Әгәр ул һуғыш булмаһа...15.02.2013
Афған яуы тураһында халыҡ аңында төрлө фекер йәшәй. “Кәрәк булдымы икән совет һалдаттарына унда ҡатнашыу?” — тип уйлана күптәр. Ә беҙ гәзит уҡыусыларға “Дәүләт бөгөн Афғанстан яугирҙәре алдындағы социаль бурысын үтәйме?” — тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.
Наил ҒИЗЗӘТУЛЛИН, Башҡортостандағы Хәрби хәрәкәттәр ветерандары йәмәғәт ойошмаларының координация советы рәйесе, беренсе класлы хәрби осоусы:
— Фекерҙәр күп төрлө, шулай ҙа хата булмағандыр, тим. Быны тарих үҙе дәлилләне. Ана, хәҙер күреүегеҙсә, беҙ киткәс, унда американдар килде. Ә беҙ афған халҡына ярҙам итергә тип барғайныҡ. Интернациональ бурысыбыҙҙы үтәнек. Ә американдар урындағы халыҡ менән бик иҫәпләшмәй. Тағы бер проблема — наркотиктар. Беҙҙең заманда контроль көслө ине, ағыу ситкә сыҡманы.
Дәүләт ярҙамына килгәндә, ул бар. Мәҫәлән, былтыр 1 ғинуарҙан көсөнә ингән закон буйынса инвалидтарға түләү артты. Торлаҡ биреү буйынса ла эш бара, әле 2005 йылға тиклем ғариза яҙғандар фатир ала. Ҡаршылыҡтар бар, әлбиттә, уны хәл итергә кәрәк.
Тимерйән РӘЖӘПОВ, Башҡортостандың Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе:
— Беҙ, унда ҡатнашҡан һалдаттар, һуғыштың мәғәнәһе тураһында уйлап торманыҡ. Иң мөһиме — илебеҙ алдындағы хәрби бурысыбыҙҙы үтәнек. Һәм, әйтергә кәрәк, быны лайыҡлы башҡарҙыҡ. Ә хәҙерге заманға килгәндә... Бихисап ойошма барлыҡҡа килә, ветерандар мәнфәғәтендә эштәр башҡарыла, тибеҙ, әммә ғәмәлдә ярҙам аҙ. Беҙҙең Союз өс меңдән ашыу яугирҙе берләштерә. Ҡулдан килгәнсә ярҙам итәбеҙ уларға. Белеүебеҙсә, яраланғандар, контузия алғандар күп. Уларға бөгөн дә реабилитация кәрәк, шуға дауалау үҙәктәренә, хәрби госпиталь һәм шифаханаларға ебәрәбеҙ. Депутаттар был өлкәлә тырышыбыраҡ эшләһен ине — хоҡуҡтарыбыҙҙы яҡлаған һәм мәнфәғәттәребеҙҙе ҡайғыртҡан закондар кәрәк.
Илгиз ҒИЗЕТДИНОВ, республиканың Урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәре, Афған һуғышында ҡатнашҡан:
— Был һуғыштың кәрәкме-юҡмы икәнлеге тураһында фекер йөрөтөүе ауыр. Ул саҡта уйламаныҡ, бурыс үтәнек. Барыбер мәғәнәһе булғандыр, тип уйлайым. Беҙ бит үҙебеҙ булып баҫып инмәнек, ә ярҙамға тип барҙыҡ. Шул уҡ ваҡытта урындағы халыҡҡа ярҙам итә инек. Улар менән яҡшы мөнәсәбәттә инек. Беләһегеҙме, кисә үҙем менән нимә булғанын онотһам да, һуғыштың, шунда йөрөгәндең һәр минуты бөгөнгөләй күҙ алдында. Ул осор күңелдә тәрән эҙ ҡалдырҙы. Ветерандарға иғтибар етеңкерәмәй, тип уйлайым. Һуғышта ҡатнашҡан өсөн ай һайын ике мең һумдан саҡ ҡына күберәк аҡса алам, башҡа ярҙам юҡ. Кемдер торлаҡҡа өмөт итә ине, тик сират бик ҙур, буталсыҡтар күп. Мин, мәҫәлән, үҙ көсөм менән фатирлы булдым.
Зәлиә ИБРАҺИМОВА, сығарылыш класс уҡыусыһы:
— Атайым Афған һуғышында ҡатнашҡан. Уны, яңы 18 йәше тулған үҫмерҙе, “ҡыҙыу нөктә”гә тыҡҡандар. Психикаһы ла нығынып бөтмәгән егет үҙ күҙҙәре менән үлем күрһен әле! Аллаға шөкөр, ул иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан, әсәйем менән танышып, матур итеп ғаилә ҡорған. Шулай ҙа күҙҙәрендә ниндәйҙер һағыш бар. Төндәрен дә йыш һаташып уяна. Контузия алған, шуның эҙемтәләре барҙыр. Дәүләт ҡушыуы буйынса мәхшәрҙә булып ҡайтһа ла, уға ни бары 2 мең һум самаһы аҡса түләйҙәр. Минеңсә, бер һуғыштың да мәғәнәһе юҡ.
Хәйҙәр (фамилияһын яҙҙыртырға теләмәне), Белорет районы:
— Мин ошо яуҙа ла, Чечен һуғышында ла хәрби бурысымды үтәнем, бөгөн шуға ла һаулығым шәптән түгел. Яраланып, контузия алып ҡайттым. Йоҡлай алмай йонсоном, ҡапыл ҡыҙып киткән саҡтарым күп булды. Ошо сәбәпле ваҡытында өйләнә лә алманым, ярты ғүмерем уҙһа ла, ғаиләм дә, даими йәшәр урыным да юҡ. Ауылда теркәлгәс, торлаҡ буйынса сиратҡа шунда тор, ер алырһың, тиҙәр, әммә миңә өйҙө кем төҙөп бирһен инде? Юғары белем алып булманы, ҡалала ҡарауылсы булып эшләйем. Ә шул һуғышҡа барып эләкмәһәм, бәлки, барыһы ла башҡаса булыр ине...