер кемгә лә сер түгел. Һәр районға хат яҙып, мәсьәләнең үтәлешен контролгә алырбыҙ.
— Һеҙгә Ғафури районының Ҡормантау ауылында йәшәгән Римма Мөхәрмәтова шылтырата. Ағиҙел йылғаһы буйында йәшәйбеҙ. Тап беҙҙең ҡаршыла ҡом-таш алалар. Соҡолған урындарға һуңынан бысраҡ, батҡаҡ тула. Һөҙөмтәлә яр ашала. Йылға ярҙарын нығытыу сараһы күреләме? Ошо хаҡта белергә ине.
— Ярҙы нығытыу буйынса эш алып барыла. Бының өсөн район хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Улар кәрәгенсә ғариза тултырырға тейеш. Беҙҙең белгестәр, хәлде өйрәнгәс, ярҙы нығытыу эшен башҡара. Бынан тыш, йылға буйына ағас ултыртыу мөһим.
— Ауыл осонда урман бар, тик уны ла ҡырҡып бөтөрөп киләләр инде...
— Мәсьәләне тикшерербеҙ, ауыл Советы менән бәйләнешкә инербеҙ, яр буйына ағас ултыртыуҙы ойошторғанда һәйбәт булыр ине, әлбиттә. Ә ҡом-таш ҡаҙыу өсөн рөхсәт булыуы шарт. Әгәр был эш законға ярашһыҙ ҡылына икән, сараһын күрербеҙ! Ғәйеплеләрҙе табыу, тәбиғәткә зыян килтереүселәрҙең эшен туҡтатыу беҙҙең вәкәләттәргә инә. Былтыр ошондай 113 осраҡ теркәлгән, рөхсәтһеҙ эш алып барыусылар яуаплылыҡҡа тарттырылған, уларҙан дүрт миллион һумдан ашыу штраф түләтелгән. Тағы егермегә яҡын эш буйынса тикшереү бара.
— Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылынан Мәрзиә Өмөтбаева булам. Башҡортостанда ғына түгел, бөтөн донъяла эсәр һыу мәсьәләһе киҫкен тора. Элек ауыл эргәһенән аҡҡан Эйектән һыу эсә торғайныҡ, әле был мөмкин түгел. 10 — 15 йыл элек йылға инешен, ярҙарҙы таҙартыу маҡсатында өмәләр үткәрелә ине. Әле ундай эште ойоштороусы юҡ. Тәбиғәткә ҡараш бөтөнләй үҙгәрҙе: уны талай беләбеҙ, ә ярҙам ҡулы һуҙмайбыҙ. Ниңәлер халыҡ бигерәк битарафҡа әйләнде. Мәктәптә элекке һымаҡ балаларға экологик тәрбиә лә бирмәйҙәр. Һеҙҙеңсә, халыҡты әүҙемләштереү өсөн нимә эшләргә кәрәк?
— Тап ошо мәсьәләне хәл итеү, халыҡтың, йәмәғәтселектең иғтибарын экологик проблемаларға йүнәлтеү өсөн Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы иғлан ителде лә инде. Бер көс булып тупланғанда ғына бөгөн үк хәл ителергә тейеш эштәрҙе атҡара аласаҡбыҙ. Иң мөһиме — һәр кем экологияны ҡотҡарыуҙың үҙенән башланғанын аңлаһын ине. Бына шунда ғына алға китеш буласаҡ, маҡсатыбыҙға өлгәшәсәкбеҙ.
— Дәүләкән районының Батраҡ ауылынан Сәүиә Теләшева булам. Беҙҙең ауылда бына инде 20 йылдан ашыу игенде ерҙе һөрмәйенсә сәсәләр, баҫыуҙар шуға ла сүп менән ҡаплана. Орлоҡ күмелмәй өҫтә ҡала. Өҫтәүенә сүп үләне үҫмәһен тип тупраҡты гербицид менән эшкәртәләр. Сәсер алдынан да, уңыш йыйғас та төрлө ашлама индерелә. Шуныһы ҡурҡыныс: әлеге уңыштан ҡалған һаламды ашап, мал үлә. Ә уның игене нисек була икән? Кешегә лә зыяны күптер! Ошо яландарҙа ҡорт сүпләгән ҡоштар ҙа ағыулана.
