“Рәсәй патриоттары” намыҫлы булырға өндәй16.02.2013
2013 йылдың көҙөндә буласаҡ һайлау үҙ-ара ихтирамлы мөнәсәбәт нигеҙендә үтергә тейеш, тип белдерҙе “Рәсәй патриоттары” партияһының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Заһир Хәкимов, “Берҙәм Рәсәй” партияһының мөрәжәғәтенә яуап рәүешендә.

— Беҙ һәр һайлаусының үҙ аллы тауыш биреүгә хоҡуғын хөрмәт итергә саҡырабыҙ. Республика халҡы күпселек тауыш биргән сәйәсмән генә һайланасағына ышанырға тейеш. Һайлау намыҫлы шарттарҙа үткән осраҡта ғына, вәғәҙәләрен үтәгән депутаттар иҫәбе артасаҡ, — тине Заһир Хәкимов.
Ул, намыҫлы һайлау тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйғанда, сәйәси партияларҙы бәхәсле барлыҡ мәсьәләләрҙе асыҡтан-асыҡ тикшереү юлы менән хәл итергә саҡырҙы.


Вернуться назад