Бергә йәшәү — бүләк16.02.2013
Бергә йәшәү — бүләкФидан Ғафаров һүҙҙәре Урал Рәшитов көйө

Һәр кемдең дә ғәзиз балаһы бар —
Олоһо бар уның, кесеһе.
Һәр кемдең дә ғәзиз әсәһе бар,
Атаһы бар — таяныр кешеһе.

Килер яҙҙар, етер йәмле йәйҙәр,
Ҡыштар түгел әле мәңгегә.
Балаларың менән бергә йәшәп,
Айырылмаһаҡ ине мәңгегә.

Ҡушымта:

Был донъяла бергә йәшәү — бүләк,
Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен беләйек.
Ауыр саҡта ярҙам итешәйек,
Шатлыҡтарҙы бергә бүләйек.

Күңелдә — нур, йөрәктәрҙә — сафлыҡ,
Хистәр ашҡына әллә ҡайҙарға.
Бәхет ташып, йәшлек булып балҡып,
Йәшәйек беҙ ғүмер-ғүмергә.

Ҡушымта:

Был донъяла бергә йәшәү — бүләк,
Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен беләйек.
Ауыр саҡта ярҙам итешәйек,
Шатлыҡтарҙы бергә бүләйек.

Әсәйҙәрҙең ғүмерен теләйек,
Атайҙарҙың ҡәҙерен беләйек.


Вернуться назад