Социаль программаларға — 17 миллион һум12.02.2013
2012 йылда Пенсия фонды Башҡортостандың социаль программаларын ғәмәлгә ашырыуға 17,2 миллион һум аҡса бүлде. Бындай финанс ярҙамы 1999 йылдан башлап йыл һайын республика Хөкүмәте менән Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе араһындағы килешеүгә ярашлы күрһәтелә.

Фондта хәбәр итеүҙәренсә, бүленгән субсидияның 4,9 миллион һумы эшләмәгән 568 пенсионерҙың, ҡартлыҡ буйынса йәки инвалидлыҡ буйынса хеҙмәт пенсиялары алыусыларҙың йортона газ индереү буйынса сығымдарҙы өлөшләтә ҡаплауға файҙаланылған. Халыҡты социаль хеҙмәтләндереүсе туғыҙ учреждениела ремонт эштәренә 7,1 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Биш психиатрия-неврология интернаты өсөн 2,3 миллион һумлыҡ аш бүлмәһе һәм мунса-кер йыуыу кәрәк-ярағы алынған.
Килешеүҙе тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә республикалағы 1737 кеше йәшәү шарттарын яҡшырта алған. Бынан тыш, Бөрйән, Дыуан, Йәрмәкәй, Йылайыр, Салауат, Федоровка һәм Хәйбулла райондары, Бәләбәй, Бөрө, Учалы ҡалалары халҡын комплекслы социаль хеҙмәтләндереү үҙәктәре өсөн 10 микроавтобус алынған. Улар мобиль бригадалар тарафынан оло йәштәге кешеләргә кисектергеһеҙ социаль һәм медицина хеҙмәттәре күрһәтеү өсөн файҙаланыласаҡ.

P.S. фотошоп скачать бесплатно можно на сайте megaupl0ad.com


Вернуться назад