— Гербицид пестицидтар төркөмөнә ҡарай. Йыл һайын Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы әлеге ағыуҙы йыйып юҡ итеү эшен ойоштора. Был маҡсатлы программа ярҙамында тормошҡа ашырыла.
60-сы йылдарҙа ауыл хужалығында химик ашлама ҡулланыу күләме бермә-бер артты. 90-сы йылдарға тиклем ерҙе ағыуланылар. Унан колхоз-совхоздар тарҡала башланы, ҡулланылмай ҡалған был химикаттарҙы ҡайҙа етте шунда һаҡланылар. Һуңғы ете йыл эсендә 320 тонна пестицид юҡ ителде. Әлегәсә 29 районда эштәр алып барылды, 17 районда проблема тулыһынса хәл ителде. "Россельхознадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 24 районда 170 тонна пестицид һаҡлана, байтаҡ өлөшө Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Ауырғазы, Бәләбәй, Ишембай, Хәйбулла, Иглин, Бишбүләк, Архангел, Ҡалтасы, Дүртөйлө, Бөрө, Борай, Благовещен райондарында тупланған. Былтыр туғыҙ райондан 100 тонна пестицид сығарылған. Был маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан 3,9 миллион һум аҡса бүленгән.
Әлеге мәсьәләне район кимәлендә хәл итергә кәрәк. Беҙ ҙә урындағы етәкселеккә был хаҡта хәбәр итербеҙ.
— Белорет районының Сермән ауылынан Ришат Әхмәтов борсой. Халыҡ араһында Ямантау тураһында имеш-мимеш күп йөрөй. Йәнәһе, унда уран ятҡылыҡтары бар. Шуға беҙҙең яҡтарҙа онкологик сирлеләр күп икән.
— Ришат ҡустым, һиңә нисә йәш?
— Ун һигеҙем тула. Студентмын.
— Шылтыратыуыңа рәхмәт. Ул-был хәбәргә ышанма. Үҙем Межгорье ҡалаһында ун йылдан ашыу йәшәнем, һаулығыма зыян килмәне тип шикләнмәйсә әйтә алам.
— Рауил Монасов булам, Өфө ҡалаһынанмын. Һыу ятҡылыҡтарында балыҡ кәмегәндән-кәмей, айырыуса күлдәрҙә хәл аяныслы. Халыҡ быны һуңғы йылдарҙа Ағиҙелдең ташмауы менән аңлата, ҡайһы берәүҙәр "Йомағужа" һыу һаҡлағысын төҙөү менән дә бәйләй. Бөрө ҡалаһы эргәһендәге Шәмсетдин күлен ҡотҡарғандар, ти бит. Был сараға әллә күпме аҡса сарыф ителеүе мәғлүм. Һөҙөмтәләре булырмы, артабан был эш дауам итерме?
— Һуңғы биш йылда төбәгебеҙ ҡоролоҡтан йонсоно. Был хәлдең һыу ятҡылыҡтарына ҙур йоғонто яһағанын үҙегеҙ ҙә күреп тораһығыҙ. Ағиҙелдең ныҡ һайыҡҡанына барыбыҙ ҙа хафалана. Шәхси йорт хужалары ҡоҙоҡтарында һыуҙың кәмеүенә йә бөтөнләй китеүенә зарлана. Беҙ, дәүләт заказын үтәүсе булараҡ, һыу ятҡылыҡтарын һаҡлау, шишмәләрҙе төҙөкләндереү, йылға ярҙарын нығытыу буйынса байтаҡ эш алып барабыҙ. Бөрө районындағы Шәмсетдин күлен һаҡлап ҡалыу маҡсатындағы саралар "Башҡортостан Республикаһының 2013 – 2020 йылдарҙа һыу хужалығы комплексын үҫтереү" программаһына ярашлы башҡарылды. Шәмсетдин күле был эштә — "тәүге ҡарлуғас". Әлбиттә, бөтөн күлдәрҙе лә һаҡлап ҡалыу мөмкин түгел, әммә бөгөн үк ҡотҡарыуҙы талап иткән һыу ятҡылыҡтарына ярҙам ҡулы һуҙасаҡбыҙ.
— Ишембай районынан шылтыратам. Бәйләнешкә саҡ сыҡтым. Бөтөн республиканан шылтыраталармы әллә?
