"Тормоштоң йәме лә, ғәме лә эштә..."14.02.2013
"Тормоштоң йәме лә, ғәме лә эштә..."Яҙмыш тип аталамы был илаһи көс, башҡасамы — әҙәм аҡылы ғына етеп, әлегә тиклем аңлата алғандары юҡ. Берәүҙәргә тормошонда Хоҙай барыһын да сығарып ҡуйған төҫлө — мөмкинлектәрҙән файҙаланып, ғүмер юлынан атлай ғына күр. Икенселәр иһә уңыштарына тырышлығы аша килә, ғүмеренең һәр минутын тигәндәй алыҫтан маяҡтай саҡырып торған уй-хыялына табан барыуға бағышлай. Улай ғына ла түгел, ҡулындағы остоҡ ҡына осҡон-ялҡын менән аҙашҡандарға юл яҡтыртырға, күңелдәре өшөгәндәрҙе йылытырға ла мөмкинлек таба.

Вил Ғайса улы Өмөтбаевтың тормошо, булмышы икенселәр — маҡсаттарына эҙмә-эҙлекле барыусы тырыштар рәтенә инә. Бөгөн, аҡһаҡал ҡорона етеп, уҙған юлын әйләнеп ҡарарға форсат еткәс, үҙенә шулай ти: "Бар илһамды, йәшәүгә көстө яратҡан эшендән, йәмде ғаиләмдән алам". Ысынлап та, ир-уҙаман өсөн илһам, йәшәү ҡөҙрәтенең төп сығанағы ошолор.
Яҙмыш, шул замандағы бик күптәрҙе һынаған һымаҡ, уны ла иркәләмәй, йомшаҡ яғын күрһәтмәй. Киреһенсә, сыныҡтырыу өсөн ел-дауылын көсәйтеп кенә торғандай.
Вил — офицер улы. Атаһын бигүк хәтерләмәһә лә, уның ныҡлы терәк булырҙай рухи көс тойғоһо ғүмере буйы оҙатып йөрөй, йәшәүгә ғәм бирә.
Вил — белемгә ынтылған наҙлы әсә улы. Күңелендә урғылған хистәр, яҡындарына булған наҙ, хәстәрлектең инеше әсәһенән килә.
Хәрбиҙең йыйнаҡлығы, маҡсатҡа ынтылыуҙары, хатта кәрәк урында үҙһүҙлелеге менән гүзәл заттың барлыҡ саф тойғолары, йомшаҡлығы бергә үрелеп, ике йөрәктең мөхәббәт емеше булған сабыйға күскән.
Атаһын хәтерләмәй Вил Ғайса улы. Бик бәләкәй ҡала. Хәрби ғаиләһенең яҙмышы шул: ирен ҡайҙа ебәрәләр, ҡатындары ла заставанан заставаға, частан часҡа күсенеп йөрөй. 1938 йылда Көнбайыш Украинала хеҙмәт иткән Ғайса ауырлы ҡатынын бер аҙға Башҡортостанға ҡайтарып тора. Тыуған ерҙең сихри көсө тыуасаҡ сабыйына ярҙам итер, һауаһы килешер тип тә, туған-тыумасаһы эргәһендә һөйөклөһө Нәсихәгә яҡшыраҡ булыр тип тә уйлайҙыр. Шулай итеп, артабан нәҫел ебен дауам итеүсе улы үҙҙәренең тыуған төйәгендә донъяға килә. Йонсоған, хәлһеҙләнгән йәш әсә лә ошонда көс туплай. Ләкин түҙеп тора буламы һуң, күпмелер торғас, ире эргәһенә тартыла. Үҙенең бер туған бәләкәй һеңлеһен эйәртеп, сабыйын күтәреп, Нәсихә көнбайышҡа табан алып китәсәк поезға ултыра.
