1. Киләм атлап урман һуҡмағынан.
Япраҡ шауы ерҙә, күгемдә.
Күңелемдә ләкин һағыш түгел,
Табыш йыры бөгөн (…)дә. (Рафаэль Сафин).
2. Бөгөн төндә йөрәгем һыҙлап сыҡты.
Төнөм үтте әрнеп, үртәлеп.
Йөрәгемде ҡырҡҡа телгеләне
Бер дуҫымдың нахаҡ (…)ҙәре. (Рафаэль Сафин).
3. Ташлап китеү ауыр үткәнде,
Тик сыҡмай ҙа булмай ишектән.
Тыуған икән яҡты донъяға,
Мәңге ятмай бала (…)тә. (Рәми Ғарипов).
4. Әле килеп бына еткерҙеләр:
Заманында бергә кинәнеп
Табындарҙа йырлап тост күтәргән
Бер иптәштең “изге” (…)ен. (Рафаэль Сафин).
5. Етер инде, етер, күп йәшәнем,
Аҡыл ҡотҡоһона бирелеп.
Йөрәгемдә егет саҡта ғына
Була торған матур (…). (Рафаэль Сафин)
6. Әллә инде утлы ҡуҙы менән
Яндырамы уны миләше?
Ә бит тоғро аҡ ҡайыны барҙа
Булмаҫ миләш уның (…)е. (Рәми Ғарипов).
7. Бер көн килеп, аэроклубҡа индем.
Нисә ҡабат күккә менмәнем!
Болоттарҙың аҡҡош муйынына
Элеп төштөм ерҙең (…)ен… (Рәми Ғарипов).
8. Күңел һаман ниңә йырҙарында
Аттан төшмәй? Ниҙә һуң сере?
Бәлки… ошо моңло күңелдең дә
Үтеп бара булыр (…)е?.. (Рафаэль Сафин).
9. Үҙем генә беләм ауырлығын
Намыҫ менән йәшәү хәленең.
Үтте ләме ни һуң эй был ғүмер,
Ни икәнен белмәй (…)нең? (Рафаэль Сафин).
10. Беҙ ғаләмгә сәскән был йондоҙҙар
Емеш бирер тиҙҙән, игенсем.
Бейе, ағай, бейе, – тиеп,
Һинән
Мин алырмын тәүге (…)!.. (Рәми Ғарипов).
11. Кеше! Кешем! Һинең зиһенең менән
Тағы атты ерҙә яңы таң…
Беҙҙең кеше атлай ғаләмдә! – тип
Һөрән һалды беҙгә (…) (Рәми Ғарипов).
12. Тулы тормош, оло бәхет биргән
Кешелекте һөйөү кәрәген
Барған һайын мин нығыраҡ тоям,
Көтә уны, эҙләй (…)ем. (Рәми Ғарипов).
13. Юҡ, бәхетем мине аяманы.
Мин аяған һымаҡ бәхетте.
Мин бәхеткә алтын тәхет ҡойҙом,
Ул ҡалдырҙы миңә (…)те. (Рәми Ғарипов).
14. Ниндәйҙер бер оло мәғәнә лә бар
Келт-келт иткән сәғәт телендә:
Яҡты был донъяға килгәнмен бит
Шул буранлы айҙың (…)өндә… (Рәми Ғарипов).
15. Арыҫлан ир, яугир, шағир ҡото
Айбарланған батыр һынында.
Дошмандарын айҡар йәшен ише
Ай-ҡылысы ятыр (…)ында. (Рәми Ғарипов).
16. Йылмайманы упҡын күҙе менән,
Ишетмәнем һөйәм тиеүен.
Үҙең эҙләп тапмаһаң һин, ахыры,
Көтөп кенә килмәй (…)ең?.. (Рәми Ғарипов).
17. Мин дә бала инем. Хыялландым
Был донъяны гиҙеп сығырға.
Күккә ынтылдым мин. Тик һуңынан
Ғашиҡ булдым йырға, (…)ға. (Рәми Ғарипов).
18. “Аҡтарҙылар беҙҙе, ауҙарҙылар,
Айырҙылар тыуған тупраҡтан,
Яндырҙылар, көлгә ҡалдырҙылар”, –
Тигән зары китмәй (…)тан. (Рафаэль Сафин).
19. Ә баҡтиһәң, йәнә моң ағыла
Йылға аръяғында – туғайҙа.
Устарында былбыл һайратҡандай,
Кемдер уйнай, уйнай (…)ҙа. (Рафаэль Сафин)
20. Килде лә ул, ҡылыс бирҙе уға:
- Азат бул, - тип, – Урал тотҡоно!
Ҡарағоштоң ҡара ҡанатына
Сөйҙө үҙе Урал (…)он. (Рәми Ғарипов).
21. “Һин һуң әле ниңә туҙынаһың?” –
Тиер берәү. Әйтер, моғайын:
“Үҙең ҡайҙа булдың, “изге бәндә”,
Бәғерһеҙҙәр бында бөтөргәндә
Бала саҡтарыңдың (…)ын?” (Рафаэль Сафин).
22. Әйтһәләр ҙә: “Һыуға төкөргән”, — тип
(ә халыҡ бит әйтмәй тикмәгә),
Таҙа булып йөрөр төкөрөүсе
Намыҫ тигән изге (…)гә. (Рафаэль Сафин).
23. Илгә ҡайтып һәйбәт иткәнһең, тип,
Ҡайтыуымды хуплай бабайҙар.
Тик, ниңәлер, йәштәр генә миңә
Бер шикләнеү менән ҡарайҙар,
Ҡырыҫыраҡ хатта (…)ҙар. (Рәми Ғарипов).
24. Ләкин белмәй шағир: кем һуң уның
Сәскәләргә биҙәй ҡәберен.
Эй, кешеләр, үҙе иҫән саҡта
Белһәгеҙсе (…) ҡәҙерен!.. (Рәми Ғарипов).
25. Был ниндәй хәл? Ҡайҙа булды әҙәп?
Яуап табалмайым һаман да.
Ата улды аңламай, ул – атаны,
Килеп еттек ниндәй (…)ға! (Рафаэль Сафин).
26. Йоҡлай ине йәнем тыныслыҡта,
Янғантауҙа янып уяндым.
Сыйырсыҡтар ярһып һайранылар,
Яңғыратып яҙғы (…)ды. (Рафаэль Сафин).
27. Үҙем нисек теләйем,
Ерҙә шулай йәшәйем.
Бер кемгә юҡ зыяным,
Мин тик (…)мын. (Рәми Ғарипов).
28. Ирек һөйгән өсөн бығауланып
Ҡарт Уралдың ҡая ташына,
Ни генә һуң кисермәгән халҡым,
Ни үтмәгән уның (…)ынан! (Рәми Ғарипов).