— Эйе, мөрәжәғәттәр күп.
— Минең исемем — Илһам Мәжитов. Башҡорт йәмәғәтселеген һуңғы йылдарҙа иң борсоғаны — Торатау яҙмышы.
— Һорауығыҙҙы аңланым. Шихандар — тәбиғәт ҡомартҡыһы, һәм был ерҙә хужалыҡ итергә, геологик ҡаҙыныу эше алып барырға ярамай. Сәнәғәт предприятиеһына сеймал өсөн “Ҡаран” ятҡылығы бирелә. Бындағы эзбизташтың сифаты Торатауҙағынан бер ҙә ҡайтыш түгел. Сеймалы 50 йылға етәсәк, ти белгестәр.
Шихан — диңгеҙ фаунаһын һаҡлаған уникаль тау. Улар элекке Башҡортостан ерендә тропик океан булыуын дәлилләй, ошо ваҡыттың тере шаһиттары. Бында "Ҡыҙыл китап"ҡа ингән 19 үҫемлек бар. Ҡурсалауға мохтаж йәнлектәр ҙә осрай. Торатауҙы киләсәк быуын өсөн һаҡларға бурыслыбыҙ. Был — Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының да ҡарашы.
— Өфө ҡалаһынан Сәүиә Заһиҙуллина булам. "Трамплин" туҡталышы янында йәшәйем. Беҙҙең эргәлә генә бер фермер мал аҫрай, ҡышын Ҡариҙел йылғаһы ярына төшөрөп һуғым һуя. Ҡанын, эсәген ағыҙа, баш-тояғын, һөйәктәрен шунда быраҡтыра. Йәй иһә ошо урында кешеләр һыу инә. Ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәнек — фәтүә юҡ.
— Һорауығыҙҙы аңланым. Тик был мәсьәлә беҙҙең министрлыҡ вәкәләтенә инмәй. Шулай ҙа 262-40-69 телефонына шылтыратып, дәғүәгеҙҙе белдерә алаһығыҙ. Был — министрлыҡтың "ҡыҙыу бәйләнеш" элемтәһе. Ул тәүлек әйләнәһенә эшләй һәм, ниндәй генә мөрәжәғәт килмәһен, бер шылтыратыусының да үтенесе яуапһыҙ ҡалмай. Мәғлүмәт шунда уҡ сара күрергә тейешле ойошмаларға еткерелә.
— Ғафури районының Сәйетбаба ауылынан Рәүилә Лоҡманова ине. Хәүефле ерҙә йәшәйбеҙ: йортобоҙ йылға буйында ултыра. Былтыр яҙғы ташҡын мәлендә өйҙөң бер яҡ нигеҙен, электр бағаналарын һыу йыуып алып китте. Был проблема буйынса ауыл Советына ла, район етәкселегенә лә мөрәжәғәт иттек, ләкин һөҙөмтә булманы. Быйыл ҡар мул ғына яуҙы, яҙҙы һағайып көтәбеҙ.
— Ышаныс белдереп шылтыратыуығыҙға рәхмәт. Проблеманы яҡшылап өйрәнмәйенсә, яуап бирә алмайым. Алдан фотолар ебәреүегеҙ һәйбәт булған. Хәлдең ысынлап та киҫкен икәнен шунда уҡ аңларға була. Тиҙ арала район хакимиәтенә мөрәжәғәт итербеҙ һәм һеҙгә яуапты хат аша ебәрербеҙ.
— Краснокама районынан шылтыратам. Быға тиклем әлеге мәсьәлә буйынса бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт иткәнебеҙ булманы. "Тура бәйләнеш" булғанын ишетеп, үҙебеҙҙе борсоған һорауҙы бирергә булдыҡ. Ауылыбыҙ эргәһендә генә нефть паркы урынлашҡан. Тупланған газды тәүлек әйләнәһенә ике факел ярҙамында яндыралар. Ә газдың тулыһынса янып бөтмәүе барыбыҙға ла мәғлүм. Һауаға осҡан матдәләре һаулыҡҡа зыян килтермәйме икән?
— Ысынлап та, урынлы һорау. Әле генә яуап бирә алмайым. Мәсьәләне өйрәнергә кәрәк. Һеҙгә почта аша хәбәр итербеҙ.