— Беҙ Украинаның төрлө ҡалаларында йәшәгәнбеҙ. Һуғыш башланғанын атай алдан белгән. Провокациялар көсәйгән, сик боҙоуҙар йышайған. Июндең 20-ләрендә ул, күнекмәгә йыйынабыҙ, тигән. 21 июндә атай киткән. Ә 22-һендә күршеләр, Нәсихә, һуғыш башланған бит, тип килеп әйткән, — тип хәтерләй Вил Ғайса улы.
Шулай ҙа Ғайса, машина һорап, ғаиләһен оҙатырға форсат тапҡан. Ҡатыны менән имсәк балаһы Лена ҡыҙын, бәләкәй Вилде, 11 йәшлек балдыҙын йөк машинаһының кабинаһына ултырта, үҙе баҫҡысында бер нисә йөҙ метр баҫып бара ла төшөп ҡала. Мәңгелеккә хушлашыуҙары ошо була... Күңеле һиҙенгәнме, фронт хәле киҫкен булғанмы, ғаиләһен оҙатыуҙы бер генә көнгә кисектереп торһа ла һуңлар ине. 23 июндә фашистар Днепр аша күперҙе бомбаға тота...
Бер ай буйы төрлө михнәттәр күреп, Нәсихә өс бала менән Магнитогорскиға килеп төшә, һуңынан Асҡарға юллана. Ләкин унда йәшәгән апаһы үҙҙәренең ауылына — Мөхәмәткә ҡайтып киткән була. Шуға Нәсихә лә, бер аҙ юлдан килеүҙән йонсоған тән-йәндәренә хәл алғас, Мөхәмәт ауылына ҡуҙғала. Ошонда бәләкәй Вил мәктәпкә бара. Дүртенсе кластан һуң артабан уҡыу өсөн егерме саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Абҙаҡҡа ебәрәләр. Унда етенсене тамамлай. Заманында был белем дә үҙенә күрә ярайһы һанала. Күптәр шуның менән сикләнә. Ҡайһыһы иһә, киреһенсә, урта мәктәпкә, техникумға юллана.
Нәсихә лә, Вилде арбаһына ултыртып, бесән тейәп, Белоретҡа алып китә. Элек унда бесән баҙары булған, ана шунда һатып, бер аҙ улына ҡалдырырлыҡ аҡса эшләй, ләкин Вил әсәһенең, ғаиләһенең хәлен яҡшы аңлай. Ныҡыш малай, ҡара металлургия техникумына уҡырға инеүгә ҡарамаҫтан, кире була ла ҡуя. Әсәһенең өгөтләүен дә тыңламай — ҡайтырға ҡарар итә. Шулай итеп, ул Асҡарға VIII класҡа уҡырға бара. Кем белә, бәлки, дөрөҫ тә эшләгәндер. Урта белем алып, артабан теләгән ереңә уҡырға барып булғанлығын Вил яҡшы аңлай. Шуның өсөн дә Асҡарҙа бар тырышлығын һалып уҡый. Ҡайҙа барһаң да, артабан ниндәй һөнәр һайлаһаң да, яҡшы билдәләр ҡуйылған өлгөргәнлек аттестаты кәрәклеген дә белә, әсәһенә тормошта терәк булыр өсөн һәйбәт уҡып, юғары белем алыу мөһимлегенә лә төшөнә. Етмәһә, ул саҡта ғына түгел, хатта бөгөн дә беҙҙең халыҡта һирәк булған нефтсе һөнәрен алғыһы килә.
— Мөхәмәткә Таһир исемле егет килеп йөрөй ине. Ул — нефть институты студенты. Элегерәк был уҡыу йорто студенттарының кейеме һалдат формаһы һымаҡ ине: погондары матур, төймәләре ялтырап тора, — тип хәтерләй бөгөн Вил Ғайса улы, шул саҡта күңелендә бөрөләнгән буласаҡ һөнәрен һайлауын иҫләп. — Әлбиттә, кейем генә сәбәпсе булмағандыр. Шулай ҙа малайҙарҙың күңеле формаға тартылыусан бит...
