Бер юлы ике балалар баҡсаһы!12.02.2013
Бер юлы ике балалар баҡсаһы!Үткән йомала Николо-Березовка ҡасабаһында 110 урынға иҫәпләнгән яңы балалар баҡсаһы асылды. Был объектты төҙөү “Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә белем биреү системаһын үҫтереү” маҡсатлы программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылды. Төп подрядсыһы – “Интеграл” асыҡ акционерҙар йәмғиәте.

Районда һуңғы ике йыл эсендә кескәй балаларҙы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына йәлеп итеү күпкә артты. Бының сәбәбе тәрбиә биреү формаларын төрләндереүгә ҡайтып ҡала: ҡайһы бер балалар баҡсаларында ҡыҫҡа ваҡытлы йә иһә ҡыҫҡартылған көн төркөмдәре асылды.
Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының һаны ла арта. Яңы сафҡа ингән балалар баҡсаһының матди-техник базаһы юғары кимәлдә. Ата-әсәләрҙең, тәрбиәселәрҙең хыялы тормошҡа ашты – ҡыҫҡа ғына арала заман талаптарына тулыһынса яуап биргән, барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған бынамын тигән йәмле, йыйнаҡ бина ҡалҡып сыҡты. Унда юғары квалификациялы кадрҙар тупланған. Тәрбиә программаларын мөдир Гөлнара Фәнис ҡыҙы Выгузова етәкселегендәге 40-тан ашыу педагог тормошҡа ашырасаҡ. Компьютер класы, спорт залы, бассейн, төрлө һауа ионизаторҙары – һәммә йыһаз бар. Баҡса биләмәһе лә кескәйҙәрҙе саф һауала ял иттереү өсөн әҙер.
Был көндө райондың Ҡарый ауылында ла 35 урынға тәғәйенләнгән балалар баҡсаһының асҡыстары кескәй хужаларына тапшырылды. Уға ошо ауылдан тыш яҡын-тирәләге Янаҡтай һәм Ҡотло ауылдары балалары ла йөрөйәсәк. Төп подрядсыһы – яуаплылығы сикләнгән «Уралгазстрой” ойошмаһы.


Вернуться назад