Әсә күңеле балаламы?13.02.2013
Еләк йыйып йөрөгәндә, әрәмәлектәге ҡыуаҡты ҡайырһам, ояла дүрт ҡошсоҡ, суҡыштарын асып, ашарға көтә. Уларға бешкән еләк иҙеп ҡаптырҙым. Оҙаҡламай инә ҡош осоп килде. Йырсы һандуғас икән. Үҙем менән булған бәләкәй генә мажараға һөйөнөп бара торғас, ҡолаҡҡа кәкүк тауышы салынды. Унда-бында һуғылып, ояһыҙ яңғыҙ ҡаңғырған бисара йөрәкте һыҙлатып ҡысҡырҙы ла ҡысҡырҙы. Балаһын ҡарамаған, яҙмыш ҡосағына тапшырған ата-әсәне лә юҡҡа ғына “кәкүк” тимәйҙәрҙер.

Күмәк бала үҫтергән әсәйем: “Бәпесең тыуһа, ҡан яҡшыра. Һигеҙ балам бар, тимәк, минән дә сәләмәт һәм бай кеше юҡ: береһе — алма, икенсеһе хөрмә ашата, өсөнсөһө мамыҡ шәл ябындырып ҡыуандыра, дүртенсеһе — үҙе бүләк. Донъяла иң бәхетле кешемен”, — тип ҡәҙер-хөрмәттә йәшәне. Күмәкһегеҙ, миңә ауыр, тип бер ваҡытта ла күпһенмәне. Табынынан ризығы өҙөлмәне, йөҙөнән йылмайыу китмәне. Атайым эшендә фажиғәле вафат булғанда, әсәйемә 44 йәш ине. Ирҙәр башҡарған эште иңендә күтәреп, балаларын кеше итте, ҡулынан балта-көрәк төшмәне, ирле ҡатындарҙан кәм йәшәмәне. “Әсәлек даны” миҙалын оло ғорурлыҡ менән күкрәгенә тағып, төрлө сарала Рәми Ғариповтың шиғырҙарын һөйләй торғайны.
Өй һайын кәмендә биш-алты, ҡайһы берҙәрендә ундан ашыу бала үҫкәс, ауыл урамдары шау-гөр килеп торҙо. Ишле ғаиләләрҙә тәрбиә лә матур булды, сөнки балалар татыулыҡтың, берҙәмлектең ҡәҙерен белеп үҫте, бай тормош тәжрибәһе тупланы, үҙҙәре лә ныҡлы оя ҡорҙо. Хәҙер кеше бер-ике бала тәрбиәләүгә күсте. Иркә ҡосаҡта үҫкән бала, ғәҙәттә, оло тормоштағы тәүге һынауҙарға ҡаршы тора алмай, никахтары ла ныҡлы булмай. Тәүҙә юғары белем алырға, һуңынан карьера төҙөргә тигән маҡсатты алға ҡуйып, ғаилә ҡороуҙы һәм балалар үҫтереүҙе һуңға ҡалдырыу ҙа күп осраҡта үҙен аҡламай. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, тигәндәй, йәш алмағас ҡына күкрәп сәскә ата.
Өс баланы — икегә, икене берәүгә һана, тип юҡҡа әйтмәгән боронғолар. Ҡартайған көнөңдө лә уйларға ҡушҡан улар. Был йәһәттән халҡыбыҙҙа “кинйә малай төп йорт нигеҙен ҡоротмаҫҡа, ата-әсәһен ҡарарға тейеш” тигән яҙылмаған ҡанун мотлаҡ үтәлеп килгән. Хәҙер хан һарайындай йорттар һалалар, әммә уларҙа йыш ҡына атай-әсәйгә урын булмай сыға, ҡарттар йорттары хатта күбәйеп китте.