Тырышлығы бушҡа китмәй Вилдең, мәктәпте көмөш миҙалға тамамлай. Хәҙер инде юғары уҡыу йортона юл асыла. Өс үҫмер — Арсын Ғүмәров, Марат Сәйфиев һәм Вил — Өфөгә юллана. Ләкин уға тиклем өс дуҫ оҙаҡ баш вата: ҡайҙа барырға? Бөтә иғландарҙы ла ҡарап сығалар. Әлбиттә, Вилде лә, бүтәндәрҙе лә стипендияның күләме ҡыҙыҡһындырмай ҡалмай. Иң юғарыһы — нефть институтында. Стипендия, форма, буласаҡ һөнәр, романтика — барыһы бергә йыйылып, малайлыҡтан да сығып өлгөрмәгән үҫмерҙәрҙе баш ҡалаға ыңғайлата.
Тәү ҡарашҡа тормош юлы башҡа тиҫтерҙәренән әллә ни айырылмай. Уҡыу, юғары белем алыу, студент йылдарынан уҡ фәнгә тартылыу...
— 1961 йылда диплом яҙған саҡта беҙгә "Ленинсы" гәзитенән хәбәрсе килде, — тип хәтерләй Вил Ғайса улы. — Ул ҡайҙа эшкә барырға йыйыныуыбыҙ тураһында һораны. Иркутскиға, тибеҙ. Гәзиттә шулай баҫылып сыҡты. Минең дуҫым, курсташым Леонид Ширяев (һуңынан философия фәндәре докторы булып китте) бер ҡыҙ менән дуҫлашып йөрөй ине. Ҡыҙ һыуыҡ яҡҡа китергә риза булмаған. Бер үҙемә Себергә китеүе тағы әллә нисек. Тоттом да йылы яҡҡа — Ҡаҙағстанға юлландым...
Өмөтбаевтың хеҙмәт юлы шулай башлана. Һөнәрен яратыуы, эҙләнеүе уны фән юлына табан да атлата. Урыҫтар, "второе дыхание" тип йөрөткән һымаҡ, тормошҡа ҡарата егеттә икенсе һулышы асыла. Дәрт-дарманы, һәләте тәбиғәттән бирелһә, ҡалғаны — тырышлыҡ емеше. Етмәһә, тормош юлында терәк булырҙай, үҙенә һәр эштә лә илһам биреп тороусы Нәйлә исемле һылыу ҡыҙға өйләнә. Алдан сабып булһа ла шуны әйтке килә: ир өсөн үҙеңде аңлаған, ғаиләһе өсөн янып торған ҡатын оло бәхет ул. Был яҡлап Вил Ғайса улы уңа, үҙе лә ғүмере буйы ғаиләм — ҡатыным, Вадим һәм Марат улдарым — тип өҙөлөп тора.
— Диплом алғас, Ҡаҙағстанға китер алдынан, Белорет янындағы Үҙәнбаш тигән ауылға туғандарға ҡунаҡҡа барҙым. Шунда Нәйлә исемле ҡыҙҙы осраттым, — тип хәтер төйөнөн сисә Вил ағай. — Ул Белорет медучилищеһын ҡыҙыл дипломға тамамлап ҡына ҡайтҡайны. Ленинград институтына маҡсатлы рәүештә ебәрелергә тейеш. Танышып, өс көн эсендә өйләнешеп, бергә Ҡаҙағстанға сыҡтыҡ та киттек...
Вилдең егетлеге, тәүәккәллеге ошонда ла сағыла түгелме?!
