Хәҙер ғәҙел бүленәсәк14.02.2013
Республикабыҙ бюджеты ярайһы ҙур булыуына ҡарамаҫтан, социаль өлкәлә көсөргәнештең артыуы байтаҡ сығым талап итә.
— Рәсәй Президентының 2012 йылдың 7 майындағы указдарына ярашлы, беҙ тәү сиратта мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырырға тейешбеҙ. 2018 йылға тиклем ошо бурысты атҡарып сығырға ниәтләйбеҙ. Шуға күрә беҙгә бюджеттан тыш средстволарҙы йәлеп итергә кәрәк, — тип билдәләне республика Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов Башҡортостандың Социаль маҡсатлы программалары фонды һәм Бағыусылыҡ советтарының берлектәге ултырышында.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Фонд, 2009 йылда уҡ төҙөлөүенә ҡарамаҫтан, бығаса ырамлы эшләмәне. Яңыртылған составтағы советтың әүҙем эшләйәсәгенә, бюджеттан тыш средстволарҙың дөрөҫ, ғәҙел бүленәсәгенә В. Балабанов ҙур ышаныс белдерҙе.
Фондта социаль йүнәлештәге ҡеүәтле федераль структураларҙан күсерелгән аҡса туплана. Быйыл ул 2 миллиард һумдан ашыу тәшкил итәсәк. Элек төп иғтибар социаль объекттар, спорт ҡоролмалары төҙөүгә йүнәлтелһә, хәҙер ул кешеләр тураһында хәстәрлек күреүгә йүнәлтеләсәк.