Социаль етемдәр ҙә кәмемәй. Ил етәкселеге төрлө юлын эҙләп ҡараһа ла, хәлде төҙәтеп булмай, сөнки төп сәбәпкә — “кәкүк” әсәләр мәсьәләһенә — иғтибар бүленмәй. Яңыраҡ район дауаханаһында 16 йәшлек әсәнең үҙ балаһынан баш тартыуына шаһит булдым. Бар ағзаһы ла теүәл, теремек сабый ине ул. Ғәзиз ҡыҙын уйлауҙан ғүмер буйы үртәлеп йәшәрен, был аҙымының һәр саҡ артынан ҡара шәүлә булып эйәреп йөрөрөн уйлап еткермәйҙер әле йәш әсә.
“Кәкүк” әсәләрҙе яманлап, балалар йортонан сабый алған ҡатындарҙы күккә сөйөп маҡтайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта баланы тапҡан, юғын бар итеп, осон-осҡа ялғап, уны тәртипле, белемле кеше инеп үҫтереүгә күп көс һалған әсәнең баһаһын онотабыҙ. Минән генә торһа, күмәк балалы әсәләргә ай һайын эш хаҡы түләр инем. Ул саҡта ҡатын-ҡыҙ үҙен тулыһынса ғаиләһенә бағышлар ине, балалары ыңғай мөхиттә һау-сәләмәт, бай рухлы булып үҫер ине.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәш әсәләрҙең үҙ сабыйҙарын сүплеккә ташлауы, урамда ҡалдырыуы тураһында ла йыш ишетергә тура килә. Сирле булып тыуған балаларҙың да иҫәбе кәмемәй. Әйтерһең дә, кемдәрҙер Рәсәй халҡы нәҫеленең ауырыу булыуын, илдең рухи һәм матди яҡтан ярлыланыуын көҫәй һәм шул маҡсаттан ҡыҙҙарыбыҙға сит-ят ерҙән тәмәке, иҫерткес эсемлектәр, әфиүн алып килеп тотторған. Инәйҙәребеҙ әйтмешләй, ҡыҙҙарҙан тәмәке тарттырып, ирҙәр кеүек салбар кейҙереп, кафырға әйләндерәләр. Ҡайҙа беҙҙең итәкле күлдәк кейгән оҙон толомло, ҡыҫҡа тырнаҡлы башҡорт һылыуҙары? Ап-аҡ яулығын яҙып ябынған, гонаһтан ҡурҡҡан, биш намаҙын ҡалдырмаған диндар инәйҙәребеҙ ҡайҙа?
Башҡорт ҡатын-ҡыҙының донъяға ҡарашы, кешеләргә мөнәсәбәте нигеҙендә халыҡ тәрбиәһе менән Ислам ҡанундары ятҡан. Бала — Хоҙай бүләге, уны үҫтереү, аяҡҡа баҫтырыу әсәнең изге бурысы тип ҡабул ителгән. Шуға ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҡот осҡос аслыҡ осоронда ла сабыйын икмәк валсығы булһа ла имеҙеп кеше иткән, һуғыш йылдарында ла итәк тулы балаһын асыҡтырмай, өшөтмәй үҫтерергә тырышҡан, әммә береһен дә артыҡ күрмәгән, сит-ятҡа бирмәгән.
Мәктәп программаһына индерелгән дин дәрестәре беренсе кластан уҡ уҡытылһа, ҡыҙ балаларыбыҙ бәйһеҙ ҡыланмаҫ, һаулыҡтарына иғтибарлы, инсафлы булып үҫер ине. Аяғында ныҡлы баҫып торор, дөрөҫ юлдан тайпылмаҫ өсөн кешегә рухи таяу, күҙ төбәрҙәй ҡибла кәрәк. Был бурысты дин генә үтәй ала. Балалар бәләкәйҙән гонаһ ҡылыуҙан ҡурҡырға өйрәнһә, ояла белһә, халҡыбыҙ асылына ҡайтыр, етемдәр булмаҫ, ата-әсәнең яуаплылығы артыр.


Вернуться назад