Кисә иртәнсәк Силәбе өлкәһе өҫтөндә метеорит шартлаған. Уның күк йөҙөн яҡтыртып осон үткәнен Башҡортостан халҡы ла күргән.
"Лекцияла ултырған саҡта тирә-яҡ ҡапыл бер нисә секундҡа яҡтырып китте, күҙҙәр ҡамашты. Дүрт минуттай ваҡыт үткәс, көслө шартлауҙар ишетелде, аудитория тәҙрәләре рамдары менән бергә килеп төштө. Беҙҙе шунда уҡ тышҡа сығарҙылар. Күптәр тәҙрә быялаларынан йәрәхәт алды", — тип хәбәр итте ваҡиғаның шаһиты, Силәбе дәүләт агроинженерия академияһы студенты Фидан Ғафаров "Башҡортостан" гәзите редакцияһына Интернет селтәре аша. Ғәҙәттән тыш хәлдән һуң кисә Силәбелә керәҙле элемтә бөтөнләй эшләмәҫ булды.
Башҡортостанға ҡайтырға йыйынған яҡташыбыҙ Рәйсә Зәйнуллина ла автовокзалда саҡта шартлауҙы ишеткән. "Шартлау арҡаһында автовокзал ҙур зыян күрҙе, беҙҙең күҙ алдында бер ҡатлы ағас йорт емерелде. Эҫе тулҡын битемде яндырырға өлгөрҙө", — тине ул беҙгә.
Мәғлүмәт агентлыҡтарындағы хәбәрҙәрҙә зыян күреүселәрҙең иҫәбе тәүҙә 150, һуңынан 250 кеше тип күрһәтелде, ә материал әҙерләнгән саҡта был һан 450-гә етте. Үлем осраҡтары теркәлмәгән.
Шартлау көсө ҙур булған: Силәбе ҡалаһындағы күп биналарҙың тәҙрәләре ватылған, цинк заводы цехында стеналар менән ҡыйыҡ емерелгән. Өлкәндәргә шунда уҡ балаларҙы мәктәптән һәм баҡсанан алып ҡайтырға ҡушылған.
Бер нисә көн элек Башҡортостанда ҡайһы берәүҙәр күктә сәйер күренеште — көпә-көндөҙ күктә икенсе ҡояш кеүек янып барған шарҙы күҙәтеп, видеояҙмаһын Интернетҡа һалғайны. Кисә килеп, күрше төбәктә метеорит шартланы. Күптәрҙә "Ни өсөн ғалимдар Ергә яуған ошондай есемдәр хаҡында алдан хәбәр итмәй?" тигән һорау тыуа. Свердловск өлкәһендәге обсерватория директоры Полина Захарованың аңлатыуынса, был ябай метеороид булған, ундайҙарҙы алдан күреү мөмкин түгел икән.
Шуныһы шаҡ ҡатыра: метеориттың ауырлығын астрономдар бер килограмдан ашыуыраҡ тип баһалай.