Өлгөрөрмөн әле, тимәгеҙ16.02.2013
Өлгөрөрмөн әле, тимәгеҙТышта ҡыштың һуңғы айы — тиҙ үҙгәреүсән, ҡарлы-буранлы февраль. Шуға ҡарамаҫтан, баҡсала ошо осорҙа башҡарылырға тейешле эштәр хаҡында онотоп ебәрмәйек.

Ағас бирешмәһен өсөн

Иң тәүҙә ундағы ҡарҙың күләменә иғтибар итергә кәрәк. Аҙ икән, ситтән ташып өйөү зарар итмәҫ: тупраҡтың дымлылығы үҫемлектәр өсөн бик мөһим. Емеш ағастарының төбөндәге ҡарҙы тапарға кәрәк. Был аҫтағы кимереүселәргә урын ҡалмаһын, улар тамырҙарҙы ашай алмаһын өсөн эшләнә.
Февралдә көн йылытҡан осраҡта ағас олонон ағартырға кәрәк — был уларҙы ҡояштың ҡапыл йылытыуынан һаҡлар. Ҡаты һыуыҡтарҙың иһә емеш ағастарының бөрөләрен юҡ итеүе ихтимал. Шуға күрә уларҙы ҡар менән ҡаплауҙы туҡтатмайбыҙ. Бындай ышыҡтың бейеклеге, ғәҙәттә, 1,5-2 метр була.
Ҡоротҡостарға ҡаршы алышты дауам итәбеҙ. Сысҡандарҙың, мәҫәлән, ҡышҡа әҙерләгән аҙығын ашап бөтөп, һеҙҙең ағас хаҡында уйлай башлауы бик ихтимал. Уларҙың эҙләнеп йөрөгәнме-юҡмы икәнен тикшереүе еңел: ҡарҙы бер яҡтан ҡаҙып ҡуяһың да эҙҙәрен күҙәтәһең. Фаразығыҙ ысынға сыҡһа, ҡарҙы урынына кире һалып, ҡоротҡостоң юлын быуаһың.
Баҡсаның һаҡсылары — ҡоштар хаҡында ла оноторға ярамай. Уларҙың тағараҡтарын аҙыҡтан өҙмәгеҙ. Һөҙөмтәлә был ҡоштар яҙ ҙа, йәй ҙә уңышығыҙҙың именлеген хәстәрләр.

Орлоҡто һаҡлау ысулдары

Алдағы миҙгелдә сәсеү өсөн тәғәйенләнгән орлоҡтарҙы һайлап алығыҙ, башҡаларын кире һаҡлауға һалырға мөмкин. Уларҙың сәсеүгә яраҡлылыҡ ваҡыты хаҡында онотмағыҙ. Әлегә ҡулланылмағандарын, ҙур булмаған өлөштәргә бүлеп, айырып һалырға тәҡдим ителә — бер температурала һәм дымлылыҡта тотолған орлоҡтар яҡшыраҡ, оҙағыраҡ һаҡлана. Уларҙы эске ҡаты фольганан булған ҡағыҙ ҡапсыҡта тотоу һәйбәтерәк. Юҡ икән, ҡаптырғыслы, ғәҙәти целлофандан яһалғандары ла ярай.
Бегония, фуксия, пеларгония, Шабо ҡәнәфере кеүек оҙаҡ үҫкән сәскәләрҙең орлоғон үрсетмәгә ултыртырға ваҡыт. Уларҙы, бүлмәләрҙә әлегә ҡараңғыраҡ булғанлыҡтан, өҫтәмә яҡтыртып тороу кәрәгер. Күп йыллыҡ сәскәләрҙе сәсергә әҙерләй башлағыҙ. Бабасыр уты, дельфиниум, ҡыңғырау сәскәһе һәм башҡаларҙың орлоғон һалҡында тотоу кәрәк. Бының өсөн уларҙы йылы һыуҙа һәйбәт итеп йыуырға, унан таҙа йылға ҡомона бутарға һәм, туҡыманан тегелгән ҡапсыҡҡа һалып, сәсеү ваҡытына ҡәҙәр һыуытҡыстың аҫҡы кәштәһенә ҡуялар. Апрель-майҙа һалҡын парникка йә иһә өйҙәге теплицаға сәсәләр.
Тап ошо осорҙа бүлбеләрҙе иғтибарҙан айырырға ярамай: ҡыш аҙағында уларҙың үҫеп китеүе йәки, киреһенсә, кибә башлауы ихтимал. Икенсе осраҡта үҫемлекте түбәндәгесә һаҡлап ҡалырға мөмкин: уны целлофан ҡапсыҡҡа һалып, өҫтөнә бысҡы вағын һибәбеҙ һәм һыуытҡыстың йәшелсә-емеш һала торған бүлексәһенә урынлаштырабыҙ.
Бүлбе үҫкән осраҡта төрлөсә алым ҡулланыла. Мәҫәлән, гладиолусты һыуытҡыста яҙға ҡәҙәр тоторға мөмкин, әммә, үҫенте 5 сантиметрҙан ашһа, уны өҙөргә кәрәк — яңыһы сығыр.

* * *
Февраль — сәсеү йәшниктәре яһау, парниктарҙың ҡыҫанын тикшереү, баҡса эше өсөн кәрәк-яраҡты теүәлләү өсөн иң ҡулай мәл. Әҙерлекте әле үк башлаһағыҙ, төп мәшәҡәттәргә ваҡытығыҙ етерлек булыр.


Вернуться назад