Икенсе егетлеге — фән юлы. Ҡаҙағстандан ҡайтҡас, Башҡортостандың Нефтте ғилми-тикшеренеү һәм проектлау институтына килә (1965 — 2003 йылдарҙа эшләй). 1974 йылда кандидатлыҡ, 1997 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 2003 йылдан башлап — ғилми-етештереү фирмаһы — "Геофизика" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең баш ғилми хеҙмәткәре, 2000 йылдан кандидатлыҡ, докторлыҡ диссертацияларын яҡлау һәм тапшырыу буйынса совет рәйесе. 2006 йылдан Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының почетлы академигы. Ошо уҡ йылдан — Өфө дәүләт нефть техник университетының аттестация комиссияһы рәйесе. Өмөтбаевтың 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәте, шул иҫәптән, 7 монографияһы һәм 25 патенты бар. Тиҫтәнән ашыу техник фәндәр кандидаты әҙерләгән.
Ошо эштәр арауығында сит илдәргә оҙайлы командировкаларға ла сыға. Атап әйткәндә, 1979–1982 йылдарҙа Алжирҙа була.
— 1979 йылда беҙ ғаилә менән Алжирға киттек. Нефть буйынса эксперт булдым, — тип һөйләй шул саҡтарҙы иҫләп Вил ағай. — Февраль айы ине. Беҙҙә бында ҡар, буран, һыуыҡ. Тегендә килеп төшһәк, ямғыр яуа. Ә алыҫта, бейек тау баштарында, ҡар ята. Беҙҙе ихлас ҡаршыланылар, Алжирҙың баш ҡалаһынан 25 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Бумердес ҡалаһында ике бүлмәле фатирға урынлаштырҙылар. Шунда беҙҙең белгестәр йәшәй ине. Шунда уҡ нефть институты бар. Советтар Союзынан, хатта Өфөнән дә уҡытыусылар күпләп эшләй ине...
Өмөтбаевтар Алжирға барғансы уны Африканың артта ҡалған бер иле тип күҙ алдына килтерә. Барып төшһәләр, иҫтәре китә. Ҡалалар төҙөк, матур, байтағы Урта диңгеҙ буйында урынлашҡан. Пальмалар, экзотик үҫемлектәр, алыҫ та түгел — мандарин, әфлисун баҡсалары... Биш тапҡыр аҙан ҡысҡырыуҙары, кафеларҙың күплеге, иҫерткес эсемлектәрҙең бөтөнләй тип әйтерлек булмауы — барыһы ла аптырата.
Беҙҙәге "Башнефть" һымаҡ уҡ, Алжирҙа берҙән-бер ҙур нефть предприятиеһы була. Вил Ғайса улы шунда эшләй. Йыш ҡына нефть сығарыу скважиналарына бара. Унда ла иҫ китерлек, аптырарлыҡ нәмәләр күп осрай. Мәҫәлән, Ураҙа ваҡытына тура килгән саҡта хәлһеҙләнгән, һыуға сарсаған нефтселәр саҡ аяҡтарына баҫып йөрөй, әммә ураҙаһын боҙмай, эшен дә тейешенсә башҡара. Тағы шуныһы аптырата: скважиналарға асфальт юл үткән. Күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын: сүллек буйлап нефть вышкаларына табан асфальт һалынған! Беҙҙең ауылдарға бындай юл һирәк эләгә, скважиналар тураһында һөйләп тә торорға түгел — бульдозер менән саҡ йөрөйҙәр. Бына бит, аҡсаны тейешле ергә йүнәлткәс, сүллектә лә асфальт һалып була!
Әлбиттә, Вил Ғайса улы менән бик оҙаҡ һөйләшеп, шул хәтирәләрҙе уҡыусыларға еткереп булыр ине. Һәр нәмәлә сама бар. Техник фәндәр докторы, академик Өмөтбаев — "Башҡортостан" гәзитенең тоғро дуҫы. Яйы сыҡҡан һайын уй-фекерҙәрен халыҡҡа еткереп тора. Шуның өсөн дә, барлыҡ уҡыусылар исеменән юбилярҙы ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ, эш ҡомары ташламауын ғына теләйһе ҡала.


Вернуться назад