Һөйөү хаттары яуа14.02.2013
14 февралдә бар донъя ғашиҡтар байрамы – Изге Валентин көнөн билдәләй. Ошо уңайҙан Башҡортостандағы почта бүлексәләренә һөйөү хистәре менән һуғарылған 50 мең самаһы открытка килгән.
Һуңғы йылдарҙа халыҡ сит илдән ингән ошо байрам шауҡымына бирелһә лә, телевизорҙан көн дә мөхәббәт тураһында сериалдар ҡараһа ла, йәмғиәтебеҙҙә "һөйөү", "ғаилә" төшөнсәләре үҙ асылын юғалта барған төҫлө.
Республикабыҙҙы ғына алып ҡарағанда ла, былтыр 34 229 пар уртаҡ тормош ҡорһа, 17 837 ғаилә тарҡалған. Иң аяныслыһы — өлкәндәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе һаҡлай белмәүе арҡаһында балалар тәрән күңел тетрәнеүе кисерергә мәжбүр.