Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 24 йыл ваҡыт үткән. Йыл һайын был көндө әлеге һуғышта ҡатнашҡан ветерандар, һәләк булғандарҙың туғандары “Хәсрәтле әсә” мемориалы эргәһенә йыйыла. Быйыл да яуҙа һәләк булғандарҙы иҫкә алыу, осрашыу өсөн килгән халыҡ күп булды.
Әле йәмғиәттә был һуғыштың мәғәнәһеҙлеге тураһында йыш һөйләйҙәр, ләкин сәстәренә сал төшә башлаған ветерандар өсөн ул һаман да ҡанһыраған яра булыуын онотмайыҡ. Уларҙың барыһы ла яуҙа һәләк булған дуҫтарын, хеҙмәттәштәрен иҫкә алырға, баш эйергә килгән…
Бихисап кеше араһында һыуыҡтан бөршәйгән ҡәнәфер гөлдәрен тотоп, бер аҙ ситтәрәк торған ир кешегә иғтибар иттем. Уның күҙҙәрендәге моңһоулыҡ күңелде өшөтә. Сергей Артемьев — “Ҡанатлы гвардия” һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандарының төбәк-ара ойошмаһы вәкиле, запастағы майор.
— Был сараға йыл һайын киләм. Сәйәсәт ул — бер, кеше яҙмышы — икенсе. Йәп-йәш егеттәрҙең ғүмере өҙөлдө —шуныһы аяныслы. 24 йыл элек ҡорос кеүек ныҡлы малайы цинк табутта ҡайтҡан ата-әсәгә нимә тип әйтергә, ниндәй йыуатыу һүҙҙәре табырға һуң?! Мин рота командиры булып хеҙмәт иттем. Юғалтыуҙар күп булды. Шулай ҙа хеҙмәттәштәремде онотмайым. Айырыуса Силәбе өлкәһенең Куса ҡалаһында йәшәгән Илүсә Мезникова менән гел бәйләнештәмен. Ул ауыр яранан һуң I төркөм инвалиды булып ҡалды, умыртҡа һөйәге һынып, хәҙер тора алмай, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты уҙаман. Һөйләшкәндә әзмәүерҙәй ир күҙ йәштәрен тыя алмай илап ебәрҙе…
Фават Сибәғәтуллин был сараға Стәрлебаш районынан килгән.
— Был мемориалда минең ике туған ҡустым Рауил Мөҙәрисовтың исеме уйып яҙылған. Ҡустым танк командиры ине, – тип мемориалға ҡып-ҡыҙыл ҡәнәфер сәскәләрен һалды. Бер минут үттеме-юҡмы, сәскәләргә ҡар бөртөктәре ҡунып та ултырҙы.
Ирина Машковская — Ватанды һаҡлағанда һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләрен ҡурсалаусы Бөтә Рәсәй ойошмаһының Башҡортостан буйынса бүлексәһе рәйесе — һуғышта улы Андрейҙы юғалтҡан:
— Был ҡайғы — ғүмерлеккә. Республикала әлеге мәлдә 472 ғаиләнең ғәзиз балаһы Афған, Чечня, башҡа һуғыш яландарында ятып ҡалған. Беҙ ошо кешеләрҙе бер ойошмаға тупларға тырыштыҡ. Хоҡуҡи, ҡулдан килгәнсә башҡа ярҙам күрһәтергә тырышабыҙ. Бергәләп күтәргән ҡайғы еңелерәк була бит. Беҙҙең балаларҙы хәтерләүҙәре ҡыуаныслы. 27 йыл элек Ҡабул эргәһендә һәләк булған баламдың тиҫтерҙәрен күреп, улар менән бер аҙ аралашһам, хәсрәттәрем таралғандай була.
Бындай саҡтарҙа шағирә Кәтибә Кинйәбулатованың шиғырынан өҙөк иҫкә төшә:
Ғибрәт өсөн генә етмәйме ни
Афғанстан һалған ҡайғылар.
Йөрәгемдә әсә зары илай:
“Улҡайымды утҡа һалдылар…”
Афған һуғышы ветерандарының “Хәрби туғанлыҡ” Башҡортостан төбәк бүлексәһе союзы сарала әүҙем ҡатнашты. Был ойошма вәкилдәре, барлыҡ мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, республиканың төрлө тарафынан килеп еткән. Нисек кенә булмаһын, һуғыш һуғыш инде — күңел яралары уңалмай…