Тарихи шәхестәр онотолмай12.02.2013
Саҡмағош районы “Яҡташтар” партия проектын ғәмәлгә ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Халыҡҡа проект тураһындағы мәғлүмәт һәм унда ҡатнашыу өсөн анкетаһы булған гәзиттәр таратылды.

Ауыл биләмәләрендә тултырылған анкеталарҙы йыйыу өсөн махсус йәшниктәр ҡуйылды. Ирекмәндәр (волонтерҙар) һәм проектта әүҙем ҡатнашыусылар өй беренсә йөрөп анкеталар тултыра, шуның һөҙөмтәһендә райондағы тарихи шәхестәр һәм исемдәре киң билдәле кешеләр тураһында мәғлүмәттәр теркәлә.
Муниципаль район хакимиәтенең махсус сайтында “Яҡташтар” проектының баннеры урынлаштырылған. Уның ярҙамында һәр кем анкета тултырыу, мәғлүмәттәрҙе ҡарау мөмкинлегенә эйә. Әлегә Ринат Йосопов, Хәйҙәр Басиров, Рәшит Баҙыҡов кеүек яҡташтар тураһында мәғлүмәт урынлаштырылған. Шулай уҡ Әхтәм Бәхтизин, Вәхит Ғәлимов, Хәмитйән Зарипов, Ғабдулла Ҡоҙаяров, Ғабдрахман Латипов кеүек тарихи шәхестәрҙең исемдәре аталған.


Вернуться назад