Һаулыҡ, татыулыҡ булһын өсөн16.02.2013
Һаулыҡ, татыулыҡ булһын өсөн"Кешене урын түгел, ә кеше урынды биҙәй", тиҙәр. Ысынлап та, эшен яратҡан хеҙмәткәр ҙур булмаған вазифаһын да "гөлгә күмә". Ошо матурлыҡ, янындағыларҙың күңеленә лә ҡунып, яңы үрҙәргә дәрт уята.

Эштә бындай мөхитте, ғәҙәттә, ҡатын-ҡыҙ тыуҙырыусан. "Икенсе өйөбөҙ" илһам, күңел тыныслығы биргән күркәм мөйөш икән, унда көн дә байрамға ашыҡҡандай йүгереп киләһең бит.
Бөгөнгө техника заманында эш бүлмәһен гөл менән биҙәү айырыуса киң таралған. Матур ҙа, һаулыҡ өсөн дә файҙалы. Йәшеллектең хеҙмәткәрҙәрҙең сәләмәтлегенә нисек тәьҫир итеүен ғалимдар оҙаҡ ҡына өйрәнгән. Тикшеренеүҙәр шуны күрһәткән: офиста үҫенте бар икән, эштәге мәсьәләләр тиҙерәк һәм һөҙөмтәлерәк хәл ителә, коллектив дуҫ, татыу була. Өҫтәүенә, хеҙмәткәрҙәр арыуға, баш ауыртыуына һирәгерәк зарлана икән.
Техника күплектән, офиста һауа ҡоро була. Дымландырыу өсөн ҡаҙаяҡ гөлө үҫтерергә тәҡдим ителә. Билдәле булыуынса, ул йылыны һәм тоноҡ яҡтылыҡты ярата. Шулай уҡ хлорофитум, сансевиерия гөлдәре файҙалы: тәүгеһе зарарлы матдәләрҙе юҡ итеп, һауаны таҙартһа, икенсеһе формальдегид молекулаларын бөтөрә. Икеһе лә һаулыҡҡа ыңғай йоғонто яһай, дауалау көсөнә эйә.
Компьютер алдында эшләгәндәргә драцена һәм финик пальмаһы ярҙамға килер. Ғөмүмән, эш өҫтәлендәге үҫентеләр күҙҙе ял иттерә. Япраҡтар, йәшел төҫтә булғанлыҡтан, иғтибарҙы йәлеп итмәй. Уларға ҡараһаң, фекер туплауы ла еңелерәк. Сәскәләр иһә, матурлығы, сағыу төҫө менән иғтибарҙы тотошлай ялмап алып, мәшәҡәттән аҙға ғына булһа ла ситкә китеп, мейене ял иттереп алыу мөмкинлеген бирә. Әммә үҫентеләрҙән ҡатмарлы композициялар яһарға ярамай, барыһы ла ябай булһын.
Компьютерҙың эргәһенә кактус гөлөн ҡуйыу ғәҙәтебеҙгә ингән. Ул техниканан килгән зарарлы матдәләрҙән һаҡлай, тибеҙ. Шул уҡ ваҡытта энәле үҫентене ҡул аҫтында тотоу сәйер ҙә кеүек. Әммә, ысынында, "уҫал" кактус өҫтәл янында тотанаҡлы, ипле ултырыуҙы, ҡулды болғап һөйләгәндә иғтибарлы булыуҙы, ҡағыҙҙарҙы, документтарҙы йыйнаҡ итеп һалыуҙы талап итеүсе лә.
Бүлмә гөлдәре кеше күңелен ҡәнәғәтлелек, аһәң менән тулыландыра, төшөнкөлөктө, көсөргәнеште яйға һалырға ярҙам итә. Эш буйынса осрашыуҙар үткәргән ваҡытта өҫтәлдең уртаһына ҙур булмаған бальзамин кеүек сәскәле үҫенте ултыртырға онотмағыҙ. Ул үҙ-ара килешеүгә булышлыҡ итер.
Әйткәндәй, Японияла офис хеҙмәткәрҙәре эштә йәшелсә лә үҫтерә икән. Айырыуса черри помидорына, ҡуҙаҡлы борсаҡҡа өҫтөнлөк бирәләр. Төп ниәттәре эш көсөргәнешен кәметеүгә ҡайтып ҡала.


Вернуться назад