Беҙҙең ғаилә дуҫы13.02.2013
“Башҡортостан” менән бала саҡтан танышмын. Атай-әсәйем ауылдың ижтимағи тормошоноң уртаһында ҡайнаны, шуға күрә гәзит-журналды күпләп алдыра торғайны.

Үҙебеҙҙең ғаиләлә лә яратҡан гәзиткә йылдан-йыл яҙылып киләбеҙ. Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы ул-ҡыҙҙары, сәнғәт, әҙәбиәт оҫталары тураһындағы мәҡәләләрҙе яратып уҡыйбыҙ. “Тубырсыҡ”, “Аҡмулла” биттәрен көтөп алабыҙ. 2010 йылда “Тубырсыҡ”тағы “Минең сабыйым” фотоконкурсында хатта беренсе призға лайыҡ булғайны
“Гөлнәзирә” бите лә бик фәһемле, тик ул даими булһын ине. Яңылышмаһаҡ, бер ваҡыт эскелеккә ҡаршы ла маҡсатлы бит сығара башлағайнығыҙ. Әле ниңәлер ул күренмәй.


Вернуться назад