Әсәләргә түләүҙәр яңыса иҫәпләнә14.02.2013
Социаль страховка фонды хәбәр итә
Әсәлек буйынса пособиены ике ысул буйынса иҫәпләү осоро тамамланды. 2011 — 2012 йылдар йөклөлөк һәм бала табыу, 1,5 йәшкә тиклемге баланы ҡарау буйынса тәғәйенләнгән пособиеларҙы яңыса иҫәпләүгә күсеү мәле булды. Йәғни уларҙы элеккесә — декрет ялына тиклемге 12 айҙағы, яңыса — элгәрге ике йылдағы уртаса эш хаҡына ҡарап иҫәпләтеп, буласаҡ әсә үҙенә отошло юлды һайлай алды. Быйылдан пособиелар фәҡәт яңыса иҫәпләнә. Иҫәп-хисап ҡағиҙәләре лә үҙгәрҙе.
Уртаса көндәлек хеҙмәт хаҡын асыҡлайыҡ
Яңылыҡ йөклөлөк һәм бала табыу, 1,5 йәшкә тиклемге баланы ҡарау буйынса пособиеларға ғына ҡағыла. Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособие элеккесә иҫәпләнә.
Шулай итеп, 1 ғинуарҙан пособие иҫәпләү өсөн алынған йылдарҙағы хеҙмәт хаҡы һәр осраҡта ла 730 көнгә бүленмәй. Эш шунда: йылдағы көндәрҙе теүәл һанарға кәрәк. Мәҫәлән, 2011 йылға — 365, ә 2012 кәбисә йылына 366 көн алына.
Шулай уҡ, яңы тәртипкә ярашлы, хеҙмәткәр эш хаҡы алмаған көндәр иҫәп осорона инмәй. Был шундай осраҡтарға ҡағыла:
4 ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ мәле;
4 йөклөлөк һәм бала табыу буйынса отпусктар;
4 бала ҡарау буйынса отпусктар;
4 РФ Социаль страховка фондына страховка иғәнәләре өҫтәлмәгән эш хаҡын тулыһынса йә өлөшләтә түләү шарты менән хеҙмәткәрҙе эшенән азат итеү осоро.
Иғтибар иткәнһегеҙҙер: үҙ иҫәбеңә алған отпуск та, ҡатын-ҡыҙ бөтөнләй эшләмәгән ваҡыт та был исемлеккә инмәгән. Тимәк, уларҙы пособие иҫәпләү осоронан алып ташлап булмай.
Тағы ла пособиеларҙы иҫәпләп сығарыу өсөн уртаса көндәлек эш хаҡы күләменә сикләү ҡуйылған. Быйыл ул 1 335 һум 62 тиндән артмаҫҡа тейеш. Иң юғары күрһәткесте иҫәпләү өсөн алдағы ике йылда билдәләнгән "соцстрах лимиттары"н ҡушырға һәм сумманы 730-ға бүлергә кәрәк (йәғни (463 000 һум + 512 000 һум): 730 көн).
Әгәр элгәрге ике йылда ҡатын-ҡыҙ декрет ялында булһа, ул уртаса эш хаҡын иҫәпләү өсөн йылдарҙы алмаштырыу, йәғни пособие күләмен арттырыу хоҡуғына эйә. Мәҫәлән, 2012 һәм 2011 йылдар урынына 2010 һәм 2009 йылдарҙың күрһәткестәрен иҫәпләттерә ала. Осорҙарҙы алмаштырыу буласаҡ әсәнең ғаризаһы нигеҙендә башҡарыла.
Әгәр хеҙмәткәр бер урында ике йылдан ашыу эшләп өлгөрмәгән булһа, бухгалтер уға тиклемге хеҙмәт осоро тураһындағы мәғлүмәтте нисек белергә тейеш? Бәлки, ул бөтөнләй бер ҡайҙа ла эшләмәгәндер? Ошондай аңлашылмаусылыҡ килеп сыҡмаһын өсөн №4н формаһындағы белешмәгә тейешле үҙгәрештәр индереләсәк. Әгәр иҫәп яһау осоронда яңы форма ҡабул ителеп өлгөрмәгән булһа, нимә эшләргә? Ул саҡта хеҙмәткәр элекке эш урынынан кәрәкле йылдар тураһында ирекле рәүештә яҙылған белешмә алып килергә бурыслы.
Пособиеларҙы иҫәпләй беләһегеҙме?
Шулай итеп, уртаса көндәлек хеҙмәт хаҡын һанап сығарҙыҡ. Хәҙер уны йөклөлөк һәм бала табыу буйынса отпуск көндәренә, йәғни 140-ҡа ҡабатларға кәрәк.
Бала ҡарау буйынса пособие ла шул уҡ тәртип буйынса иҫәпләнә, тик көндәлек уртаса эш хаҡы 30,4 һәм 40 процентҡа ҡабатлана. Ошо урында йәнә бер үҙгәреште иҫтә тоторға кәрәк: 1 ғинуарҙан был пособиеның минималь суммаһы 5,5 процентҡа артты: беренсе балаһын ҡараусы әсәгә — 2 822,02 һумдан, ҡалған осраҡтарҙа 5 644,03 һумдан кәм түләнергә тейеш түгел. Әгәр 2012 йылда түләүҙәр ошо күләмдән аҙыраҡ булһа, быйыл пособие суммаһын яңы минимумдарға тиклем арттырыу талап ителә.
Хеҙмәт өсөн түләүҙең минималь күләме лә йоғонто яһай
1 ғинуарҙа хеҙмәт өсөн түләүҙең минималь күләме айына 5 205 һум тәшкил итә (бығаса 4 611 һум ине). Пособиены иҫәпләгәндә, быны ла иҫтә тоторға кәрәк. Әгәр ҡатын-ҡыҙҙың дөйөм страховка стажы алты айҙан кәм булһа, йөклөлөк һәм бала табыу буйынса айлыҡ пособие күләме хеҙмәт өсөн түләүҙең минималь күләменән артмаясаҡ. 1,5 йәшкә тиклемге баланы ҡарау буйынса пособие күләменә иһә стаж ҙурлығы йоғонто яһамай.
Иҫәпкә ингән осорҙа хеҙмәткәр бөтөнләй эш хаҡы алмаһа йәки һуңғы ике йылдағы уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы минимумдан түбән булһа, пособие шулай уҡ хеҙмәт өсөн түләүҙең минималь күләменә ҡарап иҫәпләнә.