Рәхмәт хаты19.02.2013
Ғүмер тигәндәре аҡҡан һыуҙай… Йыл һайын тыуған көндәр, юбилейҙар үтеп тора, һәм ғүмер байрамдары хәтерҙә матур иҫтәлек булып уйылып ҡала.
Әйткәндәй, минең өсөн дә 2013 йыл ғәйәт шатлыҡлы байрамдар менән башланып китте – ғинуарҙа 60 йәшем тулды. Минеңсә, был ир-ат өсөн – тормош тәжрибәһе тупланған бер осор ғына.
Ошо уңайҙан февралдә юбилейыма арналған сараны үткәреүҙә ҙур ярҙам күрһәткәндәре өсөн Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығына, Башҡорт дәүләт академия драма театры, “Башҡортостан” киностудияһы, Башҡортостан “Юлдаш” телеканалы, “Юлдаш”, “Ашҡаҙар” радиолары, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы, Өфөләге “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы, “Башҡортостан”, “Кызыл таң”, Белорет районының “Урал” гәзиттәре редакциялары коллективтарына, Нефтекама ҡалаһы, Белорет районы хакимиәттәренә, Т.Н. Сәғитовтың ғаиләһенә, балаларыма, туғандарыма, дуҫ-иштәремә, шулай уҡ Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай филармониялары һәм, әлбиттә, үҙемдең туған коллективым – Нефтекама дәүләт филармонияһы – артистарына ҙур рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ҙурҙан-ҙур уңыштар, ғаилә именлеге, киләсәктә лә берҙәм булып, емешле эшләргә насип булыуын теләп ҡалам. Алдағы көндәрҙә шатлыҡҡа, ҡыуанысҡа, бәхеткә генә төрөнөп йәшәргә яҙһын.


Вернуться назад