— Һаумыһығыҙ, һеҙҙе Өфө районының Авдон ауылынан борсойҙар ине.
— Эйе, алдан уҡ һеҙҙең ниндәй һорау биререгеҙҙе әйтә алам — ҡошсолоҡ фабрикаһы мәсьәләһен күтәрәһегеҙ, шулаймы?
— Шулай. Лилиә Ильясова булам. Ҡошсолоҡ фабрикаһы тураһында бер ғауғалашып алғайнылар инде, тик, шау-шыу тынғас, фабриканан тиреҫте яңынан баҫыуҙарға түгә башланылар. Ҡоромдоң күплеге аптырата.
— Һорауығыҙ аңлашыла. Был проблема йыш күтәрелә, шулай ҙа ул — "Росприроднадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы ҡарамағында. Быға тиклем булған тикшереүҙәрҙән һуң ҡоролмаларҙы яңыртыу бурысы ҡуйылғанын беләм.
— Өфө ҡалаһынан Илгиз Моратов шылтырата. Ҡалалағы һауаның торошо борсой мине. Черниковка биҫтәһендә йәшәйбеҙ, ҡайһы берҙә тын алыуы ауырлаша. Был мәсьәлә нисек хәл ителә?
— Уҙған йыл аҙағында атмосфераның торошон, һауалағы зарарлы матдәләр күләмен билдәләүсе ике күсмә лаборатория һатып алдыҡ. Улар Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында эшләй. Лаборатория шунда уҡ 15 матдә буйынса анализ яһай һәм мәғлүмәтте компьютерҙа сығара бара. Был белгестәргә заманса кимәлдә эшләргә мөмкинлек бирә.
— Республикала иң бысраҡ ҡалалар тип Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ һанала ине. Әле лә шулаймы?
— Был исемлектән Стәрлетамаҡты шикләнмәйенсә һыҙып ташлай алабыҙ. Рәсәйҙең Азов, Барнаул, Благовещенск, Волгоград, Екатеринбург, Ҡурған, Яр Саллы, Түбәнге Кама, Дондағы Ростов, Ставрополь, Тверь, Уссурийск, Черногорск ҡалаларында хәл бигүк шәптән түгел.
— Һаумыһығыҙ, Марат Ғәлимйән улы! Өфө ҡалаһынан Алмас Әнүәров шылтырата. Республика буйлап сәйәхәт итергә яратабыҙ. Ғаиләм менән ҡайҙа ғына булманыҡ. Тәбиғәт ҡосағында ял иткән ҡайһы бер әҙәмдәрҙең тәртибе аптырата. Халыҡ үҙе артынан өйөм-өйөм сүп-сар ҡалдырырға күнегеп китте. Шуны багажникка һалып ҡына алып ҡайтып булмаймы икән? Ғөмүмән, был мәсьәлә көнүҙәк.
— Тәбиғәт балаһы булыуыбыҙҙы онотоуҙандыр ул, Алмас ҡусты. Көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү, ысынлап та, көнүҙәк мәсьәлә. Уны хәл итеүҙең барлыҡ юлдарын да эҙләйбеҙ. Шуныһы үкенесле: Европа илдәрендәге кеүек көнкүреш ҡалдыҡтарын сортҡа айырып эшкәртеүгә халыҡ әле әҙер түгел.
Былтыр беҙҙең ведомство белгестәре тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоуҙың ете меңгә яҡын осрағын асыҡланы. Уларҙың 70 проценты көнкүреш ҡалдыҡтарына бәйле. 700-гә яҡын рөхсәтһеҙ сүплек бөтөрөлгән. Тирә-яҡ мөхиткә килтерелгән зыянды ҡаплау өсөн дөйөм күләме 16 миллион һум тәшкил иткән 35 дәғүә әҙерләнгән. Яҙғы һәм көҙгө өмәләр мәлендә 249 мең тонна ҡаты көнкүреш ҡалдығы махсус полигонға оҙатылған. Дөрөҫ әйтәһегеҙ, халыҡ ял урынында үҙе үк сүплек ойоштора. Йәй айҙарында 885 сүплек хасил булған. Шуға һеҙҙең кеүек яуаплы кешеләр күберәк булһын ине.
— Рәхмәт, шулай булһын ине лә ул! Шайтан ғына өмөтһөҙ, тиҙәр…


Вернуться назад