Иҫкә төшөрә алмай ултырам: “Ҡалала йәшә лә ауылды маҡта” тиҙәрме, әллә “Ауылда тор ҙа ҡаланы данла” тип әйтәләрме? Стәрлетамаҡтың күгендә мәңге хөкөм һөргән “төтөн батшалығы”на ҡарап алам да, моғайын, икенсеһе хаҡтыр, тигән һығымтаға киләм. Хатта төйәк иткән ҡаламдың сәнәғәттәге ҡаҙаныштары ла ҡамасаулай алмай был уйға.
Февраль башында Республика онкология диспансерының баш табибы Руслан Солтанов: “Статистика буйынса Башҡортостанда яман шеш менән сирләүселәрҙең күбеһе Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Күмертау ҡалаларында йәшәй”, — тип белдергәйне. Телгә алынған өс ҡаланы ла бер хәл яҡынайта: улар — сәнәғәт үҙәктәре! Тимәк, төрлө матдә менән ағыуланған һауаны һулау эҙһеҙ үтмәй. Был үҙ сиратында кеше организмында яман шеш күҙәнәктәренең үҫешенә булышлыҡ итә. Онкологик сир тымау тейеү түгел, үҙ ваҡытында дауаланмаһаң, аҙағы бик үкенесле булыуы ихтимал.
Беҙ әле онкологик сирҙәргә ҡағылышлы мәғлүмәттәргә генә күҙ йүгерттек. Яман шештән тыш, экологияның насарланыуы йөрәк, ҡан баҫымы, тын алыу юлдары менән бәйле башҡа бик күп сирҙең килеп сығыуына ла сәбәпсе. Үкенескә ҡаршы, һандар ҡыуанырлыҡ түгел икән.
Һаулығын юғалтҡандар, фажиғәгә тарығандар өсөн кем яуап бирер? Бына ошо һорау борсой бөгөн халыҡты. Завод-монополистармы? Дәүләтме? Мәcьәләне хәл итеү буйынса эш бара, тип йыуаталар “зәңгәр экран” аша, имеш, ошо йүнәлештә хеҙмәт итеү өсөн белгестәр әҙерләнә, бихисап аҡса сарыф ителә һ.б. Ә онкологик сирлеләр, ғәрип сабыйҙар артҡандан-арта...
“Хәлегеҙ артыҡ мөшкөлдән түгел”, тип тынысландырырға тырыша халыҡты илдең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы ла. Баҡтиһәң, 4 февралдә министрлыҡтың сайтында донъя күргән “2011 йылда Рәсәйҙә тирә-яҡ мөхиттең торошо һәм уны һаҡлау” тигән докладтан күренеүенсә, Стәрлетамаҡ хәҙер һауаһы иң зарарлы ҡалалар исемлегендә түгел.
Бер һандар йыуатһа ла, икенселәре күңелгә шом һала. Әлеге докладта “Рәсәйҙең иң бысраҡ һауалы ҡалаларында йәшәүселәр һаны 55,1 миллион тәшкил итә”, тиелгән. Был ҡала ерендә көн күреүселәрҙең яртыһынан күбеһе (53 %) ағыу һулай тигәнде аңлата түгелме? Тимәк, беҙ яңғыҙ түгел. Ярты ил “Ауылда тор ҙа ҡаланы маҡта” тип йәшәй бирә…
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға үҙенең сираттағы Мөрәжәғәтнамәһендә: “Тирә-яҡ мөхитте бысратҡан өсөн түләүҙең 40 проценты муниципалитет ҡаҙнаһына күсә, шул саҡлы процентын төбәк ала, 20 проценты иһә федераль ҡаҙнаға йүнәлтелә. Ә урындағы халыҡҡа бер ни тәтемәй”, — тип белдергәйне. Мәсьәләнең ябай түгеллеген республика башлығы үҙе һыҙыҡ өҫтөнә алғас, хәлдәр яҡшыға үҙгәрер тип ышана халыҡ. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылында боҙ ҡуҙғалырын көтә ул.