Боҙҙан башланған дуҫлыҡ13.02.2013
Ҡала урамдарын таҙартыу, тәртиптә тотоу һәм йүнәтеү эштәрен быға тиклем күп йылдар дауамында урындағы «Төҙөкләндереү» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алып барҙы. Тик уның был бурысты башҡарыу хаҡында урындағы хакимиәт менән төҙөгән килешеүе 2012 йылдың һуңғы көнөндә көсөнән сыҡты.

Йыл аҙағынаса иҫәпләнгән яңы килешеү 25 ғинуарҙа Иркутск өлкәһенең Ангарск ҡалаһындағы «Альфа-Строй» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән төҙөлдө. Нефтекама биләмәһен тәртиптә тотоу һәм төҙөкләндереү эштәренә Берҙәм электрон сауҙа майҙансығында үткәрелгән аукционда тап ошо ойошма еңеүсе булған.
Хәлдең асылы шунда: коррупцияға юл ҡуймау маҡсатында 2005 йылдың 21 июлендә ҡабул ителгән 94-се Федераль законға ярашлы, дәүләт учреждениеһы (шул иҫәптән муниципаль учреждениелар) ниндәйҙер тауар йәки хеҙмәт менән тәьмин итеүсене үҙаллы һайлай алмай. Килешеү төҙөр алдынан учреждение үҙенең был өлкәләге ихтыяжы тураһында мәғлүмәтте Интернеттағы рәсми сайтта урынлаштырырға бурыслы. Аукцион йә конкурс Берҙәм электрон сауҙа майҙансығында электрон формала үткәрелә. Тауар һәм хеҙмәт менән тәьмин итергә теләүселәр үрҙә әйтелгән рәсми сайтта үҙенең ғаризаһын теркәй. «Альфа-Строй» йәмғиәте нәҡ шулай эшләгән дә инде.
Быға тиклем Нефтекама халҡы йыраҡ Байкал буйындағы ҡаланың быйылғы миҙгелдә «Торос» хоккей командаһы менән ике осрашыу үткәреп, бер еңгән һәм бер еңелгән «Ермак» уйынсылары аша ғына таныш ине. Ә бына февралдең тәүге көндәренән ҡала урамдарын тәртиптә тотоуҙы Ангарскиҙа теркәлгән «Альфа-Строй» үҙ иңенә алды. Урамдарҙы таҙартыуҙа ҙур тырышлыҡ һәм көс талап иткән ҡарлы-буранлы көндәр алда әле. Бөгөн иһә «Альфа-Строй», йыраҡ араларҙы яҡын итеп, кәрәкле техниканы алып килгән һәм үҙ көсө менән тәғәйен бурысын үтәй башлаған.


Вернуться назад