Ете тарафтан ете хәбәр15.02.2013
94 ауылға ла барасаҡтар

Районда Хакимиәт көндәре башланды. Урындағы етәкселек, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары, Пенсия фонды бүлексәһе, халыҡты социаль яҡлау идаралығы, хужалыҡтар вәкилдәре, полиция хеҙмәткәрҙәре, муниципаль Совет депутаттары ауылдарға сыға.
Халыҡты тәү сиратта юлдарҙы төҙөкләндереү, мәктәптәрҙе яңыртыу, урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләләре борсой. Мобиль төркөм ай аҙағынаса барлыҡ 94 ауылда осрашыу үткәрергә ниәтләй.
Мәләүез районы хакимиәте сайтынан.

Милли кейемгә мәртәбә

Беҙҙә “Сыуаш милли костюмы” төбәк-ара байрамы үтте. Арҙаҡлы шәхес, академик Василий Николаевтың сыуаш кейеме тарихы тураһындағы китабы баҫылыуға 10 йыл тулыуға арналған сараға республиканың төрлө район һәм ҡалаһынан, күрше төбәктәрҙән 300-гә яҡын кеше йыйылды.
Тәүгә ойошторолған был байрамда ҡул оҫталары үҙ эштәрен күрһәтеп кенә ҡалманы, тәжрибә лә уртаҡлашты. Чебоксар ҡалаһынан килгән Зинаида Воронова, мәҫәлән, оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо.
“Ауырғазы хәбәрҙәре”.

Балыҡ һурпаһы тәмле

Район биләмәһендәге Линевое күлендә ҡармаҡ һалыу буйынса хәҙер инде йолаға әүерелгән Башҡортостан кубогы ярыштары үтте. Бәйге ир-егетте лә, ҡатын-ҡыҙҙы ла, бала-сағаны ла бергә йыйҙы. Спортсылар һәм һәүәҫкәрҙәр айырым баһаланды.
Сараға республиканың төрлө районынан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән дә килеүселәр бар ине. Боҙҙа 100-ҙән ашыу кеше йыйылды. Иң оҫта балыҡсылар тип Дмитриевка ауылынан Зиновий Галярник менән уның ейәне Игорь табылды. Командалар араһында беренсе урынды Силәбе өлкәһе спортсылары яуланы. Ярыш бөткәс, бергәләп балыҡ һурпаһы бешерҙеләр.
“Өфө үҙәндәре”.

Юлдағы тәртип — тәрбиәнән

Юл хәүефһеҙлеге хеҙмәтенә 80 йыл тулыу уңайынан Баймаҡ районының ЮХХДИ инспекторҙары уҡыусылар араһында шаяндар һәм тапҡырҙар ярышын ойошторҙо.
Унда Баймаҡ лицей-интернатының, ҡаланың 3-сө, Аҡморон һәм Иҫке Сибай ауылдары мәктәптәренең йыйылма командалары ҡатнашты. Уҡыусылар ҡағиҙә боҙоусы водителдәрҙе, инспекторҙарҙы, юл мажараларын килештереп күрһәтә алды. Үҫмерҙәр араһында бындай саралар үткәреү үҙ һөҙөмтәһен бирә, тип билдәләй инспекторҙар.
“Һаҡмар”.

“Һындыр иҙән таҡтаһын!”

Балтика ауылындағы мәҙәниәт йорто төҙөкләндерелгәндән һуң йәнә ишеген асты. Бинала күп тә тормай үҙешмәкәр коллективтар фестивале башланды.
“Сябры” белорус йыры халыҡ вокаль ансамбленең, “Аҡ тирмә” һәм “Халыҡ байрамы” коллективтарының сығышын тамашасы йылы ҡабул итте. Шулай итеп, төҙөкләндерелгән бинаның сәхнәһен һынап ҡараныҡ. Районда фестиваль апрелгә тиклем барасаҡ һәм еңеүселәрҙең сағыу гала-концерты менән тамамланасаҡ.
“Иглин хәбәрҙәре”.

70 йылдан һуң…

Латвияла 1944 йылда хәбәрһеҙ юғалған Степан Подвойскийҙың һөйәктәре табылыуы тураһында гәзиттә яҙғайныҡ. Ошо көндәрҙә эҙәрмәндәр отряды уның туғандары менән осрашҡан. Матәм сараһы Кушнаренколағы мемориалға сәскә һалыуҙан башланған, артабан яугирҙең тыуған ауылында дауам иткән.
Степан Подвойский “Ил-2” самолетында осҡан, Латвия өсөн барған алыштарҙың береһендә һәләк булған. Эҙәрмәндәр былтыр июлдә уның самолеты ҡалдыҡтарын һәм яугирҙәрҙең һөйәктәрен тапты. Подвойскийҙың туғандарына уның миҙалы, пистолет магазины тапшырылды. Яҡташыбыҙ 9 Майҙа Латвияла ҡабаттан ерләнәсәк.
“Авангард”.

Афған һалдаттары көс һынашты


“Таҙалыҡ” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Мишкә, Балтас, Ҡариҙел, Асҡын райондарынан Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡандар осрашты. Улар спорт ярыштарында көс һынашты, яу юлдарын хәтерләне.
Армрестлинг, автоматты йыйыу һәм һүтеү, сәпкә атыу, боулинг, баскетбол буйынса ярыштарҙа барыһы ла ихлас ҡатнашты. “Иң көслөләр” номинацияһында — мишкәләр, шәхси беренселектә Аркадий Айкашев еңде. Иң етеҙҙәр — Ҡариҙел командаһы. Ә иң мәргәндәр тип асҡындар иғлан ителде. Автоматты йыйыу һәм һүтеүҙә — Динар Сәмиғуллинға, мәргәнлектә Рәшит Әсләмовҡа етеүсе булманы.
Мишкә районы хакимиәте сайтынан.


Вернуться назад