Әсәләр — иғтибар үҙәгендә12.02.2013
Район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов “Әсәлек даны” миҙалын алған күп балалы ҡатындар менән йәнә бер осрашыу үткәрҙе.

Унда 31 ғинуарҙа Өфөлә тантаналы бүләкләнгәндәр саҡырылғайны. Әбделнасир ауылынан Сәриә Аманбаева, Мәмбәттән Тәнзилә Аслаева менән Гүзәл Ҡарабаева бишәр бала тәрбиәләй.
Раил Ибраһимов теге йәки был ауылда көнүҙәк мәсьәләләрҙең нисек хәл ителеүе тураһында һөйләне.
— Күптән түгел Мәмбәт ауылында булғайным. Унда 106 балаға иҫәпләнгән бынамын тигән мәктәп эшләп килә. Фермерҙар байтаҡ. Ләкин халыҡты һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе хәл ителмәгән икән. Был йүнәлештә эшләгән хеҙмәттәргә аныҡ бурыс йөкмәтелде. Яҙға эштәр башланыр, тип ышандыра алам, — тине етәксе.
Район хакимиәте башлығы Сәриә Аманбаеванан ауылдаштарын нимә борсоуы тураһында ҡыҙыҡһынды. Күп балалы әсә әллә ниндәй ҙур проблемаларҙың булмауын билдәләне.
— Беҙҙең ғаилә күптән түгел газ үткәрелгән яңы торлаҡ алды. Ауылда һыу мәсьәләһе яйға һалынған, урамдар ҡарҙан таҙартыла, — тине Сәриә Аманбаева.
Осрашыу аҙағында хакимиәт башлығы күп балалы әсәләрҙе оло дәүләт наградаһы алыуы менән ҡотланы, уларға һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм бәхет теләне.


Вернуться назад