Ҡарағайҙар араһында ҡалҡҡан мәктәп14.02.2013
Ҡарағайҙар араһында ҡалҡҡан мәктәп– Исемең кем? – Уҡыусылар дәррәү ҡул күтәрә.
– Саша.
– Ә минеке – Вера!
– Бик яҡшы, балалар! – Уҡытыусы киләһе һорауға күсә.
– Һиңә нисә йәш?
Балалар йәнә урындарынан оса яҙып ҡул күтәрә...
Артабан Алена Вениаминовна таҡтаға бөгөнгө теманы яҙа.
"Ҡыш етте". Шунда уҡ бер мөйөшкә уҡыусылар теманы ныҡлап төшөнһөн өсөн кәрәкле башҡортса һүҙҙәрҙе теҙә:"Ҡар яуа. Буран. Һыуыҡ..."

Саф мариҙар төйәк иткән Сосновка ауылында балаларҙың тырышып-тырмашып башҡортса өйрәнеүенә ышанмай ҙа тораһың. Уҡытыусылары Алена Ҡарағайҙар араһында ҡалҡҡан мәктәпВениаминовнаның башҡортса матур һөйләшеүен, балаларға яғымлы ҡарашын, баҫалҡылығын күреп, башҡорт ҡыҙы тип уйларһың хатта. Ул әйтелештәге һәр хатаны шунда уҡ эләктереп ала, сөнки балалар бәғзе бер осраҡта телебеҙҙәге "һ"-ны – "х", "ҙ"-ны – "з", "ҫ"-ны "с" хәрефтәре менән бутап ебәрә. Туғыҙ йыллыҡ мәктәптә башҡорт теле икенсе кластан дүртенсегә тиклем аҙнаһына – бер, ә бишенсенән туғыҙынсыға тиклем ике сәғәт уҡытыла икән.
– Мин – ошо ауылдың ҡыҙымын. Тәүҙә Благовещендағы педучилищены, артабан Бөрө дәүләт педагогия академияһын тамамланым. Белемем буйынса икенсе һөнәргә эйә булһам да, юғары уҡыу йортонда башҡорт телен бик теләп өйрәндем. Ҡыҙыҡһыныуым, яратыуым көслөлөр инде республикабыҙҙың төп халҡының теленә, – ти Алена Салиева.
Былтыр октябрҙә генә асылған ике ҡатлы мәктәпте ауылдың ғорурлығы тип йөрөтәләр бында. Сөнки элеккеһе бөтөнләй емерек хәлдә булған. Әлбиттә, Ҡарағайҙар араһында ҡалҡҡан мәктәпошоғаса һәр төрлө үтенес-хаттар иғтибарһыҙ ҡалған. Шунан олоһонан алып кесеһенә тиклем тотош ауыл халҡы республика етәкселегенә ҡултамғалар менән хат яҙа. Артабан "боҙ" урынынан ҡуҙғала. Бер йыл эсендә мәктәпте төҙөп бөтөргә тигән ҡарар ҡылынғас, балаларҙы ошо бәхеттән мәхрүм итмәҫ өсөн барлыҡ ир-егет тирә-яҡты ипкә килтерә, ҡатын-ҡыҙ биҙәү-буяу эшенә тотона.
– Берәүгә лә өгөт-нәсихәт уҡыу кәрәкмәне. Бәғзе берәүҙәр ҡайһы бер кәрәк-ярағын өйҙән хатта үҙҙәре тотоп килде, – ти мәктәп директоры Ирина Айгузина. – Ә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә төҙөлөп, беҙҙең өсөн әкиәт һарайына әйләнгән белем усағын асыу шатлығын күрһәгеҙ! Бындай күркәм бина районда түгел, хатта әлегә республикабыҙҙа юҡтыр...
Мәктәптә балалар заманса белем алһын өсөн бөтөн шарттар ҙа бар: ҙур, иркен спорт залында улар төрлө ярыштар үткәрә, баҙар шарттарына ярашлы, тормошта кәрәкле һөнәрҙәргә өйрәтеү өсөн бынамын тигән хеҙмәт дәресе, заманса компьютерҙар менән йыһазландырылған информатика кластары... Тиҙҙән Ҡарағайҙар араһында ҡалҡҡан мәктәпдуш бүлмәһе лә сафҡа инәсәк. Шуныһы уңайлы: ауылдың иҫкергән медпунктына ла бында мөйөш табылған. Өлкәндәргә генә түгел, уҡыусыларға ла тәжрибәле фельдшер Надежда Алексееваға күренеп сығырға уңайлы форсат сыҡҡан. Тиҙҙән хатта стоматология кабинеты ла асыласаҡ икән.
Ә ошо матур бинала белем эстәрлек балалар етәме, уларға алмаш үҫәме? Үҙемде борсоған һорауҙы директорға төбәйем.
– Ҡулайлаштырыу беҙгә лә ҡағылды, әлбиттә. Туғыҙ класлыҡ мәктәптә 68 балаға 10 уҡытыусы белем бирә. Уларҙың һәр береһен үҙ һөнәренең оҫтаһы тип әйтер инем. Алтауһы беренсе категорияға эйә. Мәҫәлән, физика һәм информатика уҡытыусыһы Эдуард Ишкаматов тотош районда иң көслө белгестәрҙән иҫәпләнә, – ти Ирина Васильевна. – Ә инде уҡыусыларға алмашҡа килгәндә, балалар баҡсаһында урын етмәгәс, беренсе класҡа төшәсәк 15 малай һәм ҡыҙға әҙерлек төркөмө астыҡ. Улар көн дә өсәр сәғәт шөғөлләнә. Тимәк, киләсәгебеҙ өмөтлө беҙҙең!
...Ҡарттар һөйләүенсә, ҡасандыр мариҙар, башҡорттарҙан ҡуртымға ер алып, Ҡорманайға нигеҙ һалған. Халыҡ һаны артҡас, уларҙың бер өлөшө шунан арыраҡ икенсе урынды һайлаған, ҡарағайҙар ултыртҡан һәм ауылды Сосновка тип атаған. Машинабыҙ алыҫайған һайын беҙҙе ике ҡатлы гүзәл бинаның ихатаһынан күпте күргән шул ҡарағайҙар оҙатып ҡалды ла инде.


Вернуться назад