Ҡотлайбыҙ!16.02.2013
Ҡотлайбыҙ!Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылынан ҡәҙерле кешебеҙ, ирем, һөйөклө атайыбыҙ, ҡоҙабыҙ, ҡайныбыҙ, ҡартатайыбыҙ Фәнзил Бүләк улы Санъяровты күркәм байрамы — 60 йәшлек матур юбилейы менән бар йөрәктән ихлас ҡотлайбыҙ!
Яратҡан кешебеҙгә аҡ бәхеттәр, ныҡлы сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай бәрәкәтле ғүмер, инәйебеҙ менән иңгә-иң терәшеп, балаларының игелеген күреп, хәйерле маҡсаттарына ирешеп, барыбыҙҙы ҡыуандырып, оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ. Тыуыр таңдарың имен, килер көндәрең нурлы булһын!

Насип булһын артабан да йәшәү
Ғаилә бәхетенә йыуанып.
Бар шатлығын, бәхет һәм рәхәтен
Был донъяның татып, ҡыуанып.

Тормош иптәшең, ҡоҙағыйҙарың, балаларың, килендәрең һәм ейәнсәрең Йәсминә, ейәнең Таһир.


Вернуться назад