Яуапһыҙлыҡ бәкәлгә һуға15.02.2013
(В. Исхаҡов, “Миҙалдың икенсе яғы”. 2012 йыл, 25 ғинуар).

Мәҡәләлә әсәләр, атап әйткәндә, күп балалы әсәләрҙең йәмәғәтселек алдындағы яуаплылығы тураһында бик дөрөҫ яҙылған.

Әйтергә кәрәк, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариаты хеҙмәткәрҙәре закондарҙың үтәлешен һәр саҡ күҙ уңында тота, ошо етди эште күп йылдар буйы даими алып бара. Йәмәғәт тормошоноң һәр тармағы буйынса тәжрибәле, хәҙерге фәнни ысулдарҙы ҡуллана алған белгестәр йәлеп ителгән. Республиканың киң мәғлүмәт сараларындағы хәбәрҙәр ҙә һәр саҡ етди күҙәтелә, шуға күрә гәзиттә күтәрелгән мәсьәлә, әлбиттә, иғтибарһыҙ ҡалманы.
Был проблема буйынса урындағы үҙидара органдарының яуаплылығы, уларҙың ҡайһы ваҡыт мөһим эштәргә битараф ҡарауы тураһында ла һүҙ алып барырға кәрәктер. Башҡортостан Президентының 1998 йылдың 16 апрелендә ҡул ҡуйылған “Әсәлек даны” миҙалын биреү тураһындағы Указына ярашлы, күп балалы ҡатындарға награда юллау мәсьәләһе тулыһынса муниципаль власть ҡарамағына бирелгән. Шул уҡ Закондың 6-сы статьяһында күп балалы әсә балаларын тейешенсә тәрбиәләмәгән осраҡта, хакимиәттең ундай юллауға ҡаршы булырға хоҡуғы тураһында ла асыҡ әйтелә. Шулай итеп, әлеге мәсьәләне хәл итеү урындағы үҙидара органдарына йөкмәтелгән һәм был дөрөҫ тә, сөнки ғаиләләрҙең нисек йәшәгәнен ундағы хакимиәттәр яҡшы белергә тейеш.
Үкенескә ҡаршы, ҡайһы бер муниципаль хеҙмәткәрҙәр үҙ бурыстарына яуапһыҙ ҡарай. Ни өсөн урындағы йәмәғәтселек тә был эштән ситтә ҡала икән? Ҡайҙа һуң партияларҙың ошо төбәктәрҙәге ағзалары, башҡорт ҡоролтайҙарының, ҡатын-ҡыҙ һәм йәштәр ойошмаларының әүҙемселәре? Ниңә урындағы хакимиәттәр етди мәсьәләләрҙе халыҡ, йәмәғәт фекерен иҫәпкә алмайынса хәл итә?
Бына шундай фекерҙәр тыуҙырҙы гәзиттә баҫылған мәҡәлә. Форсаттан файҙаланып, “Башҡортостан” гәзитенең етәкселегенә, журналистарына шундай етди мәсьәләләрҙе күтәргән өсөн рәхмәт әйтке килә.


Вернуться назад