Ҡаңғырғандарҙы дәүләт ҡайғырта14.02.2013
Йыл башында, ғәҙәттә, күп башланғыстар үҙ инешен ала йәки уға яңы һулыш өрөлә. Башҡортостан Хөкүмәтенең “Торлаҡ төҙөлөшө фонды” дәүләт унитар предприятиеһы менән берлектә бынан бер нисә йыл элек башлаған социаль программалары уңышлы бойомға аша. Шуларҙың береһе – “Ауылды социаль үҫтереү” маҡсатлы республика программаһына ярашлы шәхси йорт төҙөүселәргә льготалы дәүләт ярҙамы. Нимәнән ғибәрәт ул? Торлаҡ төҙөлөшө фондының баш инженеры Айҙар Ғилемханов Ейәнсура районында шәхси йортҡа эйә булырға теләүселәр менән осрашыуында нәҡ ошо турала һөйләне лә инде.
Быйыл Торлаҡ төҙөлөшө фонды республикала торлаҡҡа мохтаждарға һәм көнкүреш шарттарын яҡшыртырға теләүселәргә Урман хужалығы министрлығы һәм муниципаль райондар ҡатнашлығында барлығы 650 әҙер өй комплектын тәҡдим итә. Торлаҡ фонды үҙе программаны финанслаусы булып сығыш яһай – шәхси торлаҡ төҙөргә теләүсегә, икенсе төрлө әйткәндә, әҙер өй комплектын ҡулға төшөрөргә теләүсегә, биш йылға биш процент йыллыҡ ставка менән, “Россельхозбанк” аша 290 мең һум күләмендә кредит бирә. Тик бының өсөн буласаҡ торлаҡ хужаһы үҙенә район тарафынан бүленгән ер участкаһына һәм, ғөмүмән, барлыҡ документтар пакетын йыйып, район хакимиәтенең тейешле бүлегенә тапшырырға бурыслы. Артабан район хакимиәте торлаҡҡа мохтаждарҙың исемлеген төҙөп, документтар менән ҡуша Торлаҡ төҙөлөшө фондына тапшыра.
Шул турала айырым иҫкәртеү мөһим: аҡсаны банк кредит алыусының ҡулына бирмәй. Кредит менән эш итеү процесы түбәндәгесә башҡарыла: райондарҙан фондҡа торлаҡҡа мохтаждар исемлеге килгәс, ул Урман хужалығы министрлығы менән берлектә программала ҡатнашасаҡ кешеләрҙең дөйөм исемлеген төҙөй. Министрлыҡ, райондарға ниндәй урман-сәнәғәт хужалығы яҡыныраҡ булыуын иҫәпкә алып, уларҙың һәр береһенә 120 кубометр ылыҫлы ағас бүлә. Тик... был программаның тағы ла бер әтнәкәһе: унда ҡатнашыусы диләнкәне үҙаллы алып, үҙаллы ҡырҡа алмай. Һәр районда урман ҡырҡып, өй комплектын әҙәрләүсе подрядсылар бар – программала ҡатнашыусылар улар менән килешеү төҙөй ҙә, уларға бүрәнәнән йәки бурсанан өй комплектына үҙе теләгәнсә (тик торлаҡ майҙанының күләме 72 квадрат метр (8х9 м) йәки 56 кадрат метрҙан (8х7 м) артмаҫҡа тейеш), заказ бирә. Комплектҡа өй стеналары, иҙән-түбә өрлөктәре, иҙән һәм түбә таҡтаһы, асамай, ҡыйыҡ япмаһы аҫтына таҡта инә.
Программаның икенсе мәсьәләһе – комплектты ташыу. Республикала транспорт саралары мониторингы нәҡ ошо проблеманың киҫкен тороуын асыҡлаған: был юҫыҡта бер ерҙә лә дәүләт предприятиелары юҡ, коммерция ойошмаларына ғына инәлергә ҡала. Әле йөк ташыуҙың бер километры өсөн ташҡа баҫылған хаҡ – 60 һум. Ауыр булһа ла, транспорт мәсьәләһен шәхси төҙөүсенең үҙенә юлларға ҡала. Ҡырмыҫҡалы, Йәрмәкәй, Бишбүләк райондарында, мәҫәлән, йөк ташыусы шәхси ойошмаларҙың ҡеүәтле америка техникаһы бар, һәм улар бер юлы 50 кубометр ағасты килтерә ала.
Айҙар Разетдин улы әйтеүенсә, былтыр нәҡ ошо программа буйынса Ейәнсура районынан өс кеше (әйткәндәй, өсөһө лә ҡатын-ҡыҙ) йорт төҙөгән. Был йүнәлештә граждандар һәм муниципаль райондар өсөн иң ауыры – документтар пакетын (ул 14 пункттан ғибәрәт) йыйыу. Йәғни документтар юллауға ике-өс ай китһә, программаға эләгеп, өй комплектына заказ бирергә, уны алып килеп ҡыйығын ябып ултыртыуға ике аҙна ла етә икән.