Бар кәрәк-яраҡ бер урында14.02.2013
Һуңғы арала ҡапыл ғына хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр күбәйеп китте. Яҙ кейергә пальто ҡарарға, тәҙрә алмаштырып ҡуйыу өсөн хаҡтарын белешергә, сит илдән килгән танышыма Башҡортостан сувенирын алып ебәрергә, ауыл клубы өсөн ситектәр тектереүҙе һорағайнылар... Тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ ваҡ-төйәк йомоштар, ваҡыт ҡына табырға кәрәк. Эш буйынса ғына тип “Нефтсе” мәҙәниәт һарайына барып хайран ҡалдым. Миңә кәрәк бөтә нәмә лә ошонда — бер урында йыйылған бит!

Бында “ӨфөПромЭкспо-2013” IX ҡала махсуслаштырылған күргәҙмәһе эш башланы. Унда баш ҡала предприятиеларында етештерелгән тауарҙар экспозицияһы урын алған. Күргәҙмә мәҙәниәт һарайының ике ҡатын биләгән. Ул ете өлөшкә бүленгәйне — баш ҡаланың һәр районы айырым урын алған.
Экспофорумдың маҡсаты — Өфөнөң сәнәғәт мөмкинлектәрен күрһәтеү һәм быға тиклемге күргәҙмә менән әлегеһе араһында барлыҡҡа килгән яңы тауарҙарҙы халыҡ иғтибарына сығарыу.
Күргәҙмәлә сауҙа предприятиелары булманы, төп баҫым сәнәғәт етештереүе менән шөғөлләнеүселәргә яһалды. Тауарын күрһәтеүселәрҙең 30 проценты самаһы бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәре ине. Араларында шәхси эшҡыуарҙар ҙа булды.
Күргәҙмәне асыу тантаналы шартта үтте. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов, республиканың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.
“ӨфөПромЭкспо” туғыҙынсы тапҡыр ойошторола. Ҡала халҡы уның тураһында белә һәм көтөп ала. Был хаҡта халыҡтың күпләп килеүе һөйләй. Һәр кем үҙе өсөн кәрәкле нәмә тапҡандыр, һайлау мөмкинлеге лә ҙур булды, сөнки күргәҙмәлә 85 предприятие ҡатнашты. Ир-ат төҙөлөш материалдары, сәнәғәт тауарҙары тирәһендә йыйылһа, ҡатын-ҡыҙ күберәге кейем-һалым, аҙыҡ-түлек тирәһендә өйөрөлдө. Һис шикһеҙ, тауарҙарын күрһәтеүсе предприятиелар ҙа ота. Улар бында эшлекле бәйләнештәрен нығыта, яңы клиенттар таба.
Форумда ғилми-тикшеренеү, инновация технологиялары индереү, аҙыҡ-түлек, социаль йүнәлештәге тауар һәм башҡа өлкәләрҙә иң яҡшы ойошмалар билдәләнәсәк.


Вернуться назад