Ҡала иҡтисады: үҫеш тә бар, бурыстар ҙа етерлек12.02.2013
Ҡала иҡтисады: үҫеш тә бар, бурыстар ҙа етерлекЙыл башында үткән осорға йомғаҡ яһай, алдынғыларҙы бүләкләй торған матур йолаға сибайҙар был юлы ла тоғро ҡалды. Тантанала мәртәбәле ҡунаҡтар — Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Эльвира Юнысова, Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Камил Мансуров ҡатнашты.

Сибайҙар йылды барлап ҡына ҡалманы, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 12 етемгә фатир асҡыстары тапшырҙы, Көньяҡ биҫтәһендә иман йорто — мәсет асыуҙа ҡатнашты.
Ҡала хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов әйтеүенсә, былтыр иҡтисади эшмәкәрлектең бөтә төрҙәре буйынса 9 миллиард 423 миллион һумлыҡ продукция етештерелгән. Был алдағы йылдан 12 процентҡа юғарыраҡ. Предприятиелар һәм ойошмалар тарафынан 975 миллион һумдан ашыу килем алынған. Тик бер генә предприятие — “Урал аръяғы продукттары” йәмғиәте генә — зыянға эшләгән. Ҡалала уртаса эш хаҡы 20 мең 153 һум тәшкил иткән.
Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы таусылары 1 миллион 403 мең тонна мәғдән сығарған (былтырғынан 17 процентҡа күберәк), Сибай байыҡтырыу фабрикаһында 1 миллион 506 мең тонна сеймал эшкәртелгән (был 2011 йылға ҡарағанда 3 процентҡа күберәк). Оҙаҡ йылдар дауамында зыянға эшләгән Сибай элеваторында ла эштәр көйләнә бара, һиҙелерлек үҫеш күҙәтелә. Бында 376 миллион һумлыҡ эш атҡарылып ҡына ҡалмаған, элеваторҙы заман талаптарына ярашлы үҙгәртеп ҡороуға күп аҡса тотонолған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡалаға инвесторҙар йәлеп итеү маҡтанырлыҡ түгел. Был йәһәттән башҡараһы эш күп. Шуныһы ҡыуаныслы: бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһы уңышлы бойомға аша. Сибайҙың сауҙа өлкәһе һәм шәхси эшҡыуарҙары ла ҡала иҡтисадына тос өлөш индерә.
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы сараларын үтәү йөҙөнән ҡала етәкселеге махсус ҡарар ҡабул итте. Программа сиктәрендә ҡаланың төньяҡ өлөшөндә ҡаты ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү полигоны булдырыу, ағас ултыртыу, ҡаланы йәшелләндереү эштәре ҡаралған. Шулай уҡ Ҡарағайлы һәм Төйәләҫ йылғаларының яры таҙартыласаҡ.


Вернуться назад