Өфө ҡалаһында йәшәүсе Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең арҙаҡлы улы, техник фәндәр докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһы Тәбиғәт фәндәре академияһының почетлы академигы, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ-энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре Вил Ғайса улы Өмөтбаев оло юбилейын — 75 йәшен билдәләй.
Вил Ғайса улы — ижади фекерле, энциклопедик белемле, итәғәтле, намыҫлы, ғәҙел шәхес. Туғандары өсөн ышаныслы терәк, оло кәңәшсе, беренсе ярҙамсы.
Ҡәҙерле кешебеҙҙе матур байрамы менән ихлас ҡотлап, уға ҡарата тәрән хөрмәтебеҙҙе белдереп, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ижади уңыштар теләйбеҙ. Киләсәктә лә тормошобоҙҙоң ҡото, таянысы булып, балаларыңдың, яҡындарыңдың изгелеген, күңел йылыһын тойоп, бергә-бергә оҙаҡ йәшәргә насип булһын.
Иң изге теләктәр
һәм оло ихтирам менән бөтә туғандары
һәм яҡындары исеменән һеңлеһе Лена Өмөтбаева.