Хужабикә — һөнәрме, булмышмы?18.11.2011
Хужабикә — һөнәрме, булмышмы?Йыш ҡына ҡатын-ҡыҙҙан: “Эш юҡ бит, өйҙә ятам инде шунда”, — тип зарланыуын ишетәһең. Был һүҙҙәрҙе бигерәк тә ауылда йәшәүселәр әйтә. Улар төрлө тарафта эшләп йөрөүсе әхирәттәренән өйҙә ятыуынан ояла, ошо турала һүҙ сыҡһа, әңгәмәләрен ситкә бора.
Ғәмәлдә хужабикәләр ысынлап та эшләмәйме? Ғөмүмән, хужабикә булыуҙан оялырға кәрәкме? Һүҙем ошо хаҡта...

Күпме эш хаҡы алыр ине?


Хужабикә — үҙен өйөнә, балаларына, иренә бағышлаған ҡатын-ҡыҙ. Уларҙың һәр береһе был изге ғәмәлде төрлөсә аңлата. Берәүҙәр эш юҡлыҡҡа зарлана, икенселәр, киреһенсә, үҙҙәрен аңлы рәүештә ғаиләһенә бағышлауын раҫлай. Ә бит, уйлап ҡараһаң, күп хужабикәләр, эшләп йөрөгән ирҙәренә ҡарағанда, ғаиләһенә күберәк килем килтерә. Тик уларҙың хеҙмәте ҡулаҡса менән генә баһаланмай.
Ҡатын-ҡыҙҙың эше тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй тигән әйтем бар. Етмәһә, бик күренеп тә бармай. Беҙҙең, ирҙәрҙең, бағана ултыртһаҡ та, кәртәгә сөй ҡаҡһаҡ та эше күренә. Шуға ла бер мәҙәгерәк хәл иҫкә төштө. Беҙҙең күрше Арыҫлан ауылында Хәбибулла исемле тимерсе бар ине. Инде етмештән уҙғас, быны колхоз рәйесе ҡайтарып ебәрә. Аҙна ла үтмәй, был түрәгә килә: “Мин кире тимерлеккә сығам, өйҙә ҡатын эште күп ҡуша”, — ти. Шулай итеп, бабай һикһәнде тултырғансы тимер сүкене.
Булмаһа, хужабикәнең эшен яҡынса ғына аҡсаға һалып ҡарайыҡ. Таң һарыһынан тороп, һыйыр һауыу, көтөүгә малын ҡыуыу 50 һум булһын, ти. Иртәнге алты-һигеҙ литр һөттөң хаҡы (литры 30 һумдан) 180–240, ете йөҙ грамм ҡаймаҡ 100–120 һум тора.
Ҡатын-ҡыҙҙың икенсе төп эше — иренең, балаларының тамағын хәстәрләп, эшкә, мәктәпкә оҙатыу. Быларҙың барыһы 200 һумға төшһөн, ти. Һуңынан һауыт-һаба йыуыу — 50 һум. Аҙаҡ өй йыйыштырыу — 100 һум.
Төш етеүгә тағы аш әҙерләү 100 һум булһын. Һауыт-һаба йыуыу — 50 һум. Ә бит иртәнге аш менән төшкө аш араһында ҡош-ҡорт ҡарау, эт-бесәйҙе ашатыу, баҡса мәшәҡәттәре, башҡа “ваҡ-төйәк” эштәр ҙә бар. Белмәйем, быларҙы аҡсаға һалһаң, күпме булалыр? Баш етмәй. Әйҙә, 200–300 булһын, ти.
Төштән һуң тағы — баҡса, ҡош-ҡорт ҡарау һәм башҡа бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәр. Быларҙың барыһының да хаҡын яҙып тормайым. Тик хужабикәнең мәшәҡәттәренең төнгө сәғәт 12-ләрҙә һөт айыртыу йәки иренең, балаларының өҫ-башын хәстәрләү менән тамамланыуын ғына әйтке килә.
Был юлдарҙы уҡығас, төрлө өлкәлә эшләп йөрөүсе ҡатын-ҡыҙ: “Бәй, беҙ ҙә ошо уҡ мәшәҡәттәргә сумғанбыҙ бит”, — тиер. Эйе, дөрөҫ, шуға ла гүзәл заттарыбыҙҙың эше тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй, тип әйтәм. Тик был юлдарҙы хужабикә лә эшһеҙ түгел, ғаиләһенә килем килтерә тигән күҙлектән сығып яҙам.

