Бала табыу сертификаттарының һөҙөмтәһе булыуына шик юҡ. Программа бойомға ашырыла башлағандан алып тыуым 42 меңдән (2006 йылда) 57 меңгә тиклем артты!
ХХI быуат сабыйҙарының уртаса ауырлығы һәм кәүҙә оҙонлоғо, нигеҙҙә, үҙгәрешһеҙ: 3 300 грамлыҡ һәм 52 сантиметрлыҡ булып донъяға киләләр. Әммә йыл һайын Башҡортостанда бер генә булһа ла бәһлеүән тыуа. Мәҫәлән, быйыл Өфө акушерҙары 6 450 грамм ауырлыҡтағы һәм 62 сантиметр буйлы баһадирҙы ҡулға алып, һоҡланыуҙан “аһ” итте.
Былтыр Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе тарафынан 94 медицина ойошмаһына 602 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Бала табыу сертификаттарын файҙаланыусыларҙың һаны 4,9 процентҡа артып, йәмғеһе 56 461 кеше тәшкил иткән. Дөйөм алғанда, 57 051 тыуым республика халҡы һанын арттырған. Игеҙәктәр ҙә байтаҡ — 568 сабый. Бер юлы өс балаға атай-әсәй булыу бәхетен 11 ғаилә кисергән.
Икенсегә бала табыусыларҙың элгәрге йылдағынан 7,6 процентҡа күбәйеүе күҙәтелде. Өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙарын ҡулға алған ғаиләләр һаны ла артты.