Күптәрҙең остазы ине...16.02.2013
Башҡорт әҙәбиәте ҙур юғалтыу кисерҙе: ошо көндәрҙә күренекле әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе, филология фәндәре кандидаты, доцент, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Зәйнәб Биишева һәм Ғәли Ибраһимов исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Ишбулды Ғиниәт улы Вәлитов 78-се йәшендә вафат булды.

Ишбулды Вәлитов сығышы менән — Күгәрсен районының Яңауыл ауылынан. 1952 йылда Яңауыл ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Мораҡ педагогия училищеһында, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының урыҫ-башҡорт бүлегендә белем ала һәм хеҙмәт юлын махсус саҡырыу буйынса Өфөлә, СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында башлай. Ләкин бында оҙаҡ эшләргә тура килмәй — Стәрлетамаҡ институты етәкселеге уны үҙенә кире ҡайтарып ала. Бында И.Ғ. Вәлитов, 45 йыл эшләп, өлкән уҡытыусынан доцент, профессор дәрәжәләренә тиклем күтәрелә, йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙә арымай-талмай эшләй. Атап әйткәндә, Ишбулды Ғиниәт улы юғары уҡыу йортонда әҙәбиәтте өйрәнеү менән төплө шөғөлләнә, йәш көстәр үҫтерә, байтаҡ йылдар институттың башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһына етәкселек итә. Абруйлы уҡытыусы-ғалимдың намыҫлы хеҙмәте дәүләт тарафынан юғары баһалана: 1981 йылда уға Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены бирелә.
Был уңыштар Ишбулды Ғиниәт улының әҙәбиәт ғилеменә ҙур өлөш индереүен, тос фекерле булыуын, үткән менән бөгөнгөнөң, киләсәктең күсәгилешлелеген тәрән сағылдыра алыуын бик асыҡ күрһәтә. Һанай китһәң, башҡорт әҙәбиәтенең ХХ быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеш процесын уның исеменән тыш күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Яҙыусыларҙың шул осорҙағы яңы әҫәрҙәренә — прозамы ул, драмамы йәки шиғриәтме — ҡәләм оҫтаһы киң ҡараштан сығып ғәҙел баһа бирҙе, шуның менән үҙен әүҙем тәнҡитсе, ихлас кәңәшсе итеп танытты.
“Зәйнәб Биишева ижады” (Өфө, “Китап”, 1980 йыл, Әнүр Вахитов менән берлектә), “Ижади үрҙәргә” (1986), “Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева: тормошо һәм ижады” (2003) кеүек китаптары төп хеҙмәттәре булып һанала. Улар бөгөн дә баһаһын юғалтмаған. Бигерәк тә һуңғы китабы халыҡ яҙыусыһының халыҡсан, милли колоритлы, бай йөкмәткеле, киң ҡоласлы эпик әҫәр ижад итеүен дәлилләгән үҙенсәлекле эш булып тора.
Күренекле яҙыусы, мәғариф ветераны, уҡытыусыларҙың остазы, яҡшы кеше Ишбулды Ғиниәт улы Вәлитов хаҡындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.


Вернуться назад