“Үҙем һайланым”


Шулай тине бер таныш ҡатын: “Һин хәҙер салоныңды ҙурайтҡанһыңдыр инде?” — тигән һорауға. Уның элек бөҙрәхана асып, уңышлы ғына эшләп китеүен белә инем. Дөрөҫөн генә әйткәндә, аптыраным уның бөҙрәханаһын “һатып”, хужабикә булып китеүенә. Ғәжәпләнеүемде күреп, ул ошоларҙы һөйләне: “Беренсе баламдың үҫкәнен күрмәнем. Бизнес тигән булып, таңдан сығып китәм. Иртән уны уятып, ҡабаландырып, балалар баҡсаһына тапшырам. Унан кисен ирем алып ҡайта. Ярай әле ул түҙемле: ашарға бешкән, бала ҡаралған, өйҙө лә йыйыштырған. Ышанаһыңмы, бер заман баланың миңә ҡарағанда атаһын нығыраҡ яҡын күреүен, үҙемдән тамам ситләшеүен тойҙом. Ә минең өсөн иң ҡурҡынысы тағы шул булды — яратҡан ирем һыуына башланы. Баҡһаң, мин аҡсаны иремә ҡарағанда күберәк эшләйем, тимәк, ғаиләне лә мин ҡарайым, тип йөрөп, ошоно ҡаныма һеңдереп, ғаиләне тотоп тороусы нескә генә ҡылды өҙә яҙғанмын. Ошонан һуң, нисек кенә йәл булмаһын, бизнесты ташланым. Хәҙер өсөнсө балаға уҙҙым. Иң мөһиме — әсә, ҡатын булыуҙың бәхетен тойҙом. Ирем дә күберәк эшләргә, ғаиләгә табыш килтерергә тырыша. Бына шулай, уға һис аптырарға ярамай”.

