Ғилемгә йүнәлеш биреү өсөн13.02.2013
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы иң яҡшы ғилми эшкә конкурс иғлан итте. Унда республиканың урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында белем алған студенттар һәм аспиранттар ҡатнаша.
“Конкурстың төп маҡсаты — белгестәр әҙерләү сифатын яҡшыртыу, студенттарҙың экологик фәндәрҙе өйрәнеүгә ынтылышын күтәреү, шулай уҡ ғилми тикшеренеүҙәрҙе киңәйтеү”, — тип хәбәр иттеләр министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән. Эштәр ошо йылдың 15 октябренә тиклем ҡабул ителә. Уларға тәбиғәтте һаҡлаусы төрлө ведомстволар, Рәсәй йәш ғалимдар берлегенең төбәк бүлексәһе һәм республиканың Мәғариф министрлығы вәкилдәре баһа бирәсәк.
Конкурсты үткәреү тураһында өҫтәмә мәғлүмәтте Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының рәсми сайтынан алырға мөмкин.