Әүҙем быуын тәрбиәләнә16.02.2013
Әүҙем быуын тәрбиәләнәЙәштәрҙең хоҡуҡи мәҙәнилеген күтәреү маҡсатында, Нефтекама ҡалаһының территориаль һайлау комиссияһы һайлау хоҡуғын белеүгә конкурс иғлан иткәйне. Бәйге студенттар һәм уҡыусылар ҡатнашлығында ике этапта үтте.

Студенттар араһында һайлау тураһындағы ҡануниәтте белгән иң яҡшы студент тип БДУ-ның Нефтекама филиалында белем алыусы Динара Әминева танылды. Уҡыусылар араһында иһә Олег Фәттәхов менән (1-се лицей) Алексей Закиров (13-сө урта мәктәп) беренсе урынды бүлеште.
Ошо көндәрҙә Нефтекама ҡалаһындағы конкурста еңеүсе студенттар һәм уҡыусылар өсөн Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы ишектәре асылды. Ихлас һәм йылы шарттарҙа үткән осрашыуҙа республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев, уның урынбаҫары Наилә Алтынова, комиссия секретары Марина Долматова һәм Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Ришат Лоҡманов ҡатнашты.
— Йәштәрҙең һайлау системаһы мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһыныуына, беҙ үткәргән конкурстарҙа ихлас ҡатнашыуына шатбыҙ, — тине Хәйҙәр Вәлиев йәш нефтекамалар менән осрашыуҙа.
Ул йәштәргә үҙәк аппарат, уның район һәм ҡалаларҙағы бүлексәләре эшмәкәрлегенең нисек ҡоролоуы, һайлауҙы ойоштороусыларҙың бөгөн ни менән мәшғүл булыуы, һуңғы йылдарҙа илдең һайлау ҡануниәтендә, Башҡортостан Республикаһының Һайлау тураһындағы кодексында ниндәй үҙгәрештәр булыуы тураһында һөйләне.
Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе балаларға аңлайышлы телдә бөгөн ҡала һәм райондарҙа участка һайлау комиссияларын төҙөүҙең нисек барыуы, унда сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләренең нисек ҡатнашыуы тураһында бәйән итте. Ул йәштәрҙе илдең һәм республиканың сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнашырға, барған ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһынырға саҡырҙы.
Йәштәр, йылы осрашыуҙарҙан тәьҫирләнеп, Үҙәк һайлау комиссияһының иҫтәлекле папкалары менән ҡайтып китте.


Вернуться назад