Аптырарһың халыҡтың гәзит-журнал уҡымауына!13.02.2013
“Башҡортостан” гәзитенә яҙылыу буйынса мәғлүмәттәр менән танышып, Сибай ҡалаһынан Кәримә Усманованың республика зыялыларына “асыҡ хат”ын уҡығас, ғәжәпкә ҡалдым. Өлкән йәштә булыуыма ҡарамаҫтан, йәнем түҙмәй, ҡулыма ҡәләм алдым.
“Башҡортостан” гәзитенә рух талабы буйынса яҙылам. Ғөмүмән, уны 40 йылдан ашыу алдырам. Баҫманы беҙ уҡымай кем уҡыһын? Үҙебеҙҙең милләт өсөн сыға ла баһа ул!
Гәзиттең биҙәлеше матур, үҙенә йәлеп итеп тора, күп төрлө тема яҡтыртыла, уның биттәрендә арҙаҡлы ғалимдар, тел белгестәре, тарихсылар һәм башҡа ғилем эйәләре даими сығыш яһай. Һәммәһен ҡыҙыҡһынып уҡыйым. Байтаҡ яңылыҡты ошо баҫма аша белеп барам. Тарихҡа ҡағылған мәҡәләләр ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Беҙ СССР тарихын ғына өйрәндек, төбәгебеҙгә ҡағылған мәғлүмәттәрҙе белмәй үҫтек бит.
“Башҡортостан” гәзитен алдырыуға бәйле борсолоуымдың сәбәбен әйтеп үтәм. Мәҫәлән, Дыуан районы буйынса 2013 йылдың тәүге яртыһына ни бары 22 кеше яҙылған, уларҙың да береһе — мин, 75-се йәштәмен. Ә районда башҡорттар аҙ түгел, ун башҡорт ауылы иҫәпләнә. Мәсәғүттә лә байтаҡ милләттәшебеҙ йәшәй. Ун ауылда бер урта, ике туғыҙ йыллыҡ һәм ике башланғыс мәктәп бар. Иҫәпләһәң, уҡытыусылар ғына күпме! Ә һәр ауылға ни бары ике гәзит тура килә. Халыҡтың 1-2 проценты ғына яҙылһа ла, 120 дана булыр ине. Дыуандан башҡа ҡайһы бер район һәм ҡалаларҙа ла шундайыраҡ хәл күҙәтелә. Үҙ телебеҙҙәге баҫмаға бына ниндәй мөнәсәбәттәбеҙ! Ә Өфөләге уҡытыусылар, әҙиптәр, ғалимдар, табиптар һәм башҡа тармаҡ зыялылары күпме?!
“Совет Башҡортостаны” исеме менән сыҡҡан осорҙа гәзиттең дөйөм тиражы йөҙ мең дананан ашып киткәнен хәтерләйем. Һуңғы ваҡытта баҫманың тиражы кәмеүенең ҡайһы бер сәбәптәренә туҡталып үтмәксемен. Беренсенән, почта хеҙмәткәрҙәре халыҡ менән бөтөнләй эш алып бармай, тип әйтер инем. Икенсенән, элекке кеүек район һәм ҡала хакимиәттәрендә идеология эше буйынса бүлектәр юҡ. Ә совет заманында был йүнәлештәге эш юғары кимәлдә яйға һалынғайны. Ул ваҡытта матбуғатты “дүртенсе власть” тип тә йөрөтәләр ине, шуның өсөн дә матбуғат хеҙмәткәрҙәренән хатта етәкселәр ҙә шөрләй торғайны, тәнҡитләүҙәренән ҡурҡтылар. Өсөнсөнән, хәҙер гәзит-журналға яҙылыу үҙағышына ҡуйылған. Һандар шуны күрһәтә кеүек: ауыл һайын бер башҡорт гәзите лә тура килмәй тиерлек. Быны башҡортлоҡ түгел, ә маңҡортлоҡ тип әйтер инем. Был хәл башҡа һыймай.
Матбуғат хеҙмәткәрҙәре “Башҡортостан” гәзитенә даими яҙылырға өндәһә лә, һөҙөмтә ҡыуандырмай, сөнки гәзит уҡымағас, саҡырыуҙы ишетмәйҙәр. Ә шулай ҙа республикабыҙ Президентының 2012 йылдың октябрендәге бойороғо буйынса, әлеге йылдың беренсе яртыһына гәзит-журналға яҙылыуҙы ойоштороу башҡарма власть органдарына ла йөкмәтелгәйне, йәғни предприятиелар, ойошмалар һәм район хакимиәттәре матбуғатҡа яҙылыу мәсьәләһе менән туранан-тура шөғөлләнергә тейеш ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һөҙөмтә һөйөнөрлөк түгел. Әллә Президенттың бойороғо урындарға барып етмәнеме икән?
Киләсәктә милли телдәге баҫмаға яҙылайыҡ. Ул заман менән бергә атларға ярҙам итә. Рухлы булып ҡалайыҡ, туғандар!