Белгестәр фекере йәки йомғаҡлау һүҙе


Психологтар билдәләүенсә, хужабикә булыуҙың ыңғай һәм кире яҡтары бар. Белеүебеҙсә, һәр кеше холҡо, тәбиғәте, булмышы менән үҙенсәлекле. Берәүҙәр әүҙем тормошто ярата, икенселәре — “ултыраҡ”ты. Шуға ла хужабикәләрҙең күбеһе “икенселәр” төркөмөнә инә. Әйткәндәй, әүҙем тормошто үҙ итеүселәр ҙә байтаҡ. Улар төрлө түңәрәктәргә йөрөй, үҙ-ара аралашып, ҡул эштәренә өйрәнә. Был хужабикәләргә ҡайҙалыр эшләп йөрөүселәргә ҡарағанда еңелерәк бирелә, сөнки ваҡытты үҙҙәре билдәләй ала, ғаиләһенән башҡа бер нәмәгә бәйле түгел.
Хужабикә булыуҙың кире яғына килгәндә, психологтар әйтеүенсә, ҡатын-ҡыҙ быны үҙе билдәләй. Йәғни, алда әйткәнемсә, бында кешенең әүҙем тормош алып барыу (ҡайҙалыр эшләп йөрөү, төрлө ҡатлам кешеләре менән осрашыу һ.б.) теләгенә бәйле. Ундайҙар “өйгә эт кеүек бәйлемен” тип уйлаусан. Кире яҡтың бер нисәүһен күрһәтәйек:
“Хужабикә булыуҙың социаль әһәмиәте юҡ. Әҙәмдәр (йәмәғәтселек) алдында мин — ялҡау, бер ҡайҙа ла эшләмәйем.
Хужабикәнең эшен баһаламайҙар, йәғни йыйыштырыусы һымаҡ өйҙә ятам.
Үҫешә алмайым. Эйе, көн һайын ниҙер бәйләргә, яңы ризыҡ бешерергә өйрәнеп була. Тик бынан кемгә файҙа?
Көндәлек бер төрлө тормош ялҡыта. Күңелһеҙ.
Эшләһәм, аҡсаһы булыр ине. Кеше һымаҡ эшләп, ял көндәрен көтөүе үҙе ни тора!”
Бына былар барыһы ла хужабикәләрҙең үҙҙәренә һеңдерелгән йәки һеңдерергә тырышҡан күңел торошо. Тәбиғәттә бер төрлөлөк булмай. Үҫемлектәр, йәнлектәр донъяһында ла шулай. Мәҫәлән, бер төрлө ағас та (имән, уҫаҡ, ҡайын...) төрлөсә үҫә. Шуның һымаҡ, әҙәм балаһы ла төрлө. Бер ҡалыпҡа һалып, бер үлсәм менән үлсәргә, баһаларға ярамай.
Ә хәҙер хужабикәләр үҙҙәре билдәләгән ыңғай яҡтарға туҡталып үтәйек:
“Балаларымдың эргәһендәмен. Бәләкәсемә тейешле йәшенә тиклем күкрәк һөтө имеҙә алам, бер ҡайҙа ла ҡабаланырға түгел. Ҙурҙарын балалар баҡсаһына йөрөтмәнем, үҙемдең эргәлә үҫтеләр. Мәктәпкә йылы аш ашатып ебәрәм, ҡаршы алам. Иремде тейешенсә ҡарайым...
Эшләп йөрөгәндә (хужалыҡта, ойошмала) әхирәттәрем менән генә түгел, хатта туғандар менән дә күрешергә ваҡыт юҡ ине, хәҙер ҡасан теләйем, шунда сығып китәм.
Элек, ҡасан эш урынымды ҡыҫҡартырҙар, “шеф” нимә тип әйтер, тип үҙемде бөтөрә торғайным. Хәҙер бындай ҡурҡыуҙар (стресс) бөттө. Һаулығымды теләгәнсә хәстәрләйем.
Ҡул эштәренә ваҡытым ҡала: бәйләйем, сигәм. Аш-һыуҙы ҡабаланмай ғына бешерәм, көн дә төрләндерәм. Ирем дә, балалар ҙа ҡәнәғәт”.
Хужабикә булыуҙың ыңғай яғына килгәндә, “ҡул эштәренә ваҡытым ҡала” тигәненә генә туҡталғы килә. Ысынлап та, улар үҙҙәре ваҡытын билдәләй ала. Миҫал эҙләп әллә ҡайҙа китмәй, ауылыбыҙҙағы Ғәззәбаныу инәйгә (күптән мәрхүмә инде) генә туҡталғы килә. Совет осоронда “тунеядство” тигән бик хәтәр төшөнсә бар ине. Ул хатта енәйәткә тиңләштерелә торғайны. Кеше мотлаҡ ниндәйҙер ойошмала эшләргә тейеш, йәнәһе. Әйтергә кәрәк, Ғәззәбаныу инәй был төркөмгә инмәне — ауырый ине. Ләкин уны “нетрудовой доход” тип йыш силсәүиткә саҡырттылар, штраф һалдылар. Ни өсөнмө? Сөнки ул мамыҡ кәзәһе аҫраны, көнө-төнө шәл бәйләне. Сире буйынса бирелгән аҡсаһы дарыуға ла етмәгәндер бисараның. Ләкин ул шәл бәйләп яңғыҙы өс балаһын үҫтерҙе, аяҡҡа баҫтырҙы. Бының хужабикә булыуҙа ни ҡыҫылышы бар, тиер берәү. Бар. Сөнки ул теләгән ваҡытында шәленә тотона ала ине.
Ул заманда көнө-төнө колхоз эшендә йөрөп, аҙ ғына аҡса алған ҡатындарҙың да байтағын шәл йәшәтте. Тик улар колхоз эшенән, шул уҡ йорт мәшәҡәттәренән һуң төндәр буйы бәйләне. Шуға ла күбеһенең һаулығы бөттө, күҙҙәре күрмәй башланы. Дауаханаға йөрөй алманылар тиерлек — колхозға бәйле инеләр. Эйе, өйҙәренә, ғаиләләренә түгел, тәү сиратта — колхозға!
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтке килә: хужабикә булыу — изге эш, шул уҡ ваҡытта ғорурланырлыҡ һөнәр ҙә. Килер бер көн, беҙҙең ҡатындар ҡайҙа барһаң да тултырыла торған ҡағыҙҙарҙағы “эш урының” тигән һорау ҡаршыһына “хужабикә” тип ғорурланып яҙып ҡуйыр әле!
Рәлис УРАҘҒОЛОВ


Вернуться назад