Сибай ҡалаһының Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында “Башҡортостан” гәзите редакцияһы башланғысы менән матбуғат байрамы ойошторолғайны. Унда Баймаҡ, Әбйәлил, Йылайыр, Хәйбулла райондарынан, хатта Силәбе өлкәһенән килгәндәр ҙә булды. Гәзиткә яҙылыусылар араһында лотерея уйнатыла башлағас, күптәнге танышым, Сибай ҡалаһы Советы депутаты, урындағы башҡорт ҡоролтайы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ирек Бикмәтов ике квитанция һондо.
— Ҡыҙымды, тыуған көнө менән ҡотлап, күптән үк яҙҙырып ҡуйғайным, — тине ул.
Милләтем, телем тип янып йөрөүселәр генә шундай өлгө күрһәтә алалыр, моғайын. Баймаҡ ауыл хужалығы техникумынан һуң Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхозда эш башлағас та, Ирек Ниғәмәт улы халыҡ ихтирамын яулай. Йәш белгесте 1978 йылда “Таналыҡ” колхозына рәйес итеп һайлайҙар. Ҡасандыр малсылыҡта артта ҡалған хужалыҡты күтәргән егеткә оло ышаныс белдереү була был. Уртаса күрһәткестәр менән йәшәгән колхоз һигеҙ йылда ауыл хужалығы продукцияһы етештереү һәм уны дәүләткә оҙатыу буйынса районда ғына түгел, хатта республикала алдынғылар рәтенә сыға. Йәшәйеш тә яҡшыра: Мерәҫ ауылы урамына асфальт түшәлә, малсылыҡ биналары, дөйөм мунса, ашхана төҙөлә, колхозсыларҙың йәшәү сифаты яҡшыра, күптәрҙең ихатаһында еңел автомобиль күренә башлай.
1988 йылда Ирек Бикмәтов колхозсыларҙың Мәскәүҙә уҙған IV Бөтә Союз съезына делегат һәм Пленум ағзаһы итеп һайлана. 1990 йылда оҫта етәксене Салауат исемендәге колхозға рәйес итеп саҡыралар. Хужалыҡты иҡтисади көрсөктән сығарыу өсөн ул көсөн дә, һаулығын да йәлләмәй. Алты йылда колхоз ярайһы уҡ ҙур уңышҡа өлгәшә. Унан көтмәгәндә Ирек Бикмәтовты Сибай һөт-консерва комбинатының генераль директоры итеп тәғәйенләйҙәр.
Илдәге иҡтисади көрсөк осоронда ла Ирек Ниғәмәт улы күп ыңғай эштәр башҡарып өлгөрә: комбинаттың колхоз һәм совхоздарға 50 миллион һумлыҡ бирәсәген түләүгә өлгәшә, һөт ҡабул итеү цехтары ремонтлана, балалар өсөн төрлө һөт ризығы етештереү ҡорамалдары һатып алына. Эше тынғыһыҙ, мәшәҡәтле булыуына ҡарамаҫтан, ситтән тороп аспирантураға уҡырға инә һәм ауыл хужалығы фәндәре буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Ун ике йыл инде ул Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында студенттарға белем бирә, бай тәжрибәһен еткерә. Тынғыһыҙ белгес һәм етәксе бында ла сикләнеп ултырмай: институт ҡарамағында ярҙамсы хужалыҡ ойоштороп, уға етәкселек итә. Студенттарҙы иген, картуф, йәшелсә үҫтереү, йылҡы малы, йорт ҡуяндары үрсетеү, милли брендыбыҙ булған йылҡы ите, ҡымыҙ, бал етештереү серҙәренә төшөндөрә. Йәмәғәт тормошонда ла ҡайнап йәшәй — тиҫтә йылға яҡын Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе вазифаһын башҡара. Ошо көндәрҙә үткән йыйылышта уны ҡабаттан ҡор башы итеп һайлап ҡуйыуҙары ла — эшенә оло баһа.
Ирек Ниғәмәт улы, шәжәрәһен төҙөп, өс меңдән ашыу туған-тыумасаһын туплай. III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайындағы конкурста ул эшләгән шәжәрә республика буйынса беренсе урынды яулағайны.
— Ҡоролтай ағзалары араһында “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыуҙы ойоштороп йөрөйөм әле, — тине милләтем, телем тип янған ир-уҙаман.