Кемгә ниндәй яҙмыш тура килгән...13.02.2013
Аллаһы Тәғәлә Сәхибә инәйгә таң һыҙылып атҡанда яҡты донъя менән хушлашырға ҡушҡандыр инде. “Ниндәй бәхет: йөҙгә етергә бер генә йыл ҡалды, иҫ китмәле оҙон ғүмер бүләк иткән дә баһа миңә Хоҙайым. Ауыр тормош юлын үткәнгә бүләктер, бәлки”, — тип уйланы инәй.

Айыҡ аңлымын, үҙ аҡылымдамын, тип һөйөндө ул. Яҡты донъя менән хушлашыу минуттарында бөтә үткән ғүмерен күҙ алдынан үткәрергә тырышты. “Бисмиллаһ” итеп бураҙналы ҡулдары менән битен, күҙҙәрен һыпырҙы. Әллә күпме йыйырсыҡ ҡаплаһа ла, тормош, һиңә бирешмәнем, аяғымда ныҡ баҫып торҙом, тип ғорурланды.
Олатаһы Парижға барып етеп, француздарҙы дөмөктөрөп, тыуған яғына еңеү менән әйләнеп ҡайтҡан абруйлы ир-уҙаман була. Шул осорҙан ҡалған ныҡлы рух, ихтыяр көсө ғүмер буйы етәкләне Сәхибәне. Бөтөн донъяны тапап, иҙеп килгән Наполеон һуғышынан иҫән-һау ҡайтыуына ғорурланып: “Мин бит — башҡорт. Салауат рухлы тәбиғәт балаһы булғанға иҫән ҡалдым”, — тип ҡыуанған олатаһы тураһында яҡты иҫтәлектәр һаҡланы йөрәгендә.
Ата-әсә ҡосағында үҫкән минуттары ла күҙ алдынан үтте. 15 йәшендә генә бер ят егет һоратып килгәс, кейәүгә бирҙеләр. Атайҙың әйткәне закон булды.
21-се йылғы аслыҡ ныҡ бәкәленә һуҡты халыҡтың. Ауылда ике йыл эсендә бер генә яуым-төшөм булманы, мал ҡырылып бөттө, хатта эт менән бесәй ҙә ҡалманы. Көнөнә тиҫтәләгән кеше үлде, ас ир-аттың хатта ҡәбер ҡаҙырға ла хәле етмәй ине. Сәхибә инәйҙең дә өс балаһы ошо йылда баҡыйлыҡҡа күсте.
Аслыҡтан һуң килгән тәүге яҙҙы халыҡ ҙур өмөт менән көтөп алды. Төпкә батҡан, шешенгән күҙҙәргә хәл инде. Туғайҙарҙа ләйсән ямғырынан һуң ҡуҙғалаҡ, йыуа — Хоҙай ризығы — ҡалҡып сыҡты. Ике йыл эсендә халыҡтың күбеһе зыяратҡа күскәйне. Сәхибә инәй тағы алты бала тапты, ләкин улар ҙа бер-бер артлы донъянан китте. Ул осорҙа имләү, өшкөрөү менән дауалау бик күп сабыйҙың ғүмерен өҙҙө. Шулай ҙа инәй һәр балаһын иҫендә, күңел түрендә йөрөтә. “Бер нисә минуттан мин дә бит ғәзиздәрем янына күсәм”, — ти әбей. Үкенесле, бик йәшләй үлделәр шул. Ә Хоҙай миңә уларҙың ғүмерен бүләк иткәндер, күрәһең...”
Үҙ ғүмерендә ул ике ирен ерләне, өсөнсөһө 1941 йылда һуғышта хәбәрһеҙ юғалды. Ә Сәхибә бирешмәй йәшәне лә йәшәне. Күңеле, йөрәге тулы яҡшылыҡ, изгелек ине шул уның.
Бер көн ике балалы уҡытыусы Вәсилә: “Инәй, минең балаларға иптәш булырһың, үҙ әсәбеҙ һымаҡ ҡарарбыҙ”, — тип уны өйөнә күсереп алды. Ысынлап та ҡәҙерләне, әбей иһә балаларға күҙ-ҡолаҡ булды, татыу торҙолар. Ошо ғаиләлә ул 12 йыл йәшәне. Балаларҙы яратҡанда баҡыйлыҡҡа күскән сабыйҙарын күҙ алдынан үткәрә, сит балалар булһа ла, уларға иң йылы хис-тойғоһон бүләк итә ине. Ай, был донъя үтә лә үкенесле, үҙ балаларым иҫән булһа, ейән-ейәнсәрҙәрем, бүлә-бүләсәләрем менән һөйөнөр инем, тип күҙ йәше килеп сығыуын һиҙмәй ҙә ҡала. Хоҙай шулай ҡушҡандыр инде, яҙмыштан уҙмыш юҡ, ә үҙем бит бер быуат йәшәп киләм, тип үҙен үҙе йыуата ине.
Беренсе донъя һуғышында Германияға ҡаршы алышҡан, Австрияла әсирлектә булған бабаһының яҙмышы менән ғорурланып йәшәне, уға арнап Ҡөрьән уҡытыр ине.
— Уйлаһаң, уйың етмәҫ — ете йыл тотҡонда, тыуған ерҙән, һөйгән йәреңдән айырылып йәшәү үлем менән бер икән ул, — тип һөйләр булған бабаһы.
Уларҙы туҡмай-туҡмай вагондарға тейәп, һаҡ аҫтында шахталарға оҙаталар. Көндәр буйы ас килеш ер аҫтында күмер тейәргә мәжбүр итәләр. Был хәл ете йыл дауам итә. Тик тамуҡтан ҡасан да булһа ҡотолоу өмөтө, йәшлек көсө дәрт бирә. Бер көндө 30 әсир, алдан һүҙ ҡуйышып, вагондан һикерә. Һаҡсылар ата башлай тик ҡараңғылыҡ ҡасҡындарҙы үҙ ҡосағына ала. Иреккә һыуһаған әсирҙәр урман-һыу аша Тыуған илгә ынтыла, алда күпме ҡаршылыҡ көткәнен белмәй ҙә. Көндөҙ фәҡир кешеләрҙең һарайҙарында йоҡлайҙар, тамаҡ ялғайҙар. Ә төнөн йондоҙҙарға ҡарап юлды дауам итәләр.
Өс ай тигәндә генә әсирҙәр тыуған тупраҡҡа аяҡ баҫа. Тик 30 кешенән өсәүһе генә ҡайта уларҙың. Тыуған ергә аяҡ баҫҡас, ергә ятып, ҡосаҡлашып, ҡыуаныстарынан илайҙар. Ә ғаиләләренең шатлығын күрһәң!
Әсирлектән ҡотолғас, бабай ярты йылдан һуҡырая. Ләкин, үҙ еренә аяҡ баҫҡас, күҙе күрмәһә лә, бәхетле була ул. “Тыуған тупраҡ алтындан да ҡиммәт икән ул”, — тип һөйләргә яратҡан бабаһы.
Инәй ошо ваҡиғаларҙы иҫенә төшөрә лә йылмайып ҡуя. Парижға барып еткән олатаһы, тыуған еренә иҫән-һау ҡайтып еткән бабаһы уға йәшәргә өмөт, көс бирә ине.
Сәхибә инәйҙең яҡты донъянан бер ҙә киткеһе килмәй ҙә бит, ә үлем ишек шаҡый. Рәхәт яҡты донъяла: саф һауа, ҡош тауыштары шатландыра...
— Ҡыҙым, кил әле, ҡулдарыңды үбәйем. Рәхмәт, бер туғанлығың булмаһа ла, үҙ әсәйең кеүек ҡараның, тәмле аштарың менән һыйланың. Балаларыңдың изгелеген күр, ғүмерегеҙ һаулыҡта, шатлыҡта үтһен, тиң ҡартайығыҙ. Ә хәҙер өҫтөмә яп, аҙ ғына икенсе бүлмәгә сығып тор, йән сыҡҡанда кеше ҡамасауламаҫҡа тейеш, бәхил бул. Был донъяларҙан китеү минуттары етте...
Ҡатын ике-өс минуттан килгәндә инәй күҙҙәрен йомғайны инде. Бөтә ауыл халҡы Вәсилә менән уның тормош иптәшенә рәхмәттәр уҡып, Сәхибә инәйҙе һуңғы юлға оҙатты.


Вернуться назад