Ҡыҫҡаса13.02.2013
Рәсәй Хөкүмәте ҡышҡы ваҡытҡа күсеү хаҡында ҡарар ҡабул иткән, закон проекты тиҙҙән Дәүләт Думаһына тапшырыласаҡ.

Сочиҙағы Олимпиадаға билеттар һатыла башланы. Иң осһоҙо 500 һум торһа, хоккей финалына — кәмендә 7 мең һум. Был Ванкуверҙа үткән Олимпиаданыҡынан 30 процентҡа арзаныраҡ.

Волгоградмы йәки Сталинградмы? Сталинград була ҡалһа, мәңгелеккәме, әллә бер нисә көнгәме? Бөгөн ошо хаҡта юғары кимәлдәге хакимдар бәхәс ҡора һәм халыҡҡа Герой ҡаланың исемен үҙгәртеү-үҙгәртмәү хаҡында референдум тәҡдим итә.

Быйыл Рәсәйҙә 25 мең самаһы етем бала фатирлы буласаҡ. Бының өсөн 27 миллиард һум аҡса бүленә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, йәнә 103 мең етем торлаҡ менән тәьмин ителмәй ҡала.

2012 йыл йомғаҡтары буйынса Ҡытай донъя сауҙаһы лидеры булып танылды. Икенсе донъя һуғышынан бирле АҠШ-ҡа тиңләшкән ил юҡ ине.

2013 йылдың ғинуарында “Лада Приора” автомобиле, былтырғы ошо ай менән сағыштырғанда, 51 процентҡа аҙыраҡ һатылған, шулай ҙа Рәсәйҙә был марка үтемле булып ҡала. Ғинуарҙа һатылған машиналар араһында ул беренсе урынды биләй. Икенсе — “Hyundai”, өсөнсө — “Лада Калина”.

Рим папаһы Бенедикт ХIV тәхеттән баш тартырға ҡарар иткән. Яңылыҡ бөтә донъяны ғәжәпкә ҡалдырҙы, сөнки һуңғы 600 йылда бындай хәлдең булғаны юҡ ине.

Никулин циркының Мәскәүҙән генә түгел, Рәсәйҙән дә китеүе ихтимал. Сәбәбе — ҡуртым хаҡының саманан тыш артыуы. Цирк директоры Максим Никулин әйтеүенсә, ул аренда өсөн йылына 40 миллион һум түләргә мәжбүр.

Вице-премьер Дмитрий Козак Рәсәй сиғандарының социаль-иҡтисади һәм мәҙәни үҫеше буйынса саралар планын раҫлауы хаҡында белдерҙе. Бындай программа, илебеҙҙә сиғандар 500 йыл самаһы йәшәһә лә, тәүге тапҡыр ҡабул ителә.

Рәсәйҙең Оборона министрлығы ғәҙәти артмаҡтан баш тартырға ҡарар иткән. Уны хәҙерге юл моҡсайы алмаштырасаҡ. Бынан тыш, тәрбиәсе офицерҙар ял бүлмәһендә думбыра, балалайка, аккордеон тоторға кәрәкмәй тип бара.

“Башавтотранс”тың бер филиалы директорына 200 мең һум күләмендә штраф сәпәгәндәр. Ул 5,4 мең квадрат метр майҙанды рөхсәтһеҙ ҡуртымға биргән икән.

Башҡортостандың холоҡ төҙәтеү колонияларында былтыр 48 никах теркәлгән.


Вернуться назад