“Эстәрлене ярата ине...”19.02.2013
“Эстәрлене ярата ине...”Яҡты донъянан иртә киткән замандашым һәм дуҫым, халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа былтыр 80 йәш тулған булыр ине. Әйткәндәй, беҙ, яҙыусыларҙан 13 кеше, 1932 йылда тыуғанбыҙ. Шуларҙың ун бере — Рафаэль Сафин, Фәрит Богданов, Ким Әхмәтйәнов, Әнүр Вахитов, Сулпан Иманғолов, Илшат Йомағолов, Александр Филиппов, Рәйес Низамов, Ғәбит Садиҡов, Шакир Бикҡолов, Ихсан Әхтәмйәнов — баҡый донъяға күсте.

Беҙҙең балалыҡ һәм йәшлек дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы һәм унан һуңғы ауыр йылдарға тура килде. Ижади архивымды аҡтарып ултырғанда, ошо тиҫтерҙәремдең береһе Рәми Ғарипов менән төшкән фоторәсем килеп сыҡты. Тулҡынланып, уны ҡулға алдым да бер иҫтәлекле осрашыу күҙ алдына килеп баҫты, шағирҙың "Стәрлетамаҡ" тигән шиғыры иҫкә төштө:
Эсең бошһа, һыпырт Эстәрлегә,
Унда һине көтөп алырҙар...
Эйе, шағир ҡалабыҙҙы яратты, уны "Башҡортостандың көньяҡ баш ҡалаһы" тип йөрөттө. Йыш ҡына, Өфөләге ҡайнаштарҙан арынып, ҡалабыҙға килер ине. "Ашҡаҙар" ҡунаҡханаһы уның өсөн икенсе тыуған йорто булды. Совет осоронда бында йәшәү бик тә арзанға төшә торғайны. Шунда урынлашып, аҙналар буйы яҙышып йәшәгәнен йыш күрҙек. Бер килеүендә Рәми, шул көндәрҙә Салауат дәүләт башҡорт драма театрында ҡуйылған "Ашҡаҙар" спектакленә республикабыҙ гәзиттәрендә баҫылған рецензияларҙы уҡып, шул драмаңды алып, минең янға кил әле, тип шылтыратты.
Беҙ пьесаны бер тында уҡып сыҡтыҡ. Рәми драма әҫәрендә ҡулланылған боронғо һүҙҙәрҙе үҙенең ҡуйын дәфтәренә яҙып ултырҙы. Уҡып бөтөүгә, билмән күтәреп (сумкаһында бүтән күстәнәсе лә бар ине), шағирә Зөбәржәт Йәнбирҙина килеп керҙе. Ул шунда уҡ:
— Билмән һыуынғансы ашап алырға кәрәк, — тип тәҡдим итте, йылмайып ултырған Рәмиҙе етәкләп, табын янына ултыртты.
Рәми ҡаршы килмәне, әллә ысынлап, әллә шаярып:
— Бөгөн тамаҡҡа ҡабырға ла ваҡыт булманы, — тине һәм ҡулын сайҡарға йыуыныу бүлмәһенә табан атланы. Шул мәлдә Зөбәржәт минең ҡолаҡҡа:
— Ул бөгөн ашамаған, аҡсаһы бөткән, — тине.
Беҙ өсәүләшеп өҫтәл тирәләй урын алдыҡ. Рәмигә билмән бик тә оҡшаны булһа кәрәк.
— Зөбәржәт, һин әҙерләгәнгәлер, билмәнең бик тәмле булды, — тине, ғәҙәтенсә киң йылмайып.
Ошо ихласлыҡтан файҙаланып, мин дә һүҙ башланым:
— Зөбәржәтте яратҡаныңды беләбеҙ. Ә бына һин беҙҙең Стәрлетамаҡ районы гәзитен яратаһыңмы? — тинем.
— Мин гәзитте генә түгел, уның мөхәррирен дә яратам, — тине Рәми. — Сабир Усманов булһа кәрәк уның мөхәррире. Ҙур ихтирамға лайыҡ кеше.
— Ихтирам итһәң, шиғырҙарыңды күтәреп, редакцияға кил әле, — тинем. — Икәүләп Сабир ағайға инербеҙ. "Шағир беҙҙә ҡунаҡта" тигән рубрикала шиғырҙарыңды бирербеҙ. Һиңә гонорары ла зыян итмәҫ...
Рәми, ҡара тышлы журнал һымаҡ дәфтәргә тупланған шиғырҙарын күтәреп, иртәгәһенә үк редакцияға килеп инде. Сабир ағай Усманов, әҙәбиәтте яратҡан кеше булараҡ, ихлас һөйләште һәм, миңә шиғырҙарҙы әҙерләп, тотош бер бит бирергә ҡушты. Шунда ул Рәмиҙән:
— Ә шиғырҙарыңдың урыҫсаһы бармы? — тип һораны.
Рәми, ҡулындағы журналды күрһәтеп:
— Башҡортсаһы ла, урыҫсаға тәржемәһе лә ошонда, — тине.
Мөхәррир бухгалтерҙы саҡырып индерҙе лә мул ғына гонорар яҙырға ҡушты. Әйткәндәй, беҙ ул аҡсаға, ресторанға барып, егеттәрсә һыйландыҡ, унан һуң тимер юл вокзалына килеп (ул ваҡытта автобус йөрөмәй ине), Өфөгә билет алдыҡ. Рәми ҡатынына, балаларына күстәнәстәр алырға ла онотманы.
Сабир ағай Усмановтың бүлмәһенән сыҡҡас, мин Рәмиҙе беренсе ҡатҡа фотохәбәрсе бүлмәһенә алып килдем, шағирҙы гәзит өсөн фотоға төшөртөргә ине иҫәп. Фотохәбәрсе төрлөсә — баҫтырып та, ултыртып та — төшөрҙө. Ә сығып китер алдынан, иҫтәлеккә тип, икебеҙҙе ултыртып та фотоаппаратын сирттерҙе.
Тик аҙаҡ был фотолар менән күңелһеҙлек килеп сыҡты. Башҡортса һәм урыҫса шиғри шәлкемдәрҙе әҙерләп бөткәс, мин, Рәмиҙең фотоһын алырға тип, беренсе ҡатҡа төштөм. Әммә, үкенескә, фототаҫмалар араһынан күпме генә эҙләһәк тә, кәрәкле рәсемдәрҙе таба алманыҡ. Ай самаһы ваҡыт та үтеп киткәйне шул. Рәмиҙең шиғырҙарын фотоһыҙ ғына биреп ебәрергә мәжбүр булдым.
Бер нисә ай үткәс, фотохәбәрсе минең бүлмәгә йүгереп килеп инде лә өҫтәлемә Рәмиҙең фотоларын һалды.
— Ғәфү ит, — тине ул, ғәйебен танып. — Икенсе тартманан килеп сыҡтылар.
Мин, фотоларҙы алып, Сабир ағай Усмановҡа атылып тигәндәй барып индем.
— Ҡайһылай үкенесле, бына, фотолар табылды, әммә гәзиткә бирелмәй ҡалды бит, — тинем.
Мөхәррир, фоторәсемдәрҙе берәм-берәм ҡулына алып ҡараны ла:
— Ярар, үкенмә, — тине. — Шағир Эстәрлене ярата, килмәй булдыра алмаҫ. Шунда тағы ла саҡырып алырбыҙ.
Ләкин саҡырып ала алманыҡ... Ошо фоторәсемде "Башҡортостан" гәзитенә тәҡдим итәм.


